Шишмә ҡасабаһында асыҡ типтағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә башланы. Төҙөлөш майҙансығы "Шишмә" физкультура-һауыҡтырыу комплексы янындағы буш урында йәйелдерелә. Был урын тулыһынса үҙгәрәсәк – июнь айында уҡ спорт объектын асыу планлаштырыла. Ул хоккей ҡумтаһынан, яһалма япмалы футбол майҙансығынан, резина япмалы еңел атлетика юлдарынан, волейбол, баскетбол майҙансыҡтарынан, урам тренажерҙарынан торасаҡ. Бындай кәрәкле объектты төҙөү “Спорт – тормош нормаһы” (“Спорт – норма жизни”) федераль программаһын тормошҡа ашырыу менән бәйле мөмкин булды. Уның ярҙамында федераль һәм республика бюджеттарынан яңы спорт комплексын ҡуйыуға 20 миллион һумдан ашыу суммаға ҡорамалдар алынған. - Ҡар ирегәндән һуң эштәр башланды. Башҡарыусыһы – “Гарантстройсервис”. Бик әүҙем эш бара, хатта шәмбе көндәрендә лә эшләйҙәр, – тип билдәләне “Шишмә” спорт-һауыҡтырыу комплексы директоры Елена Рычкова. - Урындағы бюджеттан нигеҙ, ҡойма әҙерләүгә, электрон табло ҡуйыуға финанслау бүленгән. Республикабыҙҙа бындай комплекс икенсеһе, беренсеһе Нефтекамала төҙөлдө. “Демография” милли проектының “Спорт — тормош нормаһы” федераль проекты (федеральный проект “Спорт — норма жизни” национального проекта “Демография”) ярҙамында физкультура һәм спорт менән күмәк шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Сығанаҡ: rodnikplus.ru/