Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡыҙҙар, еңеү менән!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шәхси сәхифәһендә сираттағы яҙма ҡалдырған. Ул беҙҙең спортсыларҙы ҡотлаған. “Беҙҙең “Ағиҙел” – Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында дүрт тапҡыр кубок отоусы, был Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар хоккейында төп награда. Өфө ҡыҙҙарының лайыҡлы уңышы менән ғорурланабыҙ. Ҡыҙҙарға матур хоккей өсөн рәхмәт! Был миҙгелдең финал матчы Өфөлә үтте һәм сағыу, хис-тойғоларға бай булды. “Динамо-Нева” командаһы матчында беҙҙең хоккейсылар 3:2 иҫәбе менән еңде. Команданы һәм бөтә республика көйәрмәндәрен еңеү менән ҡотлайым!” – тип яҙған Радий Фәрит улы. Фото: Р. Хәбировтың шәхси сәхифәһенән.