Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бер райондан – 36 спортсы

Күптән түгел Өфөләге Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә үткәрелгән панкратион ярыштары республиканың Спорт министрлығына 100 йыл тулыуға арналды. “Балалар – беҙҙең килә­сә­гебеҙ” республика турниры балалар, үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар, егеттәр араһында ойошторолдо. Өфө, Нефтекама, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Благовещен, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Дыуан, Өфө, Бөрө райондары, шулай уҡ Удмурт Респуб­ликаһынан һәм Ырымбур өлкәһенән 300 тирәһе спортсы беренселек өсөн алышты. Был алыш төрөнөң тарихы боронғо Олимпия уйындарына барып тоташа, һәм әле лә уның менән ҡыҙыҡһыныу кәмемәй. Ғафури районы Красноусол ауылынан “Батыр” клубы егеттәре үҙ көсөн һынаны. Шуныһы һө­йөнөслө: ойошма етәксеһе Флорид Ғибәҙуллин үҙенең 36 тәр­биәләнеүсеһенә ябыҡ ярыш­тарҙа үҙ көсөн һынап ҡарау мөм­кинлеген бирҙе. Ауыл малайҙа­рының ныҡышмалылығы, са­быр­лығы, көслө булыуы оҡшай күптәргә. Улар күнекмәләргә ихлас йөрөй, тырыша. Ундай балалар менән эшләүе лә еңел. Һөҙөмтәлә “Батыр” клубы дөйөм командалар араһында иң яҡшы өсәү иҫәбенә инде. Шулай итеп, Флорид Фәрид улының 2014-2017 йылғы тәрбиәләнеүселәре – өсөнсө, 2006 – 2013 йылғылар икенсе урын яуланы. Шәхси беренселеккә кил­гәндә, төрлө йәш категорияларында Шамил Муллашев, Тимур Юламанов, Данис Сөләймәнов, Илнар Әхтәмов, Арыҫлан Рәхимов, Динислам Ғизетдинов, Омар Алиян, Валерий Зороглян беренсе урын яуланы һәм кубокка эйә булды. Артур Ямғуров, Артур Юлдашев, Роман Узелков, Евгений Башкиров – көмөш миҙал хужалары. Бронза миҙалға иһә Никита Гребнев, Вилдан Солтанғолов һәм Оскар Әсәҙуллин лайыҡ булды, тип хәбәр итте Ғафури районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. – Барлыҡ егеттәр ҙә өмөт­тәребеҙҙе аҡланы. Кемдәрҙер был юлы уңышҡа өлгәшмәһә лә, киләсәккә улар бына тигән тәжрибә тупланы, – тине Флорид Ғибәҙуллин. Айһылыу НИЗАМОВА