Найти в Дзене
AIGIZAnDZEN

Башҡорт телендә сифат һәм уның стилистик үҙенсәлектәре/Стилистические особенности прилагательных в башкирском языке

Башҡорт телендә сифаттар үҙҙәренең морфологик тәбиғәте буйынса үҙенсәлекле һүҙ төркөмө булып тора һәм был йәһәттән башҡа телдәрҙән айырыла. Һүҙ төркөмдәрен билдәләү өсөн өс критерий ҡулланыла: семантик, морфологик, синтаксик. Был критерийҙарҙың роле төрлө типологияға ҡараған телдәрҙә төрлөсә. Айырыуса, башҡорт телендә сифаттар тәбиғәте бөтөнләй башҡа. Мәҫәлән, рус телендә сифат һан, килеш, род категориялары менән үҙгәрә, исемгә лә ярашып килә ала: уютный дом, пожилая женщина, высокое дерево — уютных домов, пожилой женщине, у высокого дерева. Инглиз телендә, иһә, сифаттар һан, килеш менән үҙгәрмәй, уның род категориялары ла юҡ.

Был мәҡәләлә мин башҡорт телендә сифаттарҙың грамматик тәбиғәтенә һәм стилистик үҙенсәлектәренә ентеклеберәк туҡталып китергә булдым.

Сифат — предметтың төҫөн, күләмен, тәмен, формаһын, күренештәрҙең, хәл-ваҡиғаларҙың, кешеләрҙең һәм башҡа йән эйәләренең төрлө билдәләрен статик планда белдереүсе, ниндәй? ни төҫлө? ҡайһы? ҡасанғы? нимәләге? кемдәге? һорауҙарына яуап биреүсе һүҙ төркөмө. Миҫалдар: көслө буран, ғәмһеҙ кеше, йәшел үлән, яңы кейем, яҡшы таныш, һәйбәт кеше, актив студент, йәйге кис, илаҡ бала, ауылдаш ҡыҙ, көнсөл ҡатын, ярлы тормош.

Һөйләмдә сифаттар башлыса аныҡлаусы һәм хәбәр функцияһын башҡара: Ниндәй матур, аҡыллы, эшмәкәр улы бар уның (Т. Даянова). Ауылда кеше асҡа үлмәй, баҡса ҙур, һыйыр һөтлө (Т. Даянова).

Исемләшкән сифаттар һөйләмдә эйә, тултырыусы функцияларында ҡулланыла: Булдыҡлы (кем? — эйә) баҡса эшләр, булдыҡһыҙ (кем? —эйә) аҡса эҙләр. Аҡыллыға (кемгә? — тултырыусы) бер әйтеү ҙә етә (мәҡәл).

Сифаттар, предметтың билдәһен ниндәй яҡтан белдереүенә ҡарап, ике төргә бүленә: төп һәм шартлы. Төп сифаттар предметтың йәки берәй хәл-ваҡиғаның саф билдәһен туранан-тура аңлата: аҡ сәскә, киң өҫтәл, иркен бүлмә, сүлмәк һауыт, эҫе сәй. Был төр әйберҙең ни дәрәжәлә булыуын да күрһәтә ала: аҡ—ағыраҡ, ап-аҡ, аҡһыл; ҡара—ҡарараҡ, ҡарағусҡыл, ҡап-ҡара; ҡыҙыл—ҡыҙылыраҡ, ҡыҙғылт, үтә ҡыҙыл, сейә ҡыҙыл. Ә шартлы сифаттар, киреһенсә, предметтың билдәһен урынға, ваҡытҡа һәм башҡа предметтарға мөнәсәбәте аша белдерә: Өфөләге йорт, рухи донъя, йәйге көн, алтын сәғәт, баштағы яулыҡ, әҙәби тел, белемле кеше, өйҙәге кешеләр. Морфологик йәһәттән сифаттар үҙгәрмәүсән һүҙ төркөмөнә ҡарай, тик төп сифаттар ғына дәрәжә формаларын ҡабул итә: күк, күкһел, күгерәк, күм-күк. Шуға күрә, ҡышҡы һыуыҡ- ҡышҡыраҡ һыуыҡ тип әйтә алмайбыҙ.

Башҡорт телендә сифаттар стилистик йәһәттән бик үҙенсәлекле һүҙ төркөмө.

  1. Беренсенән, предметтарҙың эске структураһын, кешеләрҙең характерын аңлатыусы сифаттар менән йәнәшә ҡуйыла, ә предметтарҙың тышҡы билдәһен белдереүсе сифаттар исемдән алыҫыраҡ ҡуйыла[1, 47]. Мәҫәлән:Үҙ ваҡытында береһенән-береһе матур, аҡыллы, һөйкөмлө ике ҡыҙ бала табып бирҙе (Рәйлә Сабитова «Артыҡбикә» повесы).
  2. Икенсенән, предметтарҙың билдәләренә логик баҫым яһарға, төп мәғәнә нагрузкаһын һалырға, тыңлаусының йәки уҡыусының иғтибарын уларға йүнәлдерергә кәрәк булғанда, ике сифат араһында “һәм” йыйыу теркәүесе ҡулланыла. Миҫал: Лирик тауышлы, матур тембрлы йырсы эстрада көмбәҙендә халыҡтың иң һөйкөмлө һәм яратҡан йырсыһы кимәленә күтәрелде («Ағиҙел»). Сифаттар араһында “ләкин”, “әммә” ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре ҡулланыла ала. Бындай стилистик алым синтаксик конструкцияларҙың синонимик варианттарын төрләндереүҙә билдәле роль уйнай: Аҡ кейемле, аҡ йөҙлө, әммә бер һүҙ өндәшмәүсе шул Үлем фәрештәһе халыҡ күңелендә һаҡланып ҡалған («Киске Өфө»).
  3. Өсөнсөнән, сифаттар исемләшеп, предметтарҙың атамаһы вазифаһын үтәй. Улар башҡорт халыҡ ижадында ла, художестволы әҫәрҙәрҙә лә, ваҡытлы матбуғатта ла йыш осрай: Әммә ихластар, бер ҡатлылар йыш ҡына өҙгөстәр йылғырҙар янында тинтәккә ҡала (Р. Солтангәрәев). Хатта сифаттарҙың ҡайһы берҙәре ауыл исемдәрен белдерә: Әмир Юламанов — Архангел районының Оҙондар ауылы егете. (Н.Мусин.)

Шулай итеп, сифаттарға хас булған стилистик үҙенсәлектәр, һөйләмдә башҡарған функциялары уларҙы башҡа һүҙ төркөмдәренән айырып тора.