Найти в Дзене
Йондоҙнамә (20–26 октябрь) Ылаҡ (22.12 – 20.01) Ҡайһы бер өмөтлө фекерҙәрегеҙҙән әлегә баш тартырға тура килер. Уңайлы мәл килгәнен көтөгөҙ. Шишәмбеләге һөйләшеүҙән ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Аҙна аҙағында бер юлы нисәлер етди эш менән булырһығыҙ. Һыуғояр (21.01 – 19.02) Көндәр ауырыраҡ килергә оҡшай. Шаршамбылағы ашығыс аҙымдарығыҙ хата булыуы ихтимал. Уларҙы төҙәтеү күп ваҡыт талап итер. Эшләп йөрөгәндәрҙең етәксенән шелтә алыуы ла мөмкин. Балыҡ (20.02 – 20.03) Һиҙгерлелек һәм алдан күрә белеү һәләтегеҙ мотлаҡ артыр. Элек күрмәгәнгә иғтибар бирерһегеҙ, элек төшөнмәгәнде асыҡ аңлай башларһығыҙ һымаҡ. Йомаға ҡаршы күргән төшөгөҙҙө ыңғайға юрағыҙ. Ҡуҙы (21.03 – 20.04) Аҙна башында ниндәйҙер ҡәнәғәтлек кисереүегеҙ бар. Күңелегеҙ етди үҙгәрештәр көҫәр. Күптән көткән ваҡиғалар һаман да оҙаҡҡа һуҙыла кеүек. Шулай ҙа башлаған эштәрегеҙҙе аҙағына еткерерһегеҙ. Буға (21.04 – 21.05) Үҙегеҙҙе ыңғай яҡтан күрһәтеү өсөн мөмкинлектәр осрап торор. Күптәр был арала яңы фекерҙәштәр табыр. Был арала йондоҙҙар бигерәк тә ижади кешеләргә ярҙам итеп торор. Игеҙәктәр (22.05 – 21.06) Ҡәҙимге осор шишәмбе һәм шәмбелә һиҙелерлек уңыштар булыр. Шаршамбыла ғәҙеллекте яҡлап, кәрәкмәгән бәхәскә инерһегеҙ. Уның һеҙгә бер ниндәй ҙә файҙаһы теймәҫ. Ҡыҫала (22.06 –23.07) Күтәренке кәйеф менән эш итерһегеҙ. Шаршамбыла ашыҡмаҫҡа, башта мәсьәләне бар яҡтан тикшерергә ҡушыла. Тәүге фекерҙәрегеҙҙең хаталы булыуы ла мөмкин. Кесе йомала тамамланмай ҡалған эшегеҙ үҙе хаҡында һиҙҙерер. Арыҫлан (24.07 – 23.08) Ошо арала шәхси тормошоғоҙҙағы хәл йыш борсолорға мәжбүр итер. Был, әлбиттә, эштәрегеҙгә кире йоғонто яһар. Күпселектә үҙаллы хәл итерһегеҙ. Кеше ярҙамына өмөт итмәүегеҙ хәйерле. Матди яҡтан ыңғай үҙгәрештәр көтөгөҙ. Ҡыҙ (24.08 – 23.09) Был арала һеҙҙән үтә иғтибарлы булыу талап ителә. Шишәмбелә бәләкәй генә хаталарығыҙ юғалтыуҙарға килтерер. Яҡындарығыҙ ҡәҙимгенән күберәк мәшәҡәтләр, түҙемлерәк булығыҙ. Үлсәү (24.09 – 23.10) Көндәр һәйбәт килер. Ҡағыҙҙар менән бәйле эштәрегеҙ бигерәк тә яҡшы барыр. Шаршамбыла тура һүҙле булыуығыҙҙың кемгәлер оҡшамауы ла ихтимал. Шулай ҙа кемдең кем икәнен аңларға ярҙам итер. Саян (24.10 – 22.11) Осор һеҙ уйлағанса башланмаҫ. Борсолоу өсөн сәбәптәр табылып торор. Ҡайсаҡ ниндәй эшкә тотонорға ла белмәҫһегеҙ. Оҙаҡламай дөйөм хәлдәрегеҙ ыңғайға үҙгәрер. Кесе йомалағы уңайлы мөмкинлектәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Уҡсы (23.11 – 21.12) Был арала ҡайһы бер һәләтегеҙ тулыраҡ асылыр, моғайын. Ләкин арыуығыҙҙы ла һиҙерһегеҙ кеүек. Иңегеҙгә артыҡ йөкләмәләр алмауығыҙ дөрөҫ булыр. Кесе йомала һәм йомала иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар булыр. ӨМӨТБАЙ.
2 месяца назад
Йондоҙнамә (6 – 12 октябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01) Дөйөм хәлегеҙ шыма ғына булмаҫ. Аҡса менән бәйле мәсьәләләр бигерәк тә иғтибар талап итер. Яңылыш аҙым­дарығыҙҙың юғалтыуҙарға килтереүе мөмкин. Бурысҡа инеү, кредит алыу ҡәтғи тыйыла. Һыуғояр (21.01 – 19.02) Элек хәл ителмәгән мәсьәләләргә яңынан ҡайтырһығыҙ кеүек. Үҙегеҙ уларҙы ҡуҙғатмаһағыҙ ҙа, башҡалар иҫегеҙгә төшөрөр. Бәғзеләрҙән кире һүҙҙәр ҙә ишетеүегеҙ ихтимал. Яңы таныштарығыҙ менән һаҡ булығыҙ.  Балыҡ (20.02 – 20.03) Аҙна башында әүҙемлек күрһәтерһегеҙ, бәлки...
2 месяца назад
ЙОНДОҘНАМӘ (29 сентябрь – 5 октябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01) Аҙнаның бер аҙ ауырыраҡ башланып китеүе ихтимал. Яҡындарығыҙ күберәк ләстит менән булышыр, уларҙың хәбәренән бер ниндәй ҙә фәтүә булмаҫ. Үҙ көсөгөҙгә таянһағыҙ, үҙаллы күберәк булдырырһығыҙ. Һыуғояр (21.01 – 19.02) Был арала һәләттәрегеҙ тулыһынса асылырға тейеш. Уңайлы мәл менән файҙаланып ҡалығыҙ, сөнки бындай уңышлы осорҙо тағы бик оҙаҡ көтөргә тура килер. Бик тиҙ арала бәғзеләр һис тә уйламаған дәрәжәгә етер, кемдер бөтөнләй юҡҡа сығыр. Балыҡ (20.02 – 20.03) Көндәр ҡыйыныраҡ килер һымаҡ...
3 месяца назад
ЙОНДОҘНАМӘ (22 – 28 сентябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01) Был арала әүҙемлегегеҙ мотлаҡ артыр. Тик ҡай саҡ көсөгөҙҙө дөрөҫ баһаламауығыҙ ҙа ихтимал. Бәғзеләр хатта бер юлы бер нисә эшкә тотонор. Шуға күрә аҙна йомғаҡтары уйлағандан күпкә кәмерәк булыуы бар. Һыуғояр (21.01 – 19.02) Йондоҙҙар сығымдарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға ҡуша. Шишәмбелә аҡсағыҙҙы кәрәкмәгән нәмәгә түгеүегеҙ мөмкин. Кесе йомала төрлө бәхәстән ары тороғоҙ. Унда ҡатнашыу һеҙгә файҙа бирмәҫ. Балыҡ (20.02 – 20.03) Төп эшегеҙҙә кире хәлдәргә осрарһығыҙ һымаҡ...
3 месяца назад
📌Дрондарға ҡаршы система яҡшы эшләй ⚡️Бөгөн Украина ҡораллы көстәренең Башҡортостандың сәнәғәт предприятиеларына сираттағы һөжүме кисектерелде – “Газпром нефтихим Салауат”ҡа йүнәлтелгән ике пилотһыҙ осоу аппараты бәреп төшөрөлдө. ❗️Дрондарға ҡаршы система ваҡытында һәм теүәл эшләгән. Иң мөһиме, граждандарҙан береһе лә зыян күрмәгән, объекттарға ла ҡаты теймәгән. 💯Был система предприятиеларҙа актив һәм пассив һаҡлау сараларынан тора: ✅мөһим объекттар тирәләй махсус һаҡлау ҡоролмалары; ✅Рәсәй оборона министрлығы менән берлектә эшләнгән һауа хәүефе тураһында хәбәр итеү механизмы; ✅урындарҙа дрондарҙы юҡ итеүсе махсус командалар эшләй. 💥Әйткәндәй, ваҡ пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы көрәшеү еңел түгел, бының өсөн мәргәнлек кәрәк. Әммә беҙҙең подразделениелар үҙ эшен яҡшы башҡара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барыһын да шәхси контролгә алған. Дошмандар илебеҙ тылына мәкерле һөжүм итеп, халыҡты ҡурҡытырға һәм ғауға ҡуптарырға маташыуы көн кеүек асыҡ. Бындай мәлдә тыныслыҡ һаҡлау мөһим. @
3 месяца назад
Если нравится — подпишитесь
Так вы не пропустите новые публикации этого канала