Мәңгегә бергә
Һуңғы арала теге мең тапҡыр бер үк киноны ҡарағандай бер төрлө төш күрә егерме биш йәшлек Зөбәржәт. Ул күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу төҫлө матур милли кейемдә атта саба(теге “Ете ҡыҙ” ҙағы бейеүсе һомғол ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ), ҡупшы ғына итеп үрелгән ауыр ҡара толомдарының осонда көмөш тәңкәләр ихлас сыңлай, ул бәхеттең етенсе күгендә, шул хәтлем шат, үҙе лә аңламай нимәгәлер кинәнеп алсаҡ көлә… (Инде тарихҡа әйләнгән үткән заманмы был, әллә теңкәһенә тейгән бөгөнгөмө?) Һәм ул һис кенә лә бер үҙе түгел, (Я Раббым төштәрендә булһа ла ул яңғыҙ түгел)… Артынан … кем?...