Найти в Дзене
Мәңгегә бергә
Һуңғы арала теге мең тапҡыр бер үк киноны ҡарағандай бер төрлө төш күрә егерме биш йәшлек Зөбәржәт. Ул күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу төҫлө матур милли кейемдә атта саба(теге “Ете ҡыҙ” ҙағы бейеүсе һомғол ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ), ҡупшы ғына итеп үрелгән  ауыр ҡара толомдарының осонда көмөш тәңкәләр ихлас сыңлай, ул бәхеттең етенсе күгендә, шул хәтлем шат, үҙе лә аңламай нимәгәлер кинәнеп алсаҡ көлә… (Инде тарихҡа әйләнгән үткән заманмы был, әллә теңкәһенә тейгән бөгөнгөмө?)  Һәм ул һис кенә лә бер үҙе түгел, (Я Раббым төштәрендә булһа ла ул яңғыҙ түгел)… Артынан … кем?...
7 месяцев назад
Миләүшә. Хикәйә.
Фатир ишеген асҡыс менән асты ла Миләүшә йорт эсенә үтте. Өйҙә бер кем дә юҡ ине. Кереү менән танауга ауыр еҫ бәрелде. Ахыры, атаһы йәнә өйҙә баш йүнәткән... Ваннанан да һейҙек еҫе аңҡый. Күңеле болғанып китте… "Уф, йәнә унитаз йыуырға инде..." Уның хатта илағыһы килеп китте. Һуң ни өсөн уның шундай тормошо, ә? Атаһынын йә ҡоҫкан эшмәкәрлеген таҙарта, йә һейеп яткан матрасын тышҡа сығарып элергә тура килә. Бөтә күршелар көлә уларҙан. Ояты ни тора? Тик бына атаһы ғына оялмай. Уға ике донъя бер мөрйә...
122 читали · 1 год назад
Әминә. Хикәйә.
Һыуыҡ ел елкәне семетә, арҡаны өшөтә.  Тишек булһа ла ҡасандыр иң оло ейәнсәренә тип бәйләп бирелгән бейәләй әҙ-мәҙ ҡул йылыһын тота әле. Өләсәһе юҡ инде. Ошондай бер һыуыҡ көндө бер йыл элек баҡыйлыҡҡа күсте. Баҡыйлыҡ. Шулай тип әйтте мулла бабай.  Ул баҡыйлыҡ ҡайҙа икән?  Унда өләсәһенә нисек икән?  Шәбәйҙеме икән?  Аяҡтары ауырта ине,  йүнәлдеме икән?..  Ошондай уйҙар килә торған бәләкәй генә башына ҡыҙҙың… Бер йыл түшәктә ятты шул. Аяҡтары күгәргәйне, ябыҡты, ҡаҡ һөйәккә ҡалды. Ашауы насарайҙы, тороп һыу ҙа эсә алмай ине...
1 год назад
Һөйөү хаҡы. Хикәйә. Гөлшат Хажиева
Ҡайһы берҙә үҙеңде тутыйғош һымаҡ тояһың.  – Һаумыһығыҙ! Һеҙгә пакет кәрәкме? – Ташлама картаһы бармы? – Наличкамы йә картамы? – Һатып алыуығыҙ өсөн рәхмәт! Тағы ла килегеҙ! Шунан ҡабаттан. – Һаумыһығыҙ! Пакет кәрәкме? – Ташлама картаһы бармы?... Ааааа …. Сәсең йолҡҡоларҙай булаһың шул саҡ. Ләкин эмоциялар эстә генә ҡайнай, касса алдында өйкөлгән халыҡ алдында бер ни булмағандай йылмайырға ғына тура килә. Уларҙың ғәйебе юҡ бит. – Һеҙ миңә ике икмәк һанағанһығыҙ? Мин бер генә икмәк алдым. – Ой, ғәфү итегеҙ...
1 год назад
Һеңлемдең егете. Хикәйә. Гөлшат Хажиева.
– Апай, таныш бул, был Азамат.  Тәндәрем земберләп китте. Шундай ҙа сибәр егетте күргәнем юҡ ине. Муйылдай ҡара күҙҙәр, мыҡты кәүҙәле, сәстәре тулҡынланып маңлайына төшөп тора. Хас теге кореецтарҙыҡы һымаҡ. Ә мин шул BTS тип ауыҙ һыуы ҡороған әҙәм бит.  Етмәһә, дорамалар ҡоло. Көнө-төнө шул сериалдарҙы ҡарайым, төн йоҡламай ҡайсаҡ, әйләнә-тирәләгеләр был йәһәттән йыш ҡына төрттөрә торғандар. Хәйер, миңә барыбер. Теләйем, ҡарайым.  Ә бында алдыңда тере “кореец” тора, һуйған да ҡаплаған Ким У Бин! ...
1 год назад
Ҡурсаҡ. Хикәйә. Гөлшат Хажиева
– Атай, беләһеңме, балалар баҡсаһында Лиданың шундай матур ҡурсағы бар… Мин дә шундайҙы теләйем! Алып бир әле, зинһар… Йөрәк сәнсеп ҡуйҙы. – Әлбиттә, ҡыҙым мотлаҡ алып бирермен, шундай матур ҡыҙға нисек алып бирмәҫкә! Йөрәк икенсегә сәнсте. – Тик һуңғараҡ, йәме. Әле атай эш хаҡы алмаған. – Һин һәр ваҡыт шулай тиһең!... – Әмиләнең йөҙө сытайҙы. – Шунан онотаһың! Ғәзиз йөрәк тәңгәлен ихтыярһыҙҙан ҡапшаны. Өсөнсөгә сәскәндә, тыны ҡыҫылды. – Ҡ-ҡ-ҡыҙым, был юлы вәғәҙә, мотлаҡ алып бирәм, Лидаңҡынан да ҡупшыраҡты, ки-леш-тек-ме? Биш йәшлек Милә, ниһайәт, йылмайҙы...
1 год назад