Найти в Дзене
#берспектакльтарихы "Бер заман мәжлестә ултырам. Минең янда бер ир ултыра. «Нәжиб, ниңә гел минең ҡатынға ҡарап ултыраһың», ти. «Һинең ҡатының матур. Беҙ, яҙыусылар, матурлыҡты яратабыҙ. Шуға ҡарайым», тим. Әлеге ир, «бына һин минең башҡа ҡатындарҙы күрһәң», ти. «Ниңә, һинең ҡатындарың шулай бик күпме ни?» тимен. Барыһын да теҙеп баҫтырһаң, Өфөнән Ырымбурға ҡәҙәр телеграф бағаналарын алыштырып була, ти. Наиләмде алдым да ҡайтып киттем, был бәндә менән бергә ултырмайым, тинем. Ҡайтып «Елғыуар» тигән комедия яҙырға ултырҙым. Бер нәмә лә килеп сыҡмай. Ҡәләмемде атып бәрҙем дә, ниңә, мин әйтәм, был кешегә мин әҫәр яҙам әле?! Донъяла бит матур кешеләр күп. Ысынында, күршелә Рәйсә тигән ҡатын йәшәй ине. Ире ташлап киткән. Мин тоттом да «Рәйсә» тигән пьеса яҙҙым. Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡуйҙы «Рәйсә»не. Ҡазанда булды премьера. Бер заман минең өйгә бер ҡатын менән ир килеп керҙеләр. - Иҫәнмеһегеҙ, Һеҙ беҙҙе таныйһығыҙмы? — тинеләр. — Беҙ Октябрьскийҙан, беҙ Рәйсә менән Фәйзи. Беҙҙе бөтөн донъяға «рисуай» иттегеҙ. Бына беҙ ҡушылдыҡ. Бергә йәшәйбеҙ, һеҙгә ҙур рәхмәт, — тинеләр. Яҙған әҫәрҙәреңдең кешеләргә ярҙам иткәнен күрһәң, йәшәү рәхәт. Нәжип Асанбаев
1 год назад
“Ирҙәр үлә, башын һала, Бөтмәҫ дандары ҡала...” «Порт-Артур» йыры кисә «МИРАҪ» йыр һәм бейеү ансамбленең 31-се концерт миҙгелен ябыу тантанаһында яңғыраны.Ҡурай партияһын Юлай Ҡасимов башҡарҙы. Афарин! #курай
2 года назад
Аҡҡоштарҙы төрлөсә төшөргәйнем. Ҡайһыныһы уңышлы икән? Башҡорт илендә бөтә ер матур. Бигерәктә тыуған ереңдә. Тәбиғәткә ихлас, эскерһеҙ яҡынайған һайын серҙәрен аса. Элек күрмәгәнде хәҙер күрәм. Кемдер машина менән саң борҡотоп үтеп китә. Ә һин сәскә түгел, ҡый үләнен яңылыш тапауҙан ҡурҡаһың. Ҡоштар ҙа ҡурҡып осмай. Һәр ағас, ҡыуаҡ матурлығын күрһәтә. Тәбиғәттә бөтәһе лә камил итеп яратылған. Айҙар, Баймаҡ районы.
2 года назад
Мөслимә Шаһибал ҡыҙы Ҡаҙаҡҡолова (Оло өләсәйем Сәлимәнең һеңлеһе) 1906 йылда Ҡаҙаҡҡол ауылында тыуа. Ауыл мәҙрәсәһендә уҡый. Ҡөрьән-Кәримде яҡшы үҙләштереп, уны ғүмеренең аҙағына тиклем онотмай. Атаһы Шаһибалға бөр көн ике туғаны Исхаҡ Нөхөв килеп төшә. Бәләкәй Мөслимә ул замандағы күренекле шағир Дәртмәнд (Мөхәмәтзакир Рәмиев), Туҡай шиғырҙарын ятҡа һөйләп ултыра. Быны ишетеп Исхаҡ Шаһибалға: -Шаһибал! Был ҡыҙың бик зирәк булғыры. Һин уны урыҫ мәктәбенә уҡырға бир, - тип кәңәш бирә. Һуңынан Исхаҡ, Мөслимәнең башына мин генә еттем, тип үкенеп йөрөй, сөнки Мөслимә бөтә күңелен белем алыуға биреп, тыуған яҡтарын ҡалдырып, ят яҡтарға йүнәлә һәм бөтә ғүмерен ситтә үткәрә. Күбәләк-Тиләү волосы үҙәге Ҡаҙаҡҡол ауылында яңы мәктәп асыла. Бында урыҫ теле дәрестәрен Өфөнән килгән йәш уҡытыусылар – Зәйнәп һәм Мәрйәм исемле ҡыҙҙар алып бара. Мөслимә мәҙрәсәне ҡалдырып, ошо мәктәпкә уҡырға бара. Уны тамамлағас, атаһы Мөслимәне Верхнеуральск реаль училищеһына уҡырға урынлаштыра. Уҡыу процесы бында юғары кимәлдә алып барыла. Уҡыусылар урыҫ телен, урыҫ һәм сит ил классиктарын, юриспруденция, физика, математика, химия, Рәсәй тарихын, дәүләт ҡоролошон, этикет, йыр-музыка, каллиграфия яҙыуын, бейеү дәрестәрен өйрәнәләр. Мөслимә үҙенең иҫ киткес моңло тауышы менән башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡара. Бер йәй Өфөнән килгән судья менән Мөслимә өҫтөндәге бер ҡат күлдәгендә Өфөгә ҡасып китә һәм башҡорт халыҡ драма театрына актриса булып эшкә урынлаша. Уның портреты танылған артистар менән бергә театр фойеһын да биҙәй. Мөслимә артабан да белемен арттырыу юлдарын эҙләй. Әммә был ваҡытта буласаҡ халыҡтар атаһы партияның синфи көрәш концепцияһын ҡулланып, власть башына- бөйөклөккә үрмәләгән сағы була. Олатаһы Сәәйфелмөлөк старшина, атаһы Шаһибал мәзин булғас, Мөслимәгә юғары уҡыу йорттарының ишектәре ябыҡ була. Шулай ҙа белемгә, фәнгә мөккибән бирелгән Мөслимә паспортын алыштырып, олатаһының ярты исемен алып, Ҡаҙаҡҡолва Мөслимә Мөлөк ҡыҙы булып Ҡазанға юллана. –Ленин уҡыған университетта уҡыясаҡмын – тип әйтер була ул, һәм ысынлап та маҡсатына ирешә - юридик факультетҡа инә. Уны уңышлы тамамлағас, аспирантурала уҡый, диссертация яҡлай, юридик фәндәр кандидаты тигән ғилми исемгә лайыҡ була. 1936 йылда Өфөгә ҡайтып, бер районда судья булып эшкә урынлаша. Эш документтары менән тултырылған портфелен йөкмәп, ат эйәрләп атланып, Мөслимә Өфө урамдарын күп тапай. 1937 йылда илдә репрессия көсәйгәс, туғандарының төплө кәңәше менән Мөслимә Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Фрунзеға йүнәлә. Бында ул 1946 йылға тиклем юстиция министры урынбаҫары вазифаһын башҡара. Артабан уны Мәскәүгә саҡырып алып, РСФСР-ҙың Юғары судының баш юрисконсульты итеп тәғәйенләйҙәр.Таганка районынан фатир бирәләр. Мөслимә Ҡаҙаҡҡолова күп тапҡыр СССР Юғары Советының депутаты итеп һайлана. Бында ул яуаплы дәүләт эштәрен башҡара. Мөслимә тыуған яҡтарын бик һағынып иҫкә ала, тик күп йылдар үткәс, 1955 йылдарҙа ғына тыуған ауылы Ҡаҙаҡҡолдо ҡатып күрә ала. Ғәҙәттә ул Магнитогорск аэропортынан такси менән Верхнеуральскиға тура туғандары Исхаҡ Нөхөвтарға килеп төшә. Жәүҙәт Исхаҡ улы уны үҙ Победаһында Ҡаҙаҡҡолға килтерә торған булған. Мөслимә Ҡаҙаҡҡолға еткәнсе туҡтауһыҙ башҡорт халыҡ йырҙарын ихлас йырлап, йөрәгенән ташып сыҡҡан һағыштарын баҫа. Мөслимә Шаһибал ҡыҙы ошондай яуаплы урында эшләүенә ҡарамаҫтан, ваҡыт табып Башҡортостандан Мәскәүҙә уҡыусы студенттарҙың уҡыу барышы, йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһына. Быны беҙ мәшһүр композиторыбыҙ Заһир Исмәғилев миҫалында күрәбеҙ. З.Исмәғилев Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының һуңғы курсында уҡығанда үҙенең диплом эше итеп Салауат Юлаев операһын яҙа башлай. Консерватория сәхнәһендә ошо операнан өҙөктәр уйнағанда тыңлаусылар араһында Мөслимә Шаһибал ҡыҙы ла була. Опера яҙылып бөткәс, уны тәүҙә консерваторияның партком улытырышнда тикшерәләр һәм 17 пункттан торған етешһеҙлек табалар. Опера авторын милләтселектә ғәйепләп, консерваториянан ҡыуҙырталар. Мөслимә Ҡаҙаҡҡолова үҙенең дәрәжәһен файҙаланып Заһир Исмәғилевты бер йылдан яңынан консерваторияла тергеҙеүгә өлгәшә. (Юлай Мостафин яҙмаларынан)
2 года назад
Хәйерниса Шаһибал ҡыҙы (Оло өләсәйем Сәлимәнең апаһы) Ҡобағош ауылынан Ғәйнулла исемле егет менән ғаилә ҡора. Уларҙың Фәйзрахман һәм Зәйнулла исемле улдары була. Фәйзрахман ағай оҙаҡ йылдар Ҡаҙаҡҡол мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Ауыл халҡы уны Тәләкәсе Фәйез тип йөрөтөр булған. Хәйерниса әбей үҙе лә юморға бай кеше була. Бер әхирәтенә сәйгә килгәндә: -Нәзирә, мин килгәндә самауырың шаулап-йырлап ултырһын, ирең шиҡандап торһон, - тип көлдөргән) (Юлай Мостафиндың мәҡәләһенән)
2 года назад
Если нравится — подпишитесь
Так вы не пропустите новые публикации этого канала