Найти в Дзене
#берспектакльтарихы "Бер заман мәжлестә ултырам. Минең янда бер ир ултыра. «Нәжиб, ниңә гел минең ҡатынға ҡарап ултыраһың», ти. «Һинең ҡатының матур. Беҙ, яҙыусылар, матурлыҡты яратабыҙ. Шуға ҡарайым», тим. Әлеге ир, «бына һин минең башҡа ҡатындарҙы күрһәң», ти. «Ниңә, һинең ҡатындарың шулай бик күпме ни?» тимен. Барыһын да теҙеп баҫтырһаң, Өфөнән Ырымбурға ҡәҙәр телеграф бағаналарын алыштырып була, ти. Наиләмде алдым да ҡайтып киттем, был бәндә менән бергә ултырмайым, тинем. Ҡайтып «Елғыуар» тигән комедия яҙырға ултырҙым. Бер нәмә лә килеп сыҡмай. Ҡәләмемде атып бәрҙем дә, ниңә, мин әйтәм, был кешегә мин әҫәр яҙам әле?! Донъяла бит матур кешеләр күп. Ысынында, күршелә Рәйсә тигән ҡатын йәшәй ине. Ире ташлап киткән. Мин тоттом да «Рәйсә» тигән пьеса яҙҙым. Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡуйҙы «Рәйсә»не. Ҡазанда булды премьера. Бер заман минең өйгә бер ҡатын менән ир килеп керҙеләр. - Иҫәнмеһегеҙ, Һеҙ беҙҙе таныйһығыҙмы? — тинеләр. — Беҙ Октябрьскийҙан, беҙ Рәйсә менән Фәйзи. Беҙҙе бөтөн донъяға «рисуай» иттегеҙ. Бына беҙ ҡушылдыҡ. Бергә йәшәйбеҙ, һеҙгә ҙур рәхмәт, — тинеләр. Яҙған әҫәрҙәреңдең кешеләргә ярҙам иткәнен күрһәң, йәшәү рәхәт. Нәжип Асанбаев
9 месяцев назад
“Ирҙәр үлә, башын һала, Бөтмәҫ дандары ҡала...” «Порт-Артур» йыры кисә «МИРАҪ» йыр һәм бейеү ансамбленең 31-се концерт миҙгелен ябыу тантанаһында яңғыраны.Ҡурай партияһын Юлай Ҡасимов башҡарҙы. Афарин! #курай
11 месяцев назад
Аҡҡоштарҙы төрлөсә төшөргәйнем. Ҡайһыныһы уңышлы икән? Башҡорт илендә бөтә ер матур. Бигерәктә тыуған ереңдә. Тәбиғәткә ихлас, эскерһеҙ яҡынайған һайын серҙәрен аса. Элек күрмәгәнде хәҙер күрәм. Кемдер машина менән саң борҡотоп үтеп китә. Ә һин сәскә түгел, ҡый үләнен яңылыш тапауҙан ҡурҡаһың. Ҡоштар ҙа ҡурҡып осмай. Һәр ағас, ҡыуаҡ матурлығын күрһәтә. Тәбиғәттә бөтәһе лә камил итеп яратылған. Айҙар, Баймаҡ районы.
1 год назад
Мөслимә Шаһибал ҡыҙы Ҡаҙаҡҡолова (Оло өләсәйем Сәлимәнең һеңлеһе) 1906 йылда Ҡаҙаҡҡол ауылында тыуа. Ауыл мәҙрәсәһендә уҡый. Ҡөрьән-Кәримде яҡшы үҙләштереп, уны ғүмеренең аҙағына тиклем онотмай. Атаһы Шаһибалға бөр көн ике туғаны Исхаҡ Нөхөв килеп төшә. Бәләкәй Мөслимә ул замандағы күренекле шағир Дәртмәнд (Мөхәмәтзакир Рәмиев), Туҡай шиғырҙарын ятҡа һөйләп ултыра. Быны ишетеп Исхаҡ Шаһибалға: -Шаһибал! Был ҡыҙың бик зирәк булғыры. Һин уны урыҫ мәктәбенә уҡырға бир, - тип кәңәш бирә. Һуңынан Исхаҡ, Мөслимәнең башына мин генә еттем, тип үкенеп йөрөй, сөнки Мөслимә бөтә күңелен белем алыуға биреп, тыуған яҡтарын ҡалдырып, ят яҡтарға йүнәлә һәм бөтә ғүмерен ситтә үткәрә. Күбәләк-Тиләү волосы үҙәге Ҡаҙаҡҡол ауылында яңы мәктәп асыла. Бында урыҫ теле дәрестәрен Өфөнән килгән йәш уҡытыусылар – Зәйнәп һәм Мәрйәм исемле ҡыҙҙар алып бара. Мөслимә мәҙрәсәне ҡалдырып, ошо мәктәпкә уҡырға бара. Уны тамамлағас, атаһы Мөслимәне Верхнеуральск реаль училищеһына уҡырға урынлаштыра. Уҡыу процесы бында юғары кимәлдә алып барыла. Уҡыусылар урыҫ телен, урыҫ һәм сит ил классиктарын, юриспруденция, физика, математика, химия, Рәсәй тарихын, дәүләт ҡоролошон, этикет, йыр-музыка, каллиграфия яҙыуын, бейеү дәрестәрен өйрәнәләр. Мөслимә үҙенең иҫ киткес моңло тауышы менән башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡара. Бер йәй Өфөнән килгән судья менән Мөслимә өҫтөндәге бер ҡат күлдәгендә Өфөгә ҡасып китә һәм башҡорт халыҡ драма театрына актриса булып эшкә урынлаша. Уның портреты танылған артистар менән бергә театр фойеһын да биҙәй. Мөслимә артабан да белемен арттырыу юлдарын эҙләй. Әммә был ваҡытта буласаҡ халыҡтар атаһы партияның синфи көрәш концепцияһын ҡулланып, власть башына- бөйөклөккә үрмәләгән сағы була. Олатаһы Сәәйфелмөлөк старшина, атаһы Шаһибал мәзин булғас, Мөслимәгә юғары уҡыу йорттарының ишектәре ябыҡ була. Шулай ҙа белемгә, фәнгә мөккибән бирелгән Мөслимә паспортын алыштырып, олатаһының ярты исемен алып, Ҡаҙаҡҡолва Мөслимә Мөлөк ҡыҙы булып Ҡазанға юллана. –Ленин уҡыған университетта уҡыясаҡмын – тип әйтер була ул, һәм ысынлап та маҡсатына ирешә - юридик факультетҡа инә. Уны уңышлы тамамлағас, аспирантурала уҡый, диссертация яҡлай, юридик фәндәр кандидаты тигән ғилми исемгә лайыҡ була. 1936 йылда Өфөгә ҡайтып, бер районда судья булып эшкә урынлаша. Эш документтары менән тултырылған портфелен йөкмәп, ат эйәрләп атланып, Мөслимә Өфө урамдарын күп тапай. 1937 йылда илдә репрессия көсәйгәс, туғандарының төплө кәңәше менән Мөслимә Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Фрунзеға йүнәлә. Бында ул 1946 йылға тиклем юстиция министры урынбаҫары вазифаһын башҡара. Артабан уны Мәскәүгә саҡырып алып, РСФСР-ҙың Юғары судының баш юрисконсульты итеп тәғәйенләйҙәр.Таганка районынан фатир бирәләр. Мөслимә Ҡаҙаҡҡолова күп тапҡыр СССР Юғары Советының депутаты итеп һайлана. Бында ул яуаплы дәүләт эштәрен башҡара. Мөслимә тыуған яҡтарын бик һағынып иҫкә ала, тик күп йылдар үткәс, 1955 йылдарҙа ғына тыуған ауылы Ҡаҙаҡҡолдо ҡатып күрә ала. Ғәҙәттә ул Магнитогорск аэропортынан такси менән Верхнеуральскиға тура туғандары Исхаҡ Нөхөвтарға килеп төшә. Жәүҙәт Исхаҡ улы уны үҙ Победаһында Ҡаҙаҡҡолға килтерә торған булған. Мөслимә Ҡаҙаҡҡолға еткәнсе туҡтауһыҙ башҡорт халыҡ йырҙарын ихлас йырлап, йөрәгенән ташып сыҡҡан һағыштарын баҫа. Мөслимә Шаһибал ҡыҙы ошондай яуаплы урында эшләүенә ҡарамаҫтан, ваҡыт табып Башҡортостандан Мәскәүҙә уҡыусы студенттарҙың уҡыу барышы, йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһына. Быны беҙ мәшһүр композиторыбыҙ Заһир Исмәғилев миҫалында күрәбеҙ. З.Исмәғилев Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының һуңғы курсында уҡығанда үҙенең диплом эше итеп Салауат Юлаев операһын яҙа башлай. Консерватория сәхнәһендә ошо операнан өҙөктәр уйнағанда тыңлаусылар араһында Мөслимә Шаһибал ҡыҙы ла була. Опера яҙылып бөткәс, уны тәүҙә консерваторияның партком улытырышнда тикшерәләр һәм 17 пункттан торған етешһеҙлек табалар. Опера авторын милләтселектә ғәйепләп, консерваториянан ҡыуҙырталар. Мөслимә Ҡаҙаҡҡолова үҙенең дәрәжәһен файҙаланып Заһир Исмәғилевты бер йылдан яңынан консерваторияла тергеҙеүгә өлгәшә. (Юлай Мостафин яҙмаларынан)
1 год назад
Хәйерниса Шаһибал ҡыҙы (Оло өләсәйем Сәлимәнең апаһы) Ҡобағош ауылынан Ғәйнулла исемле егет менән ғаилә ҡора. Уларҙың Фәйзрахман һәм Зәйнулла исемле улдары була. Фәйзрахман ағай оҙаҡ йылдар Ҡаҙаҡҡол мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Ауыл халҡы уны Тәләкәсе Фәйез тип йөрөтөр булған. Хәйерниса әбей үҙе лә юморға бай кеше була. Бер әхирәтенә сәйгә килгәндә: -Нәзирә, мин килгәндә самауырың шаулап-йырлап ултырһын, ирең шиҡандап торһон, - тип көлдөргән) (Юлай Мостафиндың мәҡәләһенән)
1 год назад
Бала саҡта Фәхерниса тигән әбейҙең яҙмышы тураһында өләсәй һөйләй торғайны. Рыбаковтың яҙмаларында ла Фәхерниса хаҡында уҡығайным. Уларҙың бер үк кеше икәнлеген яңыраҡ ҡына белеп ҡалдым! Фәхерниса Шаһибал ҡыҙы (Сәлимә өләсәйҙең бер туған апаһы) Ҡаҙаҡҡол йорт старшинаһы Сәйфелмөлөк Ҡаҙаҡҡоловтоң ҡатыны Сәлиха менән Әлтерәш сотниктың ейәне Нөх – бер туған, ә Сәйфелмөлөктөң балалары Шаһибал, Ғабдулла, Хәбибулла Исхаҡ Нөхов менән ике туған була. Шаһибалдың балалары –Фәхерниса, Хәйерниса, Мөслимә, Сәлимә, Шакир, Ғабдулланың Нәсиха һәм Хәлисә исемле ҡыҙҙары була. Хәбибулланың балалары Хәбибрахман, Ғүмәр, Рауза исемле. Шулай уҡ Исхаҡ Нөхөвтың ике туғаны Шаһимырҙан Мәғәфүров Сораман ауылында йәшәгән. 1921 йылғы аслыҡ ваҡытында Шаһимырҙан байтаҡ ауылдаштарын үлемдән ҡотҡарып алып ҡалған тип һөйләйҙәр. 1894 йылдың йәй урталарында ҡаҙаҡҡолдар Уралдағы Ҡараҡбаҫҡан йортонан Ҡабыҫта йортҡа күсеп ултырғас, уларға Верхнеуральскиҙа йәшәгән Ырымбур губернаһыының халыҡ мәғарифы мәктәптәренең начальнигы Гавриил Рыбаковтың улы Сергей килеп төшә. Ул ошо йылда Петербург университетының тарих, филология, юридик факультеттарын, Петербург консерваторияһын тамамлап, Ҡаҙаҡҡол башҡорттарының йыр-көйҙәрен нотаға һалып, яҙып алыу һәм уларҙың көнкүрешен өйрәнеү менән шөғөлләнә. Азамат байҙан яңы тирмә ҡорҙороп, үҙенең тәржемәсеһе менән йәйләүҙә йәшәй, һуңынан Сергей Рыбаков "Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта" тигән хеҙмәтен баҫтырып сығара. Сергей башҡорттарҙың көслө, физик һәм рухи яҡтан таҙа, бер ҡатлы, ышаныусан, киң күңелле, асыҡ, эскерһеҙ, рәхимле, шәфҡәтле, ҡунаҡсыл, иленә тоғро, урыҫтар менән яҡшы мөнәсәбәттә булыуҙары, шикләнмәйенсә балаларын урыҫ мәктәптәренә биреүҙәре, башҡорт балаларының үтә лә һәләтле булыуҙары тураһында һоҡланып яҙа. -Ҡаҙаҡҡол башҡорттары исламдың тоғро улдары булһалар ҙа, татарҙарҙа булған фанатизм уларҙа бөтөнләй осрамай, - тип яҙа ул. С.Рыбаков Фәхерниса тураһында ишетеп, уға үҙенең китабында байтаҡ урын бүлә. Уны иң ғәжәпләндергәне Фәхернисаның Мәҫкәү ауылында кейәүҙә булып, ирен яратмай, шәриғәт ҡанундарын боҙоп, ирен ташлап атаһы йортона ҡайтып китеүе була. Был инде Ҡаҙаҡҡол ҡатын-ҡыҙҙарының башҡа мосолман доньяһынан айырмалы рәүештә үҙаллылығын, ул заманда күрелмәгән азатлыҡ менән файҙаланыуҙарын күрһәтә. Йәйләүҙә Сергей Фәхернисаны осратып, уның етеҙ хәрәкәтле, эшсән, матур йәш ҡатын булыуына һоҡланып яҙа. Оҙаҡламай Фәхерниса Ҡарағужа ауылынан Илһам исемле егеткә кейәүгә сыға. Уларҙың улдары – хәрби летчик һуғышта батырҙарса һәләк була. 1944 йылда Фәхернисаға улы өсөн байтаҡ ҡына аҡса сыға. Шул йылдың яҙында район үҙәгенән аҡсаһын алып, йәйәүләп юлға сыҡҡан Фәхерниса әбейҙе Рәсүл-Ишкен юлында талап, үлтереп китәләр. (Юлай Мостафин яҙған, ҙур рәхмәт уға!) #историябашкир #сергейрыбаков #учалинскийрайон #история #казаккулово
1 год назад
Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының "Эрмитаж" залында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Рушания Бәҙретдинованың күргәҙмәһе эшләй. Авторҙың экспозицияға ҡуйылған картиналары Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналған. Ижади эштәрҙә ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек, тарихи хәтер темалары һүрәтләнгән. Рәссам уларҙы махсус хәрби операция башланғас яҙа башлаған. Күргәҙмә 15 майға тиклем эшләй. Инеү бушлай.
1 год назад
"Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр" . Башҡорт халыҡ мәҡәле. Учалынан Гөлиә Кәримова-Мөбәрәкова милли стилдә өҫ кейемдәре бәйләй. Был кардигандағы яҙыу халыҡ мәҡәленән алынған. "Уңған ҡатын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр". Тәржемәһе: трудолюбивая женщина на снегу казан вскипятит.
1 год назад
Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр. Күптәр был йырҙы баш ҡала аллеяларын биҙәгән йүкәләргә һоҡланып уҙған саҡта халыҡ шағирының илһамы уянғандыр ҙа, шиғыр юлдары тыуғандыр, тип уйлайҙар. Улай түгел икән шул! Был турала композитор Рим Хәсәнов бына нимә яҙа: Яҙыусылар союзында ла, Композиторҙар берлегендә лә элек пропаганда бюроһы бар ине. Был бюро- лар көслө эш алып бара. Ай һайын яҙыусылар һәм йырсы-композиторҙар, автобустарға тейәлешеп, райондар, ауылдар буйлап йөрөй, халыҡ менән осраша. Шунда Назар ағай мине үҙе менән бергә йөрөтә башланы. Шағирҙар шиғыр уҡый, мин, гитара сиртеп, уларҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙарымды башҡарам. Бер мәл Стәрлетамаҡ– Ишембай яҡтарында йөрөп килеп, төнгә ҡалып ҡына ҡайтып торабыҙ. Пушкин – Карл Маркс урамдары тирәһендә бер ағайҙы оҙаттыҡ, артабан Назар Нәжмигә сәй эсергә юлландыҡ. Ул тирәлә боронғо йыуан-йыуан йүкәләр үҫә ине. Беҙ шул йүкәләр аҫтынан тын ғына атлап барабыҙ. Назар ағай: «Был йүкәләр беҙгә тиклем дә әллә күпме йылдар ултырған, кемдәрҙелер иҫләйҙәр инде. Беҙҙән һуң да шаулап үҫеп, сәскә атып беҙҙе хәтерләрҙәр әле...» тине шул саҡ. Был һүҙҙәр минең йөрәккә килеп инде лә күңелдә моң сиртте. «Назар ағай, бер шәп кенә шиғыр яҙ әле, – тим, – ә көй бар инде!» «Өфө йүкәләре» тап шул мәлдә яралды. #берйыртарихы
1 год назад
...Атнабаевтар ғаиләһендә байрамдар гөрләп үтә – үҙҙәре лә йор һүҙле, шаян халыҡ. Бер ваҡыт шулай табында ултырғанда театр тураһында бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәбәрҙәрҙән һуң Мәрзиә апай: “Етер һеҙгә, ниндәй гел театр ҙа театр, башҡа һөйләр һүҙегеҙ юҡмы ни! Йырлағыҙ, бейегеҙ, бүтән кешеләр кеүек ял итегеҙ!” – тип балаларына шелтә бирә. Зинира, актриса булараҡ, әсәһен тынысландыра: “Бөттө-бөттө, әсәкәйем, хәҙер мин уларҙы ауыҙлыҡлайым, бына һеҙгә һауыт, кем театр тураһында һүҙ әйтә, ошонда биш һум штраф һала” –тип әйтә лә өҫтәлгә һауыт ҡуя. Бөтәһе лә тынып ҡала, ашай-эсә башлай, ара-тирә тамаҡ ҡырғылап ҡуялар. Шул ваҡыт Әнғәм ағай кеҫәһенән аҡса сығарып һауытҡа һала ла: “Бына һеҙгә илле һум, кис буйы рәхәтләнеп театр тураһында һөйләйем!” –тимәһенме!.. Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев тураһында хәтирәләрҙән.
1 год назад
Йырлағанда, көй өсөн, “тауыҡтары йырлай”, тиҙәр. Гәрсә унда тыумаһам да, мин бер аҙ торған инем; Ерҙе аҙ- маҙ тырмалап, сәскән инем, урған инем. Ул ауылдың, һис онотмайым, һәр яғы урман ине; Ул болон, йәшел үләндәр хәтфәнән юрған ине. Ҙурмы, тиһәң, ҙур түгелдер, был ауыл бик кескенә; Халҡының эскән һыуы бик кескенә инеш кенә Унда бик һалҡын һәм бик эҫе түгел, урта һауа. (Шүрәле) Ғабдулла Туҡай
1 год назад
Алһыу алмағас. Халыҡта уны башҡорт сакураһы тип тә йөрөтәләр. 🍃
1 год назад