Найти в Дзене
Атай хаҡы
Хикәйә Ғәлимйәндең автобусты туҡтатыуы булды, барса халыҡ этешә-төртөшә ишеккә тығылды. – Күҙең аларып, әҙәм башы аша ҡайҙа ынтылаһың? Алдыңда торған кешеләр әллә һиңә түмәрме? – Аяғыма баҫтың!!! Уй, Аллам, үлтерә инде! Ал аяғыңды! Ни таш һымаҡ кәүҙәң менән ҡымшанмай ҙа аяғыма баҫып тик тораһың?! Ул арала бер бала ҡысҡырып илап ебәрҙе. – Индерегеҙ бынау баланы әсәһе менән алдан... – Ҡайҙа һуҡыр һарыҡ һымаҡ алға тороп алғанһың да ни инмәйһең, ни сыҡмайһың? Дәү кәүҙәһе менән автобус ишегенә ҡыҫылып торған һаҡалтай иргә әрләү һүҙҙәре яуҙы...
1 год назад
Кәләш әйттергәндә
Хикәйә Мөхәббәт тәменә иҫергән бәхетле кейәү менән кәләштең хисле кисерештәрен күҙәтеү еңел икән ул һәр туйҙа. Ә үҙ никахыңа әҙерләнгән һайын, эш кәмемәй, киреһенсә, береһе артынан икенсеһе, өсөнсөһө... Минең менән дә шулайыраҡ хәл булды. Өйләнәм тип оҙон аҡса эшләп ҡайтҡас, йөрөгән ҡыҙым, һағышлы ҡарашы менән йәнемде өтөп: «Ҡәҙерлем, һине шул хәтлем көттөм: уйламаған көнөм, сәғәтем, минутым булманы... Әхирәттәрем дә кейәүгә сығып бөттө, ә мин...», – тине. Әлбиттә, уның йән иҙрәткес яратыу хисе менән һуғарылған наҙлы йөрәк һүҙҙәре аңымды юйҙы – иренем...
1 год назад
Бер иртәлә
Хикәйә Уны подъездан сығыу менән абайланым. Ул да, сәләмләп, эйәк ҡаҡты һәм мин уның машинаһына ултырҙым. Беҙ ҡуҙғалдыҡ. Бына бер аҙна инде ул һәр көн иртәнсәк эшләгән еремә ҡаршы ғына туҡталышҡа тиклем оҙата. Әммә был егет әлегә бәләкәй генә серем. Беҙ иртәнсәк сәғәт һигеҙҙә таныштыҡ. Ғәҙәти көн башланған саҡ, үҙем ултырасаҡ троллейбусты көтөп, туҡталышта торам. Шул мәл бер еңел машина килеп туҡтаны ла руль артында ултырған егет ҡул болғаны. Ҡапыл аптырап киттем, ә ул йылмая, шундай яғымлы йылмая, донъялағы иң матур егет кеүек күренде ул миңә...
2 года назад
Айғыр әбей
Хикәйә Туҡһан йәшкә етеп килгән әбейҙең иҫе лә дөрөҫ, күҙҙәре лә аяҡ-юллыҡ күрә, һаулығы маҡтанырлыҡ булмаһа ла, зарланырлыҡ та түгел. Һәр хәлдә, ошо йәшкә етеп, дауаханала ятҡаны юҡ. Яр башында ултырған ҙур ихатаның бер ситендәге бәләкәй өйҙә йәшәй ул. Берҙән-бер улы ғаиләһе менән оло йортта. Әбейгә унда ла урын бар. Килене менән улы ла, ейәндәре лә ситләтмәй уны, киреһенсә, өҙөлөп торалар. Эйе-эйе, уға ошонда, үҙ мөйөшөндә рәхәт тә, тыныс та. Электән яңғыҙлыҡты яратты ул. Үҙе менән генә ҡалып һөйләшкән, серләшкән, бәхәсләшкән, хатта әрләшеп-әрепләшеп киткән саҡтары йыш була...
116 читали · 2 года назад
Сигелгән ҡулъяулыҡ
Хикәйә Һеңлем телефондан әсәйемдең бер аҙ ауырыңҡырап тороуы хаҡында әйткәс, ауылға ҡайтып килергә булдым. Үҙем дә күптән йыйынғайным инде, мәле генә сыҡмайыраҡ торҙо. Магазиндан күстәнәстәр сығып алдым. Уларҙы башта пакетҡа ғына тултырғайным. Кейем-һалымдарымды ла йыйнай башлағас, әйберҙәрем күбәйҙе лә китте. Шуға, эсенә әллә күпме нәмәләр һыя, уңайлы ла, тип юл сумаҙанын алырға булдым. Ултырғысҡа баҫып, уны антресолдән тартып сығарайым тиһәм, шап итеп иҙәнгә фотоальбом килеп төштө. Араһынан ниндәйҙер бер сепрәк киҫәге осоп сығып, өҫтәл аҫтына барып ятты...
103 читали · 2 года назад
Если нравится — подпишитесь
Так вы не пропустите новые публикации этого канала