Найти в Дзене
Атай хаҡы
Хикәйә Ғәлимйәндең автобусты туҡтатыуы булды, барса халыҡ этешә-төртөшә ишеккә тығылды. – Күҙең аларып, әҙәм башы аша ҡайҙа ынтылаһың? Алдыңда торған кешеләр әллә һиңә түмәрме? – Аяғыма баҫтың!!! Уй, Аллам, үлтерә инде! Ал аяғыңды! Ни таш һымаҡ кәүҙәң менән ҡымшанмай ҙа аяғыма баҫып тик тораһың?! Ул арала бер бала ҡысҡырып илап ебәрҙе. – Индерегеҙ бынау баланы әсәһе менән алдан... – Ҡайҙа һуҡыр һарыҡ һымаҡ алға тороп алғанһың да ни инмәйһең, ни сыҡмайһың? Дәү кәүҙәһе менән автобус ишегенә ҡыҫылып торған һаҡалтай иргә әрләү һүҙҙәре яуҙы...
1 год назад
Кәләш әйттергәндә
Хикәйә Мөхәббәт тәменә иҫергән бәхетле кейәү менән кәләштең хисле кисерештәрен күҙәтеү еңел икән ул һәр туйҙа. Ә үҙ никахыңа әҙерләнгән һайын, эш кәмемәй, киреһенсә, береһе артынан икенсеһе, өсөнсөһө... Минең менән дә шулайыраҡ хәл булды. Өйләнәм тип оҙон аҡса эшләп ҡайтҡас, йөрөгән ҡыҙым, һағышлы ҡарашы менән йәнемде өтөп: «Ҡәҙерлем, һине шул хәтлем көттөм: уйламаған көнөм, сәғәтем, минутым булманы... Әхирәттәрем дә кейәүгә сығып бөттө, ә мин...», – тине. Әлбиттә, уның йән иҙрәткес яратыу хисе менән һуғарылған наҙлы йөрәк һүҙҙәре аңымды юйҙы – иренем...
1 год назад
Бер иртәлә
Хикәйә Уны подъездан сығыу менән абайланым. Ул да, сәләмләп, эйәк ҡаҡты һәм мин уның машинаһына ултырҙым. Беҙ ҡуҙғалдыҡ. Бына бер аҙна инде ул һәр көн иртәнсәк эшләгән еремә ҡаршы ғына туҡталышҡа тиклем оҙата. Әммә был егет әлегә бәләкәй генә серем. Беҙ иртәнсәк сәғәт һигеҙҙә таныштыҡ. Ғәҙәти көн башланған саҡ, үҙем ултырасаҡ троллейбусты көтөп, туҡталышта торам. Шул мәл бер еңел машина килеп туҡтаны ла руль артында ултырған егет ҡул болғаны. Ҡапыл аптырап киттем, ә ул йылмая, шундай яғымлы йылмая, донъялағы иң матур егет кеүек күренде ул миңә...
1 год назад
Айғыр әбей
Хикәйә Туҡһан йәшкә етеп килгән әбейҙең иҫе лә дөрөҫ, күҙҙәре лә аяҡ-юллыҡ күрә, һаулығы маҡтанырлыҡ булмаһа ла, зарланырлыҡ та түгел. Һәр хәлдә, ошо йәшкә етеп, дауаханала ятҡаны юҡ. Яр башында ултырған ҙур ихатаның бер ситендәге бәләкәй өйҙә йәшәй ул. Берҙән-бер улы ғаиләһе менән оло йортта. Әбейгә унда ла урын бар. Килене менән улы ла, ейәндәре лә ситләтмәй уны, киреһенсә, өҙөлөп торалар. Эйе-эйе, уға ошонда, үҙ мөйөшөндә рәхәт тә, тыныс та. Электән яңғыҙлыҡты яратты ул. Үҙе менән генә ҡалып һөйләшкән, серләшкән, бәхәсләшкән, хатта әрләшеп-әрепләшеп киткән саҡтары йыш була...
114 читали · 1 год назад
Сигелгән ҡулъяулыҡ
Хикәйә Һеңлем телефондан әсәйемдең бер аҙ ауырыңҡырап тороуы хаҡында әйткәс, ауылға ҡайтып килергә булдым. Үҙем дә күптән йыйынғайным инде, мәле генә сыҡмайыраҡ торҙо. Магазиндан күстәнәстәр сығып алдым. Уларҙы башта пакетҡа ғына тултырғайным. Кейем-һалымдарымды ла йыйнай башлағас, әйберҙәрем күбәйҙе лә китте. Шуға, эсенә әллә күпме нәмәләр һыя, уңайлы ла, тип юл сумаҙанын алырға булдым. Ултырғысҡа баҫып, уны антресолдән тартып сығарайым тиһәм, шап итеп иҙәнгә фотоальбом килеп төштө. Араһынан ниндәйҙер бер сепрәк киҫәге осоп сығып, өҫтәл аҫтына барып ятты...
102 читали · 1 год назад
Тауыҡ һурпаһы
Хикәйә Октябрь байрамы ине. Фәнүр класташы Данил менән урамға сығып йөрөп килергә булды. Ул – ҡарт буйҙаҡ, ә дуҫының ҡатыны менән аралары боҙолошоп торған мәл. Майҙанда халыҡ йыйыла башлаған. «Әйҙә, туғандарым менән таныштырам», – тип, Данил балалар коляскаһы тотоп торған ир менән ҡатын янына алып килде уны. Фәнүр уларҙы бер аҙ таный. Ире милицияла эшләй, өйҙәре эргәһенән эшкә үтә. Ҡатыны уҡыта, шикелле. Ә бына эргәләрендә торған ҡыҙ таныш түгел. Күҙҙәре моңһоу күренгән һылыу уның иғтибарын йәлеп итмәне башта...
1 год назад
Утыҙынсы маршрут
Хикәйә Оҙайлы яңы йыл каникулының һуңғы көнө. Ул буранлы һәм сасҡау. Шуға ла, күрәһең, урамда халыҡ аҙ. Ғәҙәттә, Затон биҫтәһенә йөрөгән шығырым тулы утыҙынсы «К» маршруты автобусында тиҫтәләгән генә пассажир. «Мир» туҡталышында автобусҡа ике йәш кеше инде – ҡыҙ һәм егет. Егет ҡышҡы һыуыҡҡа бирешкәндәй түгел: ҡолаҡсыны төшөрөлгән кәпәс, оҙон салғыйлы пальто кейгән. Ә ҡушарлаған тәпәш буйлы сибек ерән ҡыҙ ныҡ өшөгәйне. Торна аяғындай нәҙек балтырҙарына джинсы салбары һылашҡан, ҡыҫҡа курткаһы билен дә ҡапламай...
197 читали · 1 год назад
Умырзая
Хикәйә Ҡыҙҙар күңеле иртә уяна шул. Малайҙар тәнәфестә дыу килеп уйнай, йә булмаһа ихатаға сығып туп тибә – рәхәтләнеп бала саҡтарын үткәрә, ә ҡыҙҙар инде юҡ-юҡ та малайҙарға серле ҡараш ташлап ала. «Ниндәй булыр икән?» – тигән һорау яҙылған был ҡарашта. Ниндәй һөйгән йәр, ниндәй ир? Шәһиҙәнең дә бар күҙе төшкән егете. Күҙе төшкән тип, уныһы арттырыу инде, аҙыраҡ оҡшай кеүек, бары шул ғына. Оҡшаған нәмә күп булыр, тип үҙ-үҙен тыя ҡыҙ был хаҡта уйлағанда. Ваҡытһыҙ килгән хистәр ҡурҡыта шул. Ағастар ҙа бит яҙ килмәй бөрө ярмай...
149 читали · 1 год назад
Уңыш килтергән калуш
Бәйән Төрки халыҡтары донъя­һында зирәклеге менән дан тотҡан Хужа Насретдин һәм уның тоғро ишәге тураһындағы яҙмалар менән таныш булмаған кеше юҡтыр ул. Уның популярлығы шул тиклем, хатта Туҡайҙың «Шүрәле»һенә Ҡаҙанда һәйкәл ҡуйылған кеүек, Хужа Насретдин һәм уның ишәгенә лә тыуған илендә – Үзбәкстанда – һәйкәл бар. Үҙем дә шул яҡтарға сәфәр сыҡҡа­нымда ул легендар зат тураһында күп ишеттем. Шуларҙың береһен һиңә лә һөйләргә булдым, ҡәҙерле уҡыусым. Аҡыллыға – ишара, тигәндәй, был бәйәндең тормошта кәрәге тейеүе лә бар...
1 год назад
Бишек йыры
Хикәйә Эштән ҡайтҡанда Озода трам­вайға ултырманы, кеше мыжғып торған күләгәле урамдан атларға булды. Һауанан яҙҙың хуш еҫтәре аңҡый. Ишек алды ҡоймалары аша аҫылынып төшкән өрөк ағастары сәскәләренән аҡ мамыҡтай таж япраҡтары ҡойола, селтерәп ағыусы арыҡтарҙа күңелле йөҙә. Озоданың бында биш йыл инде булғаны юҡ: урам да, ағастар ҙа, селтерәп ағыусы арыҡтар ҙа – уның күңеле мөхәббәт утында янған, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡан, йөрәге аҫтында беренсе тапҡыр башҡа тормошто тойған бәхетле мәлдәренең тере хәтере улар...
1 год назад
Аҡҡош йыры
Хикәйә Эй уңған да инде Сәлимдең ҡатыны! Ире уяныуға аш бүл­мәһендәге ап-аҡ ашъяулыҡ ябылған ыҡсым өҫтәлгә әллә күпме һый теҙеп ҡуйған! Икеһе лә яратып ашаған – былау, ваҡ бәлеш бешергән, йәшелсәнән турама эшләгән. Ҡайһы арала өлгөргән? Дөрөҫ, Рәмиләһе уны эшенә гел тәмле итеп ашатып оҙатырға тырыша. Әммә бөгөнгө табын, ниндәйҙер тантана үткәреү өсөн әҙерләнгән кеүек, айырыуса күркәм. Ҡатыны үҙе лә нисектер серле күренә. Ап-аҡ туҡымаға ваҡ ҡына ҡара борсаҡ һибелгән, бәләкәй генә аҡ яғалы, оҙон итәкле, тәненә һыланып ҡына торған күлдәген кейгән...
1 год назад
Әйтмәнең...
Хикәйә Дүшәмбе көндө иртән офисыбыҙҙың ишеген асыу менән ниндәйҙер бик күңелһеҙ хәл булғанлығы һиҙелде. Барыһының да ҡулынан эш төшкән, йөҙҙәре ҡасҡайны. – Ни булды? – тинем сабырһыҙланып. – Лаура вафат булған!.. Көтөлмәгән хәбәрҙән шаңҡып, оҙаҡ ҡына ни әйтергә лә белмәй торҙом. – Ул бит Питерға йыйына ине! – телемә килгән беренсе һүҙем шул булды. Ҡыҙҙар, ни һөйләйһең һин, тигәндәй, минең яҡҡа ғәйепләү тулы ҡараштарын ташланы. Һәм мин бындай осраҡтарҙа әйтелә торған ғәҙәти һүҙҙәрҙе ҡабатларға мәжбүр булдым: – Урыны ожмахта булһын! – Эйе, эйе, – тиештеләр улар...
1 год назад