Найти в Дзене
Хәйбулла районында аҡҡоштар кешеләргә эйәләшкән
Хәйбулла районының Ивановка ауылында аҡҡош ғаиләһе дүрт себеше менән кешеләргә эйәләшкән. Мәмбәт ауылында йәшәгән Вәсилә Мәмбәтова әйтеүенсә, ҡоштар кешенән ҡурҡмай, ҡулға өйрәнгән. «Аҡҡоштар иң тәүҙә бер ихата алдына килеп ултырған. Асыҡҡандыр, тип уйлап, уларҙы ашатҡандар һәм тоҡҡа һалып ауыл осондағы быуаға ебәргәндәр. Бөгөнгө көндә быуа янында йәшәгән бер хужалыҡҡа килеп-китеп йөрөйҙәр икән...
3 месяца назад
Хәйбулла районын төтөн солғап алды...
Ырымбур өлкәһе Медногорск муниципаль округында тәбиғи янғын тиҙ арал ҙур биләмәне солғап алған. Иҙелбай һәм Ибраһим ауылдарын һаҡлау өсөн саралар күрелә. Иҙелбай тирәһендә 100 гектар, Беләүтамаҡ ауылы тирәһендә 240 гектар майҙанда ҡоро үлән һәм ағас-ҡыуаҡтар яна. Таңға ҡарай ут Рыҫай ауылы янындағы тауҙарға барып еткән. Ут...
3 месяца назад
Яугирҙарға ярҙам итеү – мөһим бурыстарҙың береһе
Районда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеү маҡсатында әле был, әле икенсе ауылда бергәләп маскировкалау селтәрҙәре үрәләр, окоп шәмдәре яһайҙар, һалма йәйәләр, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләйҙәр, аҡса йыйып ир-егеттәргә кәрәкле әйберҙәр алып оҙаталар. Һәр кем был изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Шул иҫәптән Таштуғай ауылы халҡы ла яҡташ яугирҙарға ярҙам итеү эшен әүҙем алып бара. Улар былтыр көҙҙән ошо көнгәсә 19 маскировкалау селтәрен үреп ебәргән. Был турала беҙгә ауыл старостаһы Зөлфирә Рахманғолова мәғлүмәт бирҙе...
1 год назад
Ғүмерен ауыл хужалығына арнаған
Үҙ эшенә мөкиббән бирелеп, хеҙмәтенән йәм тапҡан Аҡъяр ауылынан Зөлфирә Далхина ошо көндәрҙә ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Ауыл хужалығы өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған  ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Зөлфирә Мөхтәр ҡыҙы 1981 йылдан ауыл хужалығы өлкәһендә эшләй. Хеҙмәт юлын “Таналыҡ” совхозында һауынсы булып башлай. 1985 йылда Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлап, агроном һөнәренә эйә була. Дипломлы йәш белгес 1985 йылдың апрель айында Хәйбулла орлоҡ дәүләт инспекцияһына техник-лаборант булып эшкә төшә...
1 год назад
Афарин, Игебаевтар!
Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2024" республика конкурсында районыбыҙҙың данын яҡлап сыҡҡан Аҡъяр ауылынан Игебаевтар ғаиләһе "Ғаилә кәсебе" номинацияһында 2 дәрәжә дипломға лайыҡ булды...
1 год назад
Если нравится — подпишитесь
Так вы не пропустите новые публикации этого канала