Хәйбулла районының Ивановка ауылында аҡҡош ғаиләһе дүрт себеше менән кешеләргә эйәләшкән. Мәмбәт ауылында йәшәгән Вәсилә Мәмбәтова әйтеүенсә, ҡоштар кешенән ҡурҡмай, ҡулға өйрәнгән. «Аҡҡоштар иң тәүҙә бер ихата алдына килеп ултырған. Асыҡҡандыр, тип уйлап, уларҙы ашатҡандар һәм тоҡҡа һалып ауыл осондағы быуаға ебәргәндәр. Бөгөнгө көндә быуа янында йәшәгән бер хужалыҡҡа килеп-китеп йөрөйҙәр икән...
«Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзите
Хәйбулла районын төтөн солғап алды...
Ырымбур өлкәһе Медногорск муниципаль округында тәбиғи янғын тиҙ арал ҙур биләмәне солғап алған. Иҙелбай һәм Ибраһим ауылдарын һаҡлау өсөн саралар күрелә. Иҙелбай тирәһендә 100 гектар, Беләүтамаҡ ауылы тирәһендә 240 гектар майҙанда ҡоро үлән һәм ағас-ҡыуаҡтар яна. Таңға ҡарай ут Рыҫай ауылы янындағы тауҙарға барып еткән. Ут...
Яугирҙарға ярҙам итеү – мөһим бурыстарҙың береһе
Районда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеү маҡсатында әле был, әле икенсе ауылда бергәләп маскировкалау селтәрҙәре үрәләр, окоп шәмдәре яһайҙар, һалма йәйәләр, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләйҙәр, аҡса йыйып ир-егеттәргә кәрәкле әйберҙәр алып оҙаталар. Һәр кем был изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Шул иҫәптән Таштуғай ауылы халҡы ла яҡташ яугирҙарға ярҙам итеү эшен әүҙем алып бара. Улар былтыр көҙҙән ошо көнгәсә 19 маскировкалау селтәрен үреп ебәргән. Был турала беҙгә ауыл старостаһы Зөлфирә Рахманғолова мәғлүмәт бирҙе...
Ғүмерен ауыл хужалығына арнаған
Үҙ эшенә мөкиббән бирелеп, хеҙмәтенән йәм тапҡан Аҡъяр ауылынан Зөлфирә Далхина ошо көндәрҙә ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Ауыл хужалығы өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Зөлфирә Мөхтәр ҡыҙы 1981 йылдан ауыл хужалығы өлкәһендә эшләй. Хеҙмәт юлын “Таналыҡ” совхозында һауынсы булып башлай. 1985 йылда Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлап, агроном һөнәренә эйә була. Дипломлы йәш белгес 1985 йылдың апрель айында Хәйбулла орлоҡ дәүләт инспекцияһына техник-лаборант булып эшкә төшә...
Шифалы үләндәр көсөн белә
«Айыҡ ауыл-2023» республика бәйгеһендә ҡатнашҡан Оло Әбеш ауылында «Имен тәбиғәт – һау киләсәк» төбәк-ара экологик фәнни-ғәмәли форумы үтте. Уның сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, мәҙәниәт усағының фойеһында Оло Әбеш ауылы оҫталарының һәм мәктәп уҡыусыларының ҡул эштәре, урындағы шифалы үләндәр һәм емеш-еләктәр, 2021 йылда урман янғынлары менән көрәште һүрәтләнгән фотографиялар күргәҙмәләре урын алды. Теләгән һәр кем күрше Һаҡмар-Наҙарғол ауылынан Рәшиҙә Сәйфуллинаның шифалы үләндәр һәм емеш-еләктәр ҡушып әҙерләнгән самауыр сәйен ауыҙ итте...
