Башҡортостанда телефон мутлашыусылары менән хәл киҫкенләште. Эске эштәр министрлығының БР буйынса бүлектәре хеҙмәткәрҙәре борсолоу белдерә. Һәр тыуған көн уларға яңынан-яңы күңелһеҙ статистика алып килә - граждандар таныш булмаған телефон һандарынан шылтыратыуҙарға яуап бирә һәм бәләгә тарый. Тап бәләгә тарыйҙар, сөнки улар аҡсаларын юғалта һәм бурыс «упҡыны»на төшә. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 1 июлдә район полицияһының дежур часына ике дәүләкәнле ғариза менән мөрәжәғәт иткән...
Газета "Балкантау"
Тынлыҡ тураһындағы законға төҙәтмәләр Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары «Граждандарҙың тыныслығын һәм тынлығын тәьмин итеү тураһында»ғы законға төҙәтмәләр ҡабул итте. Мәҫәлән, ғәмәлдәге ҡануниәт тарафынан торлаҡ зоналарҙа уйындар үткәргәндә төндә тауышланыу тыйылғайны. Төндә һыҙғырырға, ҡысҡырырға, тауыш көсәйтеүсе ҡоролмалар ҡулланырға ярамай. Яңы закон төндә шау-шыулы уйындар үткәреүҙе тыя. Был дәүләт власы органдары йәки урындағы үҙидара органдары ҡарары йәки ризалығы менән ойошторолған күмәк сараларға ҡағылмай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, законға ярашлы, эш көндәрендә - 23.00 сәғәттән 7.00 сәғәткәсә, ял һәм байрам көндәрендә 23.00 сәғәттән 9.00 сәғәткә тиклемге ваҡыт арауығы төнгө ваҡыт тип һанала.
«Эшебеҙ шундай – ҡатмарлы,әммә ҡыҙыҡлы»
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тураһында беҙ нимә беләбеҙ? Автомобилдәрҙе туҡтатҡан, водителдәрҙең документтарын тикшергән был ир-егеттәрҙе ҡала һәм район юлдарында күрәбеҙ. Кәрәге сыҡһа, ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә лә мөмкин. Һәр ваҡыт йыйнаҡтар, һомғолдар, теремектәр һәм әҙәплеләр. Әммә был һөнәрҙең ни тиклем ауыр булыуын, уның ҙур сыҙамлыҡ һәм сабырлыҡ талап итеүен бары тик уларҙың хеҙмәттәштәре һәм яҡындары ғына белә. Ғәҙәттә, юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары - аҙ һүҙле кешеләр, журналистарҙың һорауҙарына етди, тиҙ, әммә ҡыҫҡа яуап бирәләр...
УЙЛАНДЫРА ЛА, ҺОҠЛАНДЫРА ЛА
Май аҙаҡтарында ғына Өфөлә өс көн буйына шаулап-гөрләп «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтте. Ошо сара асылып ҡына торған мәлдә, уға йәм өҫтәп, ҡулыма яңы ғына «мейестән сыҡҡан» «Ҡояшҡа табынам» исемле шиғырҙар китабы килеп эләкте. Уның авторы – беҙҙең талантлы яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы, райондың «Дим» әҙәби берекмәһе етәксеһе Миңзәлә Хәлилова. Йөҙгә яҡын биттән торған был баҫма әллә ни ҙур ҙа түгел – кеҫәңә һалып, гел генә яныңда йөрөтөрлөк ыҡсым ғына. Ә бына йөкмәткеһе, күтәрелгән темалар киңлеге тотош бер йыһан дәүмәлендә...
