Найти в Дзене
Мутлашыусыларға: «Һау булығыҙ!» - тип әйтегеҙ
Башҡортостанда телефон мутлашыусылары менән хәл киҫкенләште. Эске эштәр министрлығының БР буйынса бүлектәре хеҙмәткәрҙәре борсолоу белдерә. Һәр тыуған көн уларға яңынан-яңы күңелһеҙ статистика алып килә - граждандар таныш булмаған телефон һандарынан шылтыратыуҙарға яуап бирә һәм бәләгә тарый. Тап бәләгә тарыйҙар, сөнки улар аҡсаларын юғалта һәм бурыс «упҡыны»на төшә. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 1 июлдә район полицияһының дежур часына ике дәүләкәнле ғариза менән мөрәжәғәт иткән...
1 год назад
Тынлыҡ тураһындағы законға төҙәтмәләр Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары «Граждандарҙың тыныслығын һәм тынлығын тәьмин итеү тура­һында»ғы законға төҙәтмәләр ҡа­бул итте. Мәҫәлән, ғәмәлдәге ҡануниәт тарафынан торлаҡ зоналарҙа уйындар үткәргәндә төндә тауышланыу ты­йыл­ғайны. Төндә һыҙғырырға, ҡыс­ҡы­рырға, тауыш көсәйтеүсе ҡорол­малар ҡулланырға ярамай. Яңы закон төндә шау-шыулы уйындар үткәреүҙе тыя. Был дәүләт власы органдары йәки урындағы үҙидара органдары ҡарары йәки ризалығы менән ойошторолған күмәк сараларға ҡағылмай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, законға яраш­лы, эш көндәрендә - 23.00 сә­ғәттән 7.00 сәғәткәсә, ял һәм байрам көндәрендә 23.00 сәғәттән 9.00 сә­­ғәткә тиклемге ваҡыт арауығы төнгө ваҡыт тип һанала.
1 год назад
«Эшебеҙ шундай – ҡатмарлы,әммә ҡыҙыҡлы»
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тураһында беҙ нимә беләбеҙ? Автомобилдәрҙе туҡтатҡан, водителдәрҙең документтарын тикшергән был ир-егеттәрҙе ҡала һәм район юлдарында күрәбеҙ. Кәрәге сыҡһа, ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә лә мөмкин. Һәр ваҡыт йыйнаҡтар, һомғолдар, теремектәр һәм әҙәплеләр. Әммә был һөнәрҙең ни тиклем ауыр булыуын, уның ҙур сыҙамлыҡ һәм сабырлыҡ талап итеүен бары тик уларҙың хеҙмәттәштәре һәм яҡындары ғына белә. Ғәҙәттә, юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары - аҙ һүҙле кешеләр, журналистарҙың һорауҙарына етди, тиҙ, әммә ҡыҫҡа яуап бирәләр...
1 год назад
УЙЛАНДЫРА ЛА, ҺОҠЛАНДЫРА ЛА
Май аҙаҡтарында ғына Өфөлә өс көн буйына шаулап-гөрләп «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтте. Ошо сара асылып ҡына торған мәлдә, уға йәм өҫтәп, ҡулыма яңы ғына «мейестән сыҡҡан» «Ҡояшҡа табынам» исемле шиғырҙар китабы килеп эләкте. Уның авторы – беҙҙең талантлы яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы, райондың «Дим» әҙәби берекмәһе етәксеһе Миңзәлә Хәлилова. Йөҙгә яҡын биттән торған был баҫма әллә ни ҙур ҙа түгел – кеҫәңә һалып, гел генә яныңда йөрөтөрлөк ыҡсым ғына. Ә бына йөкмәткеһе, күтәрелгән темалар киңлеге тотош бер йыһан дәүмәлендә...
1 год назад
🌦️Бөгөн республикала бер аҙ ямғыр яуыуы һәм көндәрҙең бер аҙ һалҡынайтыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, талғын. Көндөҙ һауа температураһы 11-15 градус тәшкил итәсәк.🌦️
1 год назад
2024 йылда Йәйге ҡояш торошо көнө 21 июнгә тура килә. Был 2024 йылдың иң оҙон яҡты көнө була - ул 19 сәғәт 23 минут һәм 29 секунд дауам итә.
1 год назад
Репост
1 год назад
Репост
1 год назад
😍закаты
1 год назад
Башҡортостанда йәшәүселәрҙе эҫе ял көндәре көтә Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе яҡшы һауа торошо көтә. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен көтөлә. Ел төньяҡтан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ 20-25 градус. Башинформ
1 год назад
Яҙылайыҡ гәзиткә! (шаярыу ҡатыш) «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»,- Тигән бөйөк Аҡмулла. Гәзитте ҡулыма алһам, Йәндәремә ял була.    Районкаға яҙылайыҡ,    Ашамайса «Милки Вэй».    Кәнфитһеҙ тороп та була,    Яңылыҡһыҙ – никакой! Нисә центнер иген һуҡҡан Шәхси эшҡыуар Флүр? Сапай барып һорап булмай, «Балҡантау»ҙа ул булыр. Өләсәйемә - 90 йәш, Шатлыҡ һыймай эсемә. Матур итеп иғлан бирҙем Районкабыҙ битенә.    Шуға күрә гәзиткә беҙ    Яҙылайыҡ күмәкләп.    Бының өсөн районкабыҙ    Ҡуйыр беҙҙе бүләкләп. Резеда Ҡорбанғәлиева, Буранғол ауылы.
1 год назад
Районка уҡыусыларын ҡыуандыра
2024 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы дауам итә һәм районка үҙенең уҡыусыларын ҡыуандырыуҙан туҡтамай. Дәүләкәндә йәшәүсе Виктор Панков менән Рәфис Сафин «Асылыкүл» һәм «Балҡантау» гәзиттәренә яҙылып, редакциянан матур бүләктәр алды. Виктор Панков: «Гәзиттән бүләк отоу минең өсөн, әлбиттә, көтөлмәгән хәл булды. Быйыл яҙылыу тураһында квитанциямды беренсе тапҡыр килтерҙем бит. Етмәһә, бөтөнләй осраҡлы ғына: редакция эргәһенән үтеп барғанда, башыма ҡапыл ғына, квитанцияны индереп сығайым әле тигән уй килде...
1 год назад