Тәүге рейс 6 майҙа Сухумдан Өфөгә булһа, ә 7 майҙан Башҡортостандың баш ҡалаһынан осоштар асыла. Өфө менән Сухумды тоташтырасаҡ яңы йүнәлеште «РусЛайн» авиакомпанияһы башлай. Bombardier CRJ100/200 тигән 50 урынлыҡ самолеттар аҙнаһына бер тапҡыр: кесаҙна Өфөнән һәм шаршамбы көндө кирегә осасаҡ. Яңы йүнәлеш 2026 йылдың октябрь уртаһына тиклем эшләйәсәк тип күҙаллана. Юлға 3 сәғәт 25 минут ваҡыт китә. Ошо хаҡта «Өфө» аэропортының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән «Республика Башкортостан» гәзите хәбәр итә. Фото: Альбина Зубарева, «РБ»
Өфөнән Абхазияға тура авиарейстар асыла
3 дня назад3 дня назад
1
~1 мин