Башҡортостанда төньяҡ балҡышы күҙәтелгән
27 мартҡа ҡарай төндә Көньяҡ Урал күгендә ғәжәйеп күренеш – төньяҡ балҡышы күҙәтелгән. Фото: Фидан Йәһүҙин | ВКонтакте Был хәл Стәрлетамаҡтан 65 саҡрым һәм Өфөнән 200 саҡрым алыҫтағы Стәрлебаш районы Ҡуғанаҡбаш ауылында теркәлгән. Ғәҙәттә, бындай оптик күренеште көслө магнит дауылы йәки ҡояштың әүҙемлеге ваҡытында күрергә була. Төньяҡ балҡышы тап ҙур ҡалаларҙан ситтә күҙәтелә...