Миңә таныш булған йәш ҡатын да ниндәйҙер аңлайышһыҙ хәл-ваҡиғаларҙы башынан кисерҙе. Барыһы ла ул осраҡлы рәүештә “диндәмен, мосолманмын” тип йөрөгән бер ир менән танышыуынан башлана. Урамдан китеп барғанда уны ҡусты тейешле бер кешеһе туҡтата. “Уның янында баҫып торған һимеҙ бер иргә иғтибар итмәнем тәүҙә. Миңә текләп ҡарауын тойоп уға боролоп күҙ ташланым. Уның ҡарашынан әллә нимә эшләп киттем, хәлһеҙләнеп ҡалдым. Ҡустым да, “мосолманмын” тип йөрөгән һаҡалтай был ир ҙә эсеп алғандар ине. Һөмһөҙ әҙәм һаман миңә текләп ҡустыма: ”Әйҙә миңә ҡәйнеш бул!”-тине. Үҙемде әллә ниндәй бысраҡҡа сумғандай тойоп ҡайттым”,-тип һөйләне ҡатын.
Ошонан һуң был һаҡалтай уны эҙәрлекләй башлай. “Барыбер минеке буласаҡһың!”-тип янай.
Ҡатындың төн йоҡолары һаташыуға әүерелә, йоҡлап китеүе була, уны кемдер быуа башлай, көндөҙ ҙә көскә йөрөй. Тормошонда уңышһыҙлыҡ артынан уңышһыҙлыҡ килә. Бер туҡтауһыҙ ауырый, ныҡ ябыға, сәстәре ҡойола. Туғандары уны имсе әбейгә барырға өгөтләй. Әбей: “Юҡ, минең хәлемдән килмәй. Һиңә көслө сихыр һалынған. Муллаға барырға кәрәк”,-ти. Кешеләрҙән һорашып, бер муллаға бара. Уға бер нисә мәртәбә барып өшкөртөлгәндән һуң ғына тынысланып ҡала.
“Мулланан ҡайтҡан беренсе төндө мине тағы ла нимәлер быуа башланы. Тын ала алмайым, йөнтәҫ ҡударҙы ғына тоям. Шул саҡ хәтеремә килгән доғаларҙы уҡый башланым, мине өшкөргән мулланы күҙ алдыма килтерҙем. Шул саҡ нимәлер әсе итеп ҡысҡырыуға карауатымда ырғып килеп ултырҙым. Ай яҡтыһында ҡап-ҡара шәүләнең иҙән буйлап шыуышып сығып барғанын күрҙем”,-тип һөйләне һуңынан танышым. Әйткәндәй, ул муллаға йөрөп һауыҡҡандан һуң, теге һаҡалтай ҙа башҡаса уларҙың ауылында күренгәне юҡ.
Гүзәл Иҫәнгилдина.