Найти тему
Журнал "Шонкар"  

Башҡортостан хөкүмәте отставкаға китә

Бөгөн Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров яңы етәксенең вазифаға инеүенә бәйле хөкүмәттең отставкаға китергә тейешлеген белдерҙе.

«Бурыстарҙы үтәү тураһында указға ҡул ҡуйырмын һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мин беҙҙең парламентҡа премьер-министр һәм уның урынбаҫарҙары кандидатураһы буйынса тәҡдимдәр индерермен», —  тине Радий Хәбиров.

Ул «ҡатмарлы йылдарҙы бергә үткән» үткән идара итеү командаһының күсәгилешлеген һаҡларға вәғәҙә бирҙе. Киләһе аҙнаның аҙағына яңы хөкүмәт формалашырға тейеш, тине Башҡортостан Башлығы.

Фото:Олег Яровиков.