Эй ҡабалана инем ул йәкшәмбелә. Көнө буйы өйҙә тороп булманы, ә иртәгәһенә сираттағы эш аҙнаһы башлана. Ҡырылмаһа ҡырҡ мәшәҡәт көтә үҙемде. Баҙарҙан сығып, йортома тиклемге 20 минутлыҡ юлды йәйәү үтергә булдым. 50 метр киттемме-юҡмы, ике ҡулына ла тоҡсай тотҡан һәләмә генә кейенгән мосолман әбейе туҡтатып, һүҙ ҡушты: – Ҡыҙым, магазинға сыҡҡайным, ҡайтыр юлдан яҙлыҡтым. Запорожье тыҡрығы ҡайҙа икән? Хәтерем менән әллә нимә булды... Был тирәләге урамдарҙы бигүк белеп бөтмәйем. Ысынлап та, ҡайҙа икән? Яҡында шәхси йорттар бихисап, оло урамға арҡыры урынлашҡан тыҡрыҡтарҙы барып ҡараштырайым әле... Әбейҙе эйәртеп алға киттем. Юҡ бит Запорожье тигән исемлеһе! Үткән-һүткән берәү ярҙам итә алманы, исмаһам. Аптырап, юлдашыма атлай торорға ҡуштым да, эргәләге автомобиль запчастары һатылған магазинға индем. Һатыусы ла, һатып алыусылар ҙа белмәй беҙ эҙләгән урамды. Улар янынан сығыуыма әбейем әллә ҡайҙа барып еткән! Артабан мин йәшәгән урам башлана, унан – ҡала сите, ул яҡта теге тыҡрыҡ юҡлығын бе