Гүзәл Ситдиҡова
Сал сәсле малай
Повесть (3)
* * *
Бер нисә айҙан Йортомбай инде Юркаға әйләнде, олатаһы әйтмешләй, бына тигән «мужик» булып китте.
Киләбеҙ, тип өйҙән телеграмма һуғылғанда ғына радионан һуғыш башланыуы иғлан ителде, атаһын тәүге көндән үк ғәскәр хеҙмәтенә алалар, әсәһенә иһә тиҙ арала ойошторола башлаған хәрби госпиталдәге эшен ташлап китеү мөмкинлеге ҡалмай. Олатаһы ла, ауырыу ҡатынын кеше ҡулына тапшырып, нисек юлға сыҡһын.
Унан, совет ғәскәре еңелмәҫ, тиҙ үк дошманды ҡыуып сығарыр, тип тә өмөт итәләр ине. Гәзиттәр ҙә, радио ла туҡтауһыҙ: «Кәүгәгә бирелмәгеҙ, һуғыш ике-өс айҙан бөтәсәк; ҡаһарман Ҡыҙыл армия фашистарҙы илебеҙ сиктәренән ҡыуып сығарасаҡ!» – тип тылҡып ҡына тора. Митингыларҙа, йырҙарҙа дәүләтебеҙҙең ҡеүәте ҡаҡшамаҫ, Сталин менән Ворошилов һуғышта еңеп сығасаҡ, тип инандыралар. Сталин бөйөк даһи, Ленин эшен дауам итеүсе, тышҡы һәм эске дошмандар менән көрәштә социализмды яҡлай, ул хаталана белмәй; еңеү өсөн барыһын да эшләй. Совет халҡына борсолорға бер ниндәй ҙә урын юҡ. Гитлерсылар тар-мар ителәсәк...
Һуғыш башланыуы тураһында ишеткәс, шулай тип инанды халыҡ...
...Хәтирәләре ошо урынға еткәс, Юра-Йортомбай ағайҙың йөҙөн ҡапыл урынһыҙ кеүек тойолған йылмайыу балҡытты: онотолған доғаһы иҫенә төшкән булып сыҡты, теш һыҙлауы бермә-бер баҫылды.
– Әйҙә, ҡустым, приёмға, сират ҙур булып, оҙаҡ ултырырға тура килмәһен, – тип уны ашыҡтыра башланы. – Ашханаға ла инеп сығаһы бар бит әле.
«Ҡустым» тигән һүҙҙе саф башҡортса ғына әйтте үҙе. Ағай душ аҫтында ҡойона һалғас, ҡабалан ғына йыйынып, туҡталышҡа сыҡтылар. Автобуста Ҡылысбай һаман әле ишеткәндәре тәьҫиренән сыға алмай, төшөргә ваҡыт еткәнен дә һиҙмәй ҡалған. Көн тәғәйенләнгән дауаны алыу өсөн бер кабинеттан икенсеһенә йүгерекләү менән күҙ асып йомған арала үтеп тә китте.
Төштән һуң йәнә ҡайһы бер процедураларҙы үткәс, ашханаға инеп сығып, журналист егет фатирға ҡайтырға ашыҡты, Йортомбай ағаһының хәтирәләрен тиҙерәк дауам иттергеһе килде. Яҙып алһаң, ҡыҙығы ла бөткән кеүек, ә тыңлауы – үҙе бер кинәнес. Фажиғәле мәлдәрҙе лә нисектер мәрәкә ҡушып һөйләй белә. Моғайын, Үлмәҫбай уның кеүек булғандыр.
Мәгәр күршеһе һуңлабыраҡ килеп инде, баяғы танышы менән тағы яҡташтарын осратып, һөйләшеп йөрөгәндәр икән.
Ә теге әзери егете, Юра ағайҙың тешен һыҙлатып төн сығарып, икенсе көнөнә ҡайтып китте. Ысынлап та, фатирға башҡа кеше индерелмәне.
ҺУҒЫШ, АСЛЫҠ
Мәктәпкә барам тип, ашҡынып көткән 1 сентябрҙә Йортомбайҙа уҡыу ҡайғыһы булмай. Фашистар яҡынлашып килгәнен ишетеп, ҡаласыҡтан илдең үҙәгерәк яғына, хатта Урал, Себер тарафтарына дәүләт мөлкәтен күсереү башлана. Өлгөргән тиклемен алып китәләр, мөмкин булмағанын дошманға ҡалмаһын өсөн емерәләр, шахтаны яндыралар, эсенә һыу ебәрәләр. Ҡала ташкүмер еҫе менән ыҫлана, өй эсенә инмәһен өсөн тәҙрә рамдарына ҡағыҙ йәбештерергә тура килә, тик был әллә ни ярҙам итмәй.
Олатаһы мәктәптә шешә йыялар тип ишетеп ҡайтҡан – Молотов коктейле тигән ҡоралды эшләргә бик күп кәрәк, ти. Беҙҙең һалдаттар, шешә эсенә тоҡана торған шыйыҡса ҡойоп, дошман танкыларын яндыра икән. Йылғыр малай, телеңде һындырмай ғына әйтеп булмаҫ коктейль тигәндең нимә икәнен аңламаһа ла, шешә сүпләргә шатланып риза булды. Олатаһы ҡушҡан эштәр араһында биҫтә малайҙары менән дуҫлашып алырға өлгөргәйне инде, бергәләп яр буйҙарын, магазин тирәһен ҡыҙырып сығып, байтаҡ һауыт таптылар. Шуларҙы шалтыратып күтәреп барып ингәс, йыйып ултырған һалдат: «Бындай егеттәребеҙ барҙа еңелмәбеҙ», – тип, күңелдәрен үҫтереп ебәрҙе. Дәртләнеп китеп, кешеләрҙең һарай баштарын тетеп ҡарап сыҡтылар, йәнә күпмелер алып барып тапшырҙылар. Кемдәрҙер хатта өйҙәрендәге шешәләрҙең эсендәге шыйыҡсаны түгеп килтергән, аҙаҡ бының өсөн эләккән дә үҙҙәренә.
Олатаһы, ондо һыуға болғатып, клейстер тигән нәмә эшләне лә ейәненә гәзитте таҫмалап ҡырҡып тәҙрә быялаларына арҡыс-торҡос йәбештерергә ҡушты – фашистар бомба ташлай башлаһа, ҡойолоп төшмәһен өсөн шулай кәрәк икән. Үҙе иһә ҡайҙалыр китеп юғалды. Кәнсә, партком тирәһендәгеләр эшелон менән илдең төпкөлөнә комсомол-коммунистарҙы, активистарҙы оҙатырға йыйына икән, олатаһы ла бергә алыуҙарын һораған, тик, урын юҡ тип, кире борғандар. Үҙе аңлатыуынса, стахановсы булыуы ла ярҙам итмәгән.
Әйткәндәй, Стаханов – 1935 йылда ошо Донбасстың «Урта Ирмин» тигән шахтаһында күмер ватҡыс сүкеш ярҙамында донъя рекорды ҡуйған кеше. Башта төн эсендә 7 тонна норма урынына 102 тонна ташкүмер сығарған. Дөрөҫ, Петров менән Машуров тигән шахтёрҙар ярҙам иткән, тиҙәр. 1936 йылдың яҙында 227 тоннаға уҡ еткергән. Уның өлгөһөндә илдә стахановсылар хәрәкәте ҡеүәтләнеп киткән дә инде.
Олатаһы ла Туғайкүлдә үк әле ошо маҡтаулы исемгә лайыҡ булған, баҡтиһәң. Бына ни икән ул «емертеп эшләү»!
Йортомбай был тиклем һандарҙы күҙ алдына килтерә белмәй әле, нисек аталғандарын ғына отоп алған. Етмәһә, урыҫса һөйләшергә лә өйрәнеп кенә килә. Тик аңламаһа ла, көн-төн ошо турала һөйләп торолғас, теләһә-теләмәһә лә, мейеһенә һеңгән, хәтергә бикләнгән. Олатаһы ейәнен, ҡыҙыҡ күреп, үҙе эшләгән ныҡлы ултырғысҡа өләсәһе яғына ҡаратып баҫтыра ла ваҡыт-ваҡыт унан ошоно һөйләтеп ала. Бигерәк тә Дуня апай йә берәй күрше килеп ингәндә. Малай, нәҡ радионан ишеткән диктор тауышына оҡшатырға тырышып, ололар әйткәнсә, «тасуири» уҡып, уларҙың күңелен күтәрә. Сығышы «алҡыштарға күмелә».
Башта өләсәһе «трисыт пәт», «ысту дыва», «дывасат сим» тигәнен төҙәтә ине, йыш ҡабатлай торғас, теле йоҡарҙы, ахыры, дөрөҫ әйтәһең, тип маҡтай башланы. «Ц» тигәне тыңлаусаныраҡ булып сыҡты әле ул, телде һоҡланғандағы кеүек сыҡылдатһаң, килеп сыға. Ә «тысяча» тигәндәге «ч» өнө менән ҡаңғырҙы. «Тшы», «тшы» тип ҡабатлап йөрөй торғас, сиселде бит теленең тышауы!
Ә күпме шиғыр ятлаттылар урыҫ телендә! Тиҙерәк иркен һөйләшергә өйрәнһен, тигәндәрҙер инде.
...Ҡаласыҡ урамы буйлап ҡайғылы йөҙлө, арыған һалдаттар, уларҙан да былай ауыр йөктән талсыҡҡан аттар үтә башланы. Сигенеүселәр ағымы төндә лә туҡтамай, абына-һөрөнә булһа ла юлдарын дауам итәләр. Мисәүләп егелгән аттарҙың арбаһында яралылар, хәрби амуниция ята. Колоннаның алдынан һыбайлы командирҙар бара, ә арттан алты ат лафетта ятҡан пушканы һөйрәй.
Яҡшыбай ҡарт, кәртә башына ҡулдарын һалып, уларҙы өнһөҙ генә күҙәтеп оҙата, тешләнеп, ирендәре генә ҡыҫылғандан-ҡыҫыла бара.
Бер нисә көндән урамдар бушап ҡалды, ҡасабаны дауыл алдынан була торған һиллек аймап алды. Биҫтәлә ике көнгә тынлыҡ урынлашты. Шахта, участка начальниктары, тау мастерҙары, коммунистар һәм партияһыҙҙар, эшелонға тейәлеп, Кемеровоға юлланды. Унда ла күмер сығаралар бит.
Баш та, түш тә юҡ бер арауыҡта ҡайһы кешеләр, күҙҙәре аларып, ҡайҙан нимә сәлдерә ала, өйөнә ташырға тотондо.
Олатаһы иһә, үҙ уйҙарына батып, тыштан тыныс ҡына йөрөүен дауам итте, һыр бирмәне, ҡатыны менән ейәне алдында күңел төшөрөрлөк бер һүҙ ҙә ысҡындырманы. Һарайҙа торған атын ғына «Казбек та Казбек» тип һолонан мәхрүм итмәҫкә тырышты, аҙаҡ табыуы ауыр булыр тип, ашлыҡты тоҡлап алып йәшереп тә ҡуйғайны ат йәнле, йүнсел башҡорт бабайы. Үҙе асыҡһа-асыҡһын, аты ғына бирешмәһен.
* * *
Совет ғәскәрҙәре Донбассты октябрь аҙағы – ноябрь башы ҡалдыра. Иҫәбе юҡ матди зыян, ҡот осҡос һанда кеше ҡорбандары. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, Донецк өлкәһендә 220 мең ябай халыҡ, 150 меңләп хәрби әсир, 252239 ошо төбәк кешеһе Германияға ҡыуып алып кителеп, остарбайтер булып эшләргә мәжбүр ителгән. Артёмовскиҙағы аҡбур штольняһындағы Илау диуары, Донецкиҙағы Аҡ карьер һәм 4-4 бис шахтаһы шурфы Донбасс фажиғәһе символына әүерелгән. Фашистар төбәктә 700 көн самаһы хакимлыҡ иткән.
* * *
Ҡайҙа ҡарама, яндырылған биналарҙың быялаһыҙ тәҙрәләре ҡурҡыныс бапаҡ күҙҙәрендәй өңрәйеп баға, ел иҫкән һайын ыҫлы һауа танауҙарға бәрелеп үтә.
Юркаға әйләнгән Йортомбай йәй көнө дуҫтары менән олатаһының аты янынан китешмәй ине – уны йылғаға төшөрөп йөҙҙөрөп, ҡаты щётка менән арҡаһын, ҡабырғаларын йылҡылдағансы таҙартып алып ҡайта, шунан матур итеп тарап, ялдарын үреп ҡуялар. Ә хәҙер олатаһы көндөҙ һарайҙан да сығармай, төндә генә етәкләп йөрөтөп килә – алып китеүҙәренән ҡурҡа. Ул ғына ла түгел, фашистар яҡынайғанын ишеткәс, кетәктәге тауыҡтарын да салып, тоҙлап сарлаҡҡа киптерергә элеп ҡуйҙы, ҡытаҡлай башлағандарын ишетеп, “яйки, куры” тип теләнеп килеп инеп, Казбегын да күреп ҡалырҙар ҙа алып сығып китерҙәр, тип хафаланды. Уларҙың шулай ҡыланыуҙары тураһындағы хәбәрҙәр килеп еткәйне инде.
Бер мәл ҡаласыҡтағы ҡәберҙәге кеүек тынлыҡты төн буйы барған канонада, ә иртә менән машиналар геүләүе боҙҙо. Урамдан башта танкылар үтте, артынса көймәле мотоциклдарға ултырған немец һалдаттары килеп инде. Баштарында – бәләкәй генә мөгөҙлө тимер каска, сиңерткә күҙенә оҡшаш күҙлектәр менән кәпләнеп алғандар. Һөйләштәре нәҡ эт өргәнгә оҡшағандай тойолдо ҡапҡа ярығынан ҡарап торған малайҙарға. Шунан яңаҡтарын туптай ҡабартып, бөгәрле-бөгәрле торбаларына өрә-өрә килгән музыканттар, көй ыңғайына аяҡтарын сөйөп атлаған һорғолт йәшел бөркәнсекле йәйәүле һалдаттар күренде. Дөпөлдәк марш көйө улар уҙып киткәс тә оҙаҡ ҡына ишетелеп торҙо әле.
Фашистар, мәктәп янына йыйылышып, башлыҡтарынан бойороҡтар алғас, өйҙәр буйлап яйлы фатирҙар эҙләргә сыҡты. Иркен, таҙа фатирҙарҙың хужаларын ҡыуып сығарып, үҙҙәре урынлашты.
Юркаларға өйҙәштәр тығылманы, сөнки бүлмәгә килеп инеү менән түшәктә ятҡан ауырыу әбейҙе күрәләр ҙә, йоғошло сирҙер тип ҡурҡып, сығып китеү яғын ҡарайҙар. Етмәһә, уларға һаҫыҡ «утка» тотоп сығып барған Юрка осрай.
Был өйҙә йәшәгән сирленән шикләнеп, күршеләренә лә инеп торманылар.
Немецтар, коммунистарҙың килеп теркәлеүен талап итеп, фарман таратты, йәнәһе лә, үҙҙәрен ирекле рәүештә танытҡандарға теймәйәсәктәр, эҙәрлекләмәйәсәктәр. Һуңынан күренеүенсә, башта теймәһәләр ҙә, күпмелер ваҡыт үткәс, уларҙың барыһын бер соҡор ситенә килтереп аталар. Шунан нәүбәт йәһүдтәргә етә. Юрка менән йәйгеһен бергә уйнап йөрөгән ике малай шул милләттән булған икән.
– Йәһүдтәр немецтарға цивилизациялы, юғары мәҙәниәтле халыҡ тип ышанды, – тип әйтеп ҡуйҙы үҙен иғтибар менән тыңлап, ишеткәндәрен ҡуйын дәфтәренә теркәп ултырған Ҡылысбайға ағай. – Иң кәрәк әйберҙәрен генә алып, майҙанда йыйылырға бойорғастар, Дуня апай, аҙаҡ үҙе әйтеүенсә, бер таныштарына документтарын юҡ итеп, кавказлылар тип танытырға кәңәш биреп ҡараған, тик улар тыңламаған. Беҙҙе күсендерәләр генә, тип, тәғәйен ергә киткәндәренә үҙем шаһит булдым. Бәлки, шәп ергә алып китәләр, тип уйлағандарҙыр. Минең менән уйнаған малайын да ҡалдырманылар. Арттарынан эйәрә биреп, ҡарап тороп ҡалдым. Йәшел фургонлы ябай йөк машинаһына ултырттылар. Газ камераһы тигәне шул булған икән. Аҙаҡ белеүемсә, төтөн сығарыу торбаһына тоташтырылған шлангыны эсендә ҡалдырып, кешеләрҙе шунда индергәндәр ҙә алдан әҙерләнгән соҡор яғына алып киткәндәр. Барып еткәнсә эстәгеләр ағыуланып үлеп бөткән булған. Иҫһеҙ ятҡандарын да бергә күмгәндәр, тип һөйләгәйнеләр. Затлы әйберҙәренән табыш әҙ булмағандыр.
Олатаһы коммунист түгел-түгеллеккә, мәгәр почёт таҡталарында һүрәте торған стахановсы, йөҙө таныулы. Һүрәттәрҙе фашистар килгәнсе таратып алғайнылар инде; бәхеткә күрә, уға хаслыҡ эшләүсе булманы. Сталин портретын да ҡарт ҡайҙалыр йәшерҙе. Ейәне менән икәүләп бәләкәй генә баҡсанан бәрәңгене, кишер менән сөгөлдөрҙө ҡаҙып алып, мөгәрәпкә төшөрөп ҡуйҙы. Уңыш шәптән булмаһа ла, бер нексегә осто-осҡа ялғап ебәрергә ярап торор, һәр хәлдә һаҡлап ҡына тотонғанда ҡыш уртаһына тиклем етергә тейеш. Емештәрҙе ҡырҡҡылап, ҡайһыһын киптереп, кәбеҫтәне тоҙлап алып ҡуйҙылар.
Ҡар ятҡас, ҡаласыҡ ситендәге барактарҙы сәнскеле тимерсым менән уратып, концлагерь астылар, унда төрлө яҡтан килтерелгән әсирҙәр көндән-көн арта барҙы. Быны белгәс, олатаһы уйға төштө. Бер көн малай уның өләсәһе менән кәңәшләшкәнен яҙа-йоҙа ишетеп ҡалды. «Һаҡ бул, Яҡшыбай, мин оҙаҡҡа бармам инде, ҡулда малай бар бит», – тине әбей хафалы тауыш менән. Һүҙ үҙе тураһында барғанын аңланы Йортомбай, тик айышына ғына төшөнмәне.
Концлагерь урынлашып бөткәс, олатаһы яйлап ҡына ҡупшы атын екте, йөк ташырға ғына тотонған санаһын тағып алды ла немецтарҙың кәнсәләренә юл тотто. Унан утын ташырға ялланып ҡайтты.
Ай самаһы ваҡыт үткәс, тегендә әсирҙәр менән бәйләнеш тапҡан, меҫкендәр һаҡлап ҡала алған кейемдәрен, икмәккә алыштырыуҙы һорап, уға бирә башлаған. Өйҙә ейәне менән икәүләп гимнастёрка-галифеларҙы һүтәләр, йыуып тәкләп һалып, «толкучка» тигән баҙарға алып сығалар. Ә унда әйберҙе «башҡа – баш» алмаштырып була. Хатта немец маркаһы менән совет аҡсаһы ла күренеп ҡалғылай, тик улары бик һирәк.
– Баҙарҙың исеме генә инде, – тип һөйләнә олатаһы, өйгә ҡайтҡас. – Кеше әҙ, ҡаҡ һөйәккә ҡалғандар. Өйҙәренән һатырлыҡ бөтә нәмәһен алып сығып, ни ҙә булһа алып ҡайтырҙарына өмөт итеп, хәлдәре еткән тиклем баҫып торған булалар бахырҙар.
– Ризыҡ һаталармы һуң, исмаһам, – тип һораны борсолоп өләсәһе. – Йотлоҡ ҡына була күрмәһен, астың асыуы яман, Аллам һаҡлаһын, кеше йыртҡыслана башлар.
– Ауылдарҙан килгәндәр бойҙайҙы, ондо – стаканлап, кипшенеп кәкрәйеп-ҡурышып бөткән кишер йә сөгөлдөрҙө, бәрәңгене берәмләп һаталар. Гимнастёрка туҡымаһы киҫәктәре үтемле былай, алмаштырып, икмәк алып була.
Өләсәһенең ризыҡ булмауҙан ҡурҡыуы бәләкәй сағынан килә. Атаһы тимер юлда околоточник булып эшләп, Алтынтамаҡ, йәғни Златоуст янында урыҫтар араһында йәшәгән. Тимер юл ана шул Алтын йылғаһы тамағында затлы ҡаҙылдыҡ менән кәсепселек иткән сәнәғәтселәр өсөн һалынған да инде. Бер йылы ҡоролоҡ булып, асыға башлағастар, ғаиләһен туғандары янына алып ҡайтырға мәжбүр була. Хәтәр йыл була ул, үрт төшөп, урмандар, хатта һаҙмытыраҡ урындарға сәселеп, үҫер тип өмөтләнгән иген дә ҡамыш менән ҡуша яна.
Арҡан ишеп, сабата үреп, ҡала баҙарына һатырға юлланғанда атаһы 6-7 йәше менән барған Мәликәне лә үҙе менән ала. Һатынып бөткәс, баҙарҙа танышып киткән үтә илгәҙәк берәүҙәргә ҡуна төшөргә килешеп, ваҡ-төйәк алырға лафкаға барып килгәнсе ҡыҙын уларҙа ҡалдырып тора.
Ятһынып, мөйөшкә ҡарап, ҡуҙғалмай ҙа ултырған, 4-5 йәштәр самаһы күренгән бала урыҫса беләлер, «түбәһе тикшектер» тип уйламағандарҙыр инде. Уға иғтибар ҙа итмәй һөйләшеүҙәренән ҡыҙыҡай үҙҙәренең ғүмеренә хәүеф янауын аңлап ҡала. Әммә ҡурҡыуын да, аңлауын да һиҙҙермәҫкә көсө етә зирәк ҡыҙҙың. Атаһы килеп ингәс үк:
– Әйҙә, атай, ҡайтайыҡ, йоҡларға ҡалмайыҡ, һауыттарынан ашама, – тип инәлә башлай.
– Нимә булды, балам?
– Сыҡҡас әйтермен, – тип, ишеткәнен тегеләр алдында хатта башҡортса әйтергә лә шигәйә.
– Ауырып киттеңме әллә?
– Эйе. Эсем ауырта.
Атаһы ла ниҙер һиҙенә башлап, ҡыҙым сирләй, тип һылтанып, юлға сығалар. Мәликәнән ишеткән хәбәргә ышана алмай, урыҫса һүҙмә-һүҙ ҡабатлатҡас, шаҡ ҡата. Атын ҡыуа-ҡыуа өйгә елдерә. Былар көр генә күренә, иттәре байтаҡҡа етер, тип һөйләшкәндәр икән.
Олатаһы, шундай хәлдәрҙең был рәхимһеҙ заманда ла ҡабатланыуы ихтималлығына әҙер булһын типтер инде, аяһа ла, ейәненә һөйләп ҡуйыуҙы кәрәк тапты.
...Баҙарҙан ҡайтҡас, алыш-биреш итеп алған икмәктәрҙе олатаһы, утын аҫтына йәшереп, концлагерға индерә. Күмер сабырға йөрөтөлгән әсирҙәр ҡыш себен урынына ҡырыла, урындарын яңылар биләй, малайға эш табылып ҡына тора. Улар килә торған көндө йышыраҡ бер үк кеше төйөнсөк әҙерләп көтөп тора. Был икәүҙең әңгәмәһе лә сәйер: балыҡтар һөйләшәме ни – ирендәре ҡыймылдағанын күрә, тауыштарын ишетмәй малай.
Шахталар яндырылыу арҡаһында ҡышҡа мейес яғырға һаҡлантылары ҡалмай, кешеләр күмер ташылған тимер юл буйынан ҡойолоп ҡалған коксты йыйырға тотона, тик уны көндөҙ ҡораллы фашистар һаҡлай. Ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, өлкәндәр төндәрен яғыулыҡ эҙләргә сыға.
Йортомбай бер көн яҡтыла, тимер юл буйлап бара торғас, күмер киҫәктәренә тап булды. Өләсәһе ятҡан килеш кенә уға, ҡалын киндерҙе ҡатлап, баулап, тоҡсай тегеп биргәйне, өйҙән сыҡҡанда уны яурын аша элә һалып ала. Әле, етеҙ генә эйелеп, табышын шунда оҙатты. Олатаһы, алдан уҡ хәстәрләп, баҙҙа күмер туплап ҡуйғайны инде, тик табышы эсте тишмәҫ, кәрәге тейер. Берәй ризыҡҡа булһа ла алмаштырып алыр. Малай ҡыҫҡа ғына ваҡытта шулай бик бөтмөр хужаға әйләнеп алғайны.
Ҡалҡына ғына башлағанда алдында һалдат итеге пәйҙә булды. Башын күтәргәс, аптырауына күрә, күҙҙәре немецтың асыуһыҙ ҡарашы менән осрашты. Малайға уның менән тотош ғүмер оҙонлоғо текләшеп торған кеүек тойолдо. Оло ғына йәштәге кеше ине ул. Автоматын төбәгән, тик тауышын күтәрмәй генә:
– Малшик, цурюк, назат. Болш здес нэ кади, умирайт, – тине. Малайҙың ҡото осоп ҡатып ҡалғанын күреп, инде ҡатыраҡ итеп:
– Цурюк, дамой, цурюк-цурюк, шнеллер, – тип бойорҙо ла автоматын болғап ҡуйҙы. Тиҙерәк кит, тине, ә күмерҙе ташлаттырманы.
Йортомбай, шунда ғына иҫенә килеп, артына ҡарай-ҡарай йән-фарман тороп йүгерҙе. Немец шпалдар буйлап кире яҡҡа атлай ине инде. Ни өсөн малайға мәрхәмәт күрһәткәндер, уныһы сер булып ҡалды.
Ә өләсәһе яйлап һүнә барҙы һәм тәүге ҡар төшөүгә уларҙы ҡалдырып та китте. Сабыр ғына, өнһөҙ генә, телдән яҙғас, ҡарашы менән генә бәхилләшеп, баҡый донъяға күсте. Ейәне әле үлемдең мәңгелек юғалтыу икәнен аңлап та етмәй, олатаһының мәрхүмә янында нимәлер көйләп ултырғанын ғына хәтерләй. Өләсәһен алып китеп торорҙар ҙа, ҡайтып килер кеүек тойола. Йылдар үткәс кенә олатаһының йыназа уҡығанын аңлай, хатта “ясин” тигән һүҙ ҙә иҫенә төшә.
Һаҡлантылары кәмегәндән-кәмей, ихтимал, олатаһы мөгәрәптән дә әсирҙәргә өлөш сығарғандыр. Юрка иһә, хәллерәктәргә ялланып, тамаҡ ялына ҡулынан килгән бар эштәрҙе лә башҡара. Бына шунда аңлай ул олатаһының ни тиклем хаҡлы булғанын – ауырлыҡтар килгәндә балаң харап булмаһын тиһәң, бәләкәй тип ҡарап тормай, эшкә өйрәтергә кәрәк уны, егергә кәрәк!
Өйҙә күптән инде ит еҫе сыҡмай, тоҙланған тауыҡтар ҙа, әҙләп кенә һалынһа ла, тотонолоп бөттө, ә ашағы килә. Тиҫтерҙәренән саталы ботаҡтан сиртмәк эшләргә өйрәнеп, улар менән мәргәнлектә уҙышыу юҡҡа китмәй – турғай атып алырға була лабаһа. Ҡошсоҡтарҙың эсен генә сығарып таҙарта ла, мамығы-ҡаурыйын да йолҡоп тормай, утта өтөп ашай. Олатаһы уның был шөғөлөн бер күреп ҡалып, хуплап ебәрә:
– Ит ашап йөрөгәс, астан үлмәҫһең, балаҡай.
Тик турғайҙар йылғыр, сәпкә эләгеп бармай. Ашыҡҡанда төҙәп торорға мөмкинлек бармы әле, шулай ҙа ныҡышмал малай өлөшһөҙ ҡалмай. Иткенәһе ике ҡабып, бер йоторлоҡ ҡына ла инде, мәгәр асыҡҡанда тамаҡ ялғап ебәрергә ярап ҡуя.
Яҙҙы саҡ көтөп алалар, тик баҡсаға сәсерлек бәрәңге орлоғо бөткән. Әлеге лә баяғы, яңғыҙ йәшәгән Дуня апай сыпсыҡ йомортҡаһындай ваҡ ҡына бүлбеләр биреп, баҡса буш ятып ҡалмай. Әҙ булһа ла йәшелсә лә сәсәләр.
Юрка менән иптәштәре, брезент менән ҡапланған немец машиналары юл ситенә килеп туҡтап, водителе йомошо менән ҡыуаҡ араһына инеүе була, ҡулдарын йылдам ғына тығып ебәреп, берәй нәмә алып ҡасырға тырыша. Әммә был йышыраҡ бар көсөңә йүгереп ҡасыу йәки тотолоп, башына тимер ҡағылған ботинканан тибелеү менән тамамлана.
– Ҡурҡыу – иң ҙур стимул, – тип көлөмһөрәне Юрий Николаевич. – Беләһеңме, ниндәй “кросс” тапшыра инек! Аҙаҡ, балалар йортона эләккәс, ГТО нормаларын бер ҡыйынлыҡһыҙ үтәп сыға инем мин. Ярай әле балалар концлагерына эләкмәгәнмен. Макеевка тигән ҡаласыҡтағыһына беҙҙән дә үкһеҙ етемдәрҙе алып китә торған булғандар.
– Хатта ул яҡта ла булғанмы ни? – Ҡылысбай әсир балаларға лагерҙар Германияла ғына ойошторолған тип уйлай ине.
– Эйе, туғанҡай, ундағы сабыйҙар яҙмышы менән сағыштырғанда минеке ожмах булған әле, ирекле ҡош инем, нисек кенә ауыр булғанда ла... Шунан ҡотолоп ҡалған апайлы-ҡустылы икәү менән балалар йортонда бергә тәрбиәләнгәйнек. Уларҙың һөйләгәненән хатта ни генә күрмәгән минең сәстәрем үрә торғайны. Фашистар, приют тигән булып, концлагерь асҡан. Икеһе лә аҙ ҡанлылыҡтан яфаланды – балаларҙың ҡанын күпләп ала торған булғандар. Үҙҙәренең һалдаттарына ебәргәндәрҙер. Сабыйҙар ҡырылған ғына унда. Ҡыш мәйеттәре бер бүлмәгә әрҙәнә кеүек өйөп һалып ҡуйылғанын үҙҙәре күргән.
Ҡылысбай, китапханала был хаҡта мәғлүмәт эҙләргә булып, ҡуйын дәфтәренә “Макеевка, концлагерь” тигән иҫкәртмә теркәп ҡуйҙы. Йөрәккә ҡан һауҙыртырлыҡ мәғлүмәттәр табасаҡ әле ул ҡайтҡас.
...Ас кешенең ризыҡҡа һиҙгерлеге һунар этенең эҙтабарлығынан кәм булмайҙыр, ахыры, бер мәл аяҡтары үҙенән-үҙе тартып, хуш еҫтәре әллә ҡайҙарға таралып, эскәмйәлә ятҡан, күпереп бешкән бер буханка ап-аҡ икмәк янына килтереп сығарҙы. Мейестән яңы сыҡҡан икмәк нисек аңҡый, шулай бит! Әммә уның янында фашист ҡайҡайып баҫҡан, тик, бәхеткә, арты менән тора! Күрәһең, хәүеф ал яҡтан, күренеп торған ерҙән килә тип уйлағандыр. Малай ҡыуаҡтар араһынан йәшенеп кенә барып икмәкте ҡармап алмаһынмы! Фашист, һиҙеп ҡалып, артына боролоп ҡарауға ул әллә ҡайҙа йүгереп бара ине инде. Теге дошман «һальт, һальт»* тип ҡысҡыра-ҡысҡыра баҫтыра башлай.
СНОСКА:
*halt (һальт) – туҡта.
Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй сабып барып, малай ниндәйҙер баҡса ҡоймаһы аша һикереп төштө лә бер өйгә йомолдо. Юлайҡан икмәкте ҡуйы ҡарағат ҡыуағы аҫтына ташлап өлгөрҙө, йәшенһә лә, икмәк еҫе үҙен һатасаҡ. Тарһылдап йүгереп килеп ингән малайҙы күреп, хужабикәнеңҡобараһы осто.
Юрка иһә:
– Инәкәй, йәшер мейесеңә, мине фашист баҫтыра, – тип әйтеп кенә өлгөрҙө лә үҙе үк ялп итеп мейес эсенә инеп тә ултырҙы.
Ҡатын, ярай әле тиҙ генә ҡаушауын еңеп, мейес ҡапҡасын яба һалды, утындарын өйөп бөтөүгә фашист та килеп инде. Күҙгә элерлек бер нәмәһе лә ҡалмаған яланғас бүлмәне һөҙөп ҡарап, өҫтәл, карауат аҫтарын тентеп, малай күҙенә салынмағас, сығып китте.
Украиналағы икмәк мейесе – ябай мейес кенә түгел, унда ҡамыр ризыҡтарын бешереп алғас, мүкәйләп эсенә инеп ятып, ялғашта ғына йыуынып йөрөйҙәр, һирәк кешелә мунса бар. Шул арҡала ҡотолоп ҡалды ла инде Йортомбай.
Мейестән сығып, мәрхәмәтле ҡатынға юлайҡан ғына рәхмәт әйтеп бөтөр-бөтмәҫтән, табышын ырғытып киткән теге ҡыуаҡ яғына елдерҙе. Ярай ҙа ҡош-ҡорт, бесәй килеп сыҡмаған, йә үҙе кеүек берәй асы темеҫкенеп һиҙеп ҡалып, алып таймаған. Ул урынынан да тормай ярты икмәкте бөгөп тә ҡуйҙы. Их, бөткәнсе ашарға ине лә, ауыҙҙы тыйырға кәрәк. Өйҙә олатаһы бар ҙа, уны байрам иттергеһе килде.
Мәликәһен һуңғы юлға оҙатҡас, ҡапыл ғына бирешеп, ныҡ ҡартайып киткәндәй тойола ейәненә. Уларҙы ҡаршылағанда кейгән, кәүҙәһендә ҡойоп ҡуйған кеүек ултырған ҡупшы костюмының пинжәк еңе хәҙер оҙонайған, яурыны төшкән, салғыйҙары ялпылдап тора. Салбар менән кейә торған ҡайышына ла эскә табаныраҡ өҫтәмә тишек тишеп алды.
– Атайымды ят кешеләр ябай таусы тип уйламай, кәмендә инженер итеп күрә, – тип көлә торғайны әсәһе. – Зауыҡ менән, бөхтә кейенә белә.
Ысынлап, һәр саҡ ялт итеп ҡырынған, сәсе ваҡытында ҡупшы итеп алынып, шыма итеп артҡа тарап ҡуйылған булыр. Сменанан һуң күмер туҙанын йыуып бөтөрөүе үҙе бер бәлә, мәгәр ҡайтып ингәндә уның күҙенә ҡайһы берәүҙәрҙеке кеүек «һөрмә» лә тартылмаған була, тырнаҡ аҫтында ла ҡара ҡайма күренмәй. Йортомбайҙы ла кистән салбарын һыу бөркөп, матрас аҫтына һалып ятырға өйрәтте – тороуына үтекләнгән кеүек шыма була, тубыҡ тапҡыры ла бүлтәйеп тормай.
Әле лә ул ҡайтып ингәндә мейес ағартып бөтөп кенә тора ине. Бер ергә лә сәсрәтмәгән, кейеме лә таҙа. Иҙән дә йыуыулы.
Өҫтәлгә умырып-умырып тешләнгән ярты икмәк ҡунаҡланы. Дөрөҫөрәге, яртынан кәмей төшкәйне инде ул, ҡайтып килгәндә барыбер әҙ-мәҙ семтеп ҡапҡылағайны. Бындай хан һыйын ҡайҙан алғанын әйтмәһә лә, аңлашыла инде, әммә мейестә боҫоп ятҡанын йәшерҙе, ҡарт кешене ниңә борсорға.
Олатаһының:
– Ҡайҙа ҡоромға буялып бөттөң былай? – тип аптырап һорауына ни тип яуап бирергә белмәй, «әллә» тип, ғәҙәтенсә, яурынын һикертеп алған булды.
Бабай, шикләнеберәк ҡарап ҡуйһа ла, өндәшмәй, бер телем генә киҫеп алып, ҡалғанын сысҡан теймәһен өсөн ауыр ҡапҡаслы көршәк эсенә йәшерҙе, хатта таш менән баҫырып ҡуйҙы: ул мәлғүндәр нисектер инеп китер яйын таба бит.
– Булғанда бүреләй, булмағанда сүреләй, тигәндәй ҡыланмайыҡ инде, – тип ейәненең башынан һыйпаны. – Рәхмәт, балаҡай, мине лә онотмағанһың, тыйыла алғанһың. Был үҙе ирлек!
Малайға олатаһының һүҙҙәренән рәхәт булып китте, ул бит маҡтай һалып бармай. Тимәк, ысын «ир-егет» инде ул.
Бабай уның мутлыҡтарын һиҙеп йөрөй, тик тыймай. Үҙебеҙҙең фәҡирҙәрҙең әйберенә генә теймә, ти. Тимәк, фашистыҡын урлаһаң да ярай! Хатта кәрәк, әйҙә, остоҡ ҡына булһа ла зыян күрһендәр!
Ҡайҙа нимә сәлдерә алһа, киң балаҡлы бөрмәле ыштанының эс яғына махсус тегелгән кеҫәһенә һала ла тая. Ашарҙайын ашай, ашап булмағанын ризыҡҡа алмаштыра.
Бер мәл фашистарҙың йөк машинаһынан малайҙар менән консерва урлап, тотола яҙҙы. Унда ла ҡыуа төштөләр. Был юлы инде Юрка яҡындағы һарайға тоҫмаллап елдерҙе, тик, килеп еткәс, унда бик тиҙ табасаҡтарын аңлап, тыштағы бәҙрәф эсенә томоролдо. Уртаһында уйым ғына ҡалдырып таҡта һалынған, өҫтө сыйырсыҡ ояһы кеүек кенә итеп ҡаплап ҡуйылған соҡорҙо күҙ алдына килтерәһегеҙ инде. Инеп тә китте, уйымдан аҫҡа, теге һаҫыҡ «бутҡа» эсенә төшөп тә ултырҙы – белә, фашистар бындай әбрәкәйҙәргә инеү түгел, яҡын да килмәй, танауҙарын баҫып үтеп китә. Немец, йүгереп килеп етеп, һарайҙы тентеп сыҡты, тапмағас, күҙенә әлеге бәҙрәф салынды. Йорттоң ишеге бикле. Башҡа ҡоролма юҡ. Автоматтан атып, бәҙрәф стеналарын тетеп ташланы ла хахылдап көлә-көлә китеп барҙы.
Сығырға шөрләп, байтаҡ ваҡыт һалҡын соҡорҙа ултырҙы әле малай, ҡурҡышынан бер ыңғайҙан үҙе лә унда өҫтәп ҡуйҙы, әйтәгүр. Өшөп бөттө, ауыр еҫкә тонсоға яҙҙы. Бәҙрәф хужаһы Валя түтәй килеп ингәс кенә, аҫтан тауыш бирҙе. Хәжәтемде үтәйем тип кенә кергәндә соҡорҙан тауыш килһен әле! Көтөлмәгән хәлдән түтәй иҫтән яҙып йығылып китте, малай иһә ярыҡтан сыҡты ла, кеше күҙенә салынмаҫҡа тырышып, йылға буйына йүгерҙе.
Ярай әле урамдары ҡаласыҡ ситендә. Тик услап мәте менән күпме йыуынһа ла еҫ бөтмәй, һабынһыҙ йыуылған күлдәк-ыштаны кибеп сыҡһа ла, һаман танауҙы баҫырлыҡ итеп аңҡыуын дауам итте. Былай ҡайтып булмай бит инде, йәнә немецтар осраһа, теге бур малайҙың ул икәнен төшөнәсәк. Шуға күрә ҡояш байығас ҡына өйөнә ҡайтып инде лә олатаһына консерваны һондо – үәт тимергә һеңмәгән бит насар еҫ!
Бабай аптырап башын сайҡаны, һаман ҡайтмағас, хәүефләнә башлаған, иптәш малайҙарынан да һорашып сыҡҡан, тик бер кем дә күрмәгән була.
Дауамы бар.