24 ғинуарҙа Астанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Токаевтың рәсми осрашыуы үтте. Яҡтар Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында сауҙа-иҡтисади, сәнәғәт, инвестиция һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу буйынса сараларҙы тикшерҙе. Ҡасым-Жомарт Токаев, Башҡортостан Ҡаҙағстандың Рәсәй Федерацияһы менән стратегик уҙаҡташлығында айырым урын биләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Хөрмәтле Радий Фәрит улы, һеҙҙе Астанала сәләмләүемә шатмын. Һеҙҙең визитығыҙ Ҡаҙағстан менән Рәсәй араһындағы ике яҡлы мөнәсәбәттәргә өҫтәмә ҡеүәт биреү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә, тип иҫәпләйем. Был комплекста Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек юғары урын биләй. Индустрияла, агросәнәғәт комплексында, гуманитар өлкәлә бәйләнештәрҙе диверсификациялау өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Был йәһәттән беҙҙә бик яҡшы перспективалар бар, тип уйлайым. Ғәҙәттәгесә, Ҡаҙағстан менән Башҡортостан бер-береһе менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Беҙ һеҙҙең иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең көслө яҡтарын беләбеҙ. Мәҫәлән, беҙҙең нефть компаниялары Башҡортостан нефтехимиктары менән хеҙмәттәшлек итә. Артабан үҫеш перспективалары яҡшы булған үҙ-ара сауҙа үҫешә. Бер-беребеҙ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итербеҙ, тип уйлайым. Рәсәй Ҡаҙағстан өсөн союздаш һәм стратегик уҙаҡташ булып тора. Беҙ йылдам һәм емешле хеҙмәттәшлеккә йүнәлеш алғанбыҙ, – тине Ҡасым-Жомарт Токаев. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан етәкселегенә һөҙөмтәле берлектәге эше өсөн рәхмәт белдерҙе. – Хөрмәтле Ҡасим-Жомарт Кемелевич! Иң элек, осрашыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙҙең Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһындағы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә йүнәлткән иғтибарығыҙҙы тоябыҙ. Ҡаҙағстандың идара итеү командаһы беҙҙең менән килешеп эшләй. Ике-өс йыл эсендә тауар әйләнеше һәм сәнәғәт кооперацияһы күләмен арттырҙыҡ. Бөгөн Астанаға “Ҡаҙағстан - Башҡортостан” бизнес-форумына эшҡыуарҙарыбыҙ һәм бизнесмендарыбыҙҙан торған ҙур делегация килде, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙҙең өсөн, Башҡортостан өсөн, Ҡаҙағстан – төп иҡтисади уҙаҡташ. Беҙгә бында эшләү уңайлы. Килеп тыуған бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтелә. Бының өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ике яҡлы хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу өҫтөнлөктәрен билдәләне. – Беҙҙең йыллыҡ сауҙа әйләнеше 500 миллион долларға яҡынлашты һәм ул, ысынлап та, ҙур үҫеш потенциалына эйә. Яҡын киләсәктә уны тормошҡа ашырырға тырышасаҡбыҙ. Шул уҡ ваҡытта сәнәғәт кооперацияһы йүнәлешендә әүҙем эшләү мөһим. Ҡаҙағстанда үҙ производстволарын асҡан Башҡортостан предприятиелары һанының артыуын күрәбеҙ. Сәфәр барышында тикшереләсәк тәҡдимдәр араһында компанияларыбыҙҙың яңы инвестиция башланғыстары бар. Ҡаҙағстандың нисек йылдам үҫешеүен шатланып күҙәтәбеҙ. Һеҙҙең коллегаларығыҙ менән инвестиция штабының эшен баһалаған заманса ҡарарҙарҙы һәм инновацияларҙы тикшерҙек. Һис шикһеҙ, беҙгә был тәжрибә ҡыҙыҡлы. Иң мөһиме, һеҙҙең ярҙамығыҙ менән, хөрмәтле Ҡасим-Жомарт Кемелевич, беҙ Ҡаҙағстанды Башҡортостан өсөн һәм Башҡортостанды Ҡаҙағстан өсөн һәр яҡлап асабыҙ, – тине Радий Хәбиров. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru.
Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Токаев менән осрашты
24 января 202424 янв 2024
2 мин