Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тарихи ваҡиғанан ситтә ҡалмағыҙ!

Сара 18.00 сәғәттә башланды. 23 июлдән башланған ярыштарҙа спортсылар 21 спорт төрө буйынса ярышты. Бадминтон, гандбол, баскетбол, еңел атлетика, өҫтәл теннисы, йөҙөү, маунтинбайк велосипед спорты, шоссе велосипеды спорты, атыу, спорт ориентирлауы, волейбол, каратэ, тхэквондо, футбол, ирекле көрәш, грек-рим көрәше, дзюдо, самбо, теннис, пляжлы волейбол, боулинг – буйынса үткәрелде. Белоруссия, Иран, Ираҡ, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Кения, Вьетнам, АҠШ, Бразилия, Франция, Төркиә, Испания, Израиль, Кения, Филиппин, Бахрейн һәм башҡа илдәрҙән сурдлимпиясылар ҡатнашты. Шоу-программаға тамаша ҡылыу, спортсылар менән фото төшөү өсөн Өфөнөң Халыҡтар дуҫлығы урамындағы 47-се йортта урынлашҡан Башҡортостандың Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгенә килегеҙ. Автор фотоһы.