Өфөлә барған “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарына донъяның төрлө илдәренән һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән спортсылар, көйәрмәндәр һәм башҡалалар килгән. Улар араһында судьялар ҙа бар. Руслан Ханмогомедов - гандбол буйынса Бөтә Рәсәй категориялы судья: - Краснодарҙан килдек. Рәсәй, Үзбәкстан, Кения, Әрмәнстан командалары ярыша, - ти ул. - Гандбол – бик үҙенсәлекле уйын, үҙенең стандарттары бар. Тағы судья үҙенең Башҡортостанда беренсе тапҡыр ғына булмауы, баш ҡалабыҙҙа үткәрелгән Рәсәй чемпионатында судья булып ҡатнашыуы хаҡында әйтте. - Өфө - йәштәр ҡалаһы. Ваҡыт булғанда, урындағы милли аш-һыуҙы тәмләп ҡарарға уйлайым. Ә бына Башҡортостан балы менән дан тота. Уны мин күптән беләм. Руслан Ханмогомедов гандболды бала саҡтан үҙ иткән, быға йорттарының эргәһендә генә спорт мәктәбенең урынлашыуы ла булышлыҡ иткән. Автор фотоһы.
“Башҡортостан балы менән дә дан тота”, – ти Руслан Ханмогамедов
29 июля 202329 июл 2023
~1 мин