Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өс көнлөк футбол турниры еңеүселәре кем?

“Батыр кубогы” өс көнлөк футбол турниры тамамланды. 2012-2013 йылғы үҫмерҙәр командалары Өфөлә “Батыр” футбол клубы майҙанында йыйылған. Өфө, Стәрлетамаҡ, Аша, Булгаков һәм Донецк халыҡ Республикаһы командалары эмоциональ, ҡаты, тулҡынландырғыс һәм ҡыҙыҡлы футбол күрһәтте. Финалда Өфө ҡалаһының “Батыр-12” һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Йәшен” командалары осрашты. Турнир хужалары 4:2 иҫәбе менән еңгән. - Һигеҙ айлыҡ күнекмәләрҙә генә балалар ошондай һөҙөмтә күрһәтте. Тағы ла үҫәһе бар, алда Рәсәй ярыштары көтә. Мин команда өсөн бик шатмын, был уларҙың беренсе ҙур еңеүе, Беренсе Кубогы, – тип һөйләне “Батырҙар” тренеры Макич Микаелян. - Бөтә ярышташтар ҙа лайыҡлы булды. Ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға, командаларға рәхмәт, турнир бик оҡшаны. Киләһе йылға саҡырыуҙы көтәбеҙ, реванш аласаҡбыҙ, – тип билдәләне Стәрлетамаҡ командаһы тренеры Андрей Рассказанов. Өсөнсө һәм дүртенсе урындарҙа-ДНР-ҙан “Шахтер” һәм Өфөнән “Батыр-13”. Тап ошо ярымфинал уйыны иң ҡомарлыһы булып сыға. Еңеүсе төп ваҡытта билдәләнмәй, хатта матчтан һуңғы пенальти серияһы буйынса иҫәп 2:2 була. Еңеү голын “Шахтерҙар” сиратлап һуғыуҙар менән алмашҡандан һуң индерә. - Турнир иҫ киткес, “Батыр” футбол ғаиләһенең бер өлөшө булырға теләйбеҙ. Беҙ беренсе урынға өмөтләндек, һәм хәҙер иптәштәрсә матчта Кубок еңеүселәре менән уйында үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡараясаҡбыҙ, – тип билдәләне “Шахтер” тренеры Александр Рыжов. Фотолар: vk.com/batyrcup