Найти тему
Новости

Тарих!

БАЙМАҠ районы ҠЫУАТ ауылының топонимдары

 

Бай тарихлы боронғо Ҡыуат ауылында Түңгәүер ырыуы башҡорттары йәшәй. Шоссе юл менән барһаң, Ҡыуат шундуҡ күренмәй. Боронғолар бик оҫта итеп урынлашҡандар. Һаҡмар буйында тауҙар ышығында ғына ултыра. 

Автобус туҡталышы эргәһендәге тау #Туҡал. Әсәйемдәрҙең бала саҡта уйнаған тауы. Шул тауҙан аҡҡан һыуға самауыр йыштыҡ, тип һөйләй. Хәҙер ҡайҙа ул һыу? 

#Мәндей тигәне бейегерәге, күзнис эргәһендә, Һаҡмар буйында. 

Зыярат артындағы урман #Зыярат_сауҡаһы, унан #Хөсәйен_тауы, ул ауылға төшә. Бейек тау, токҡа тиклем бара. 

Уның аръяғында #Мәрәй_тауы. Әүәле 2-3 мәрәй ине - махсус тәртиптә өйөлгән таш. Уның ташын алып, мәсет нигеҙен ҡорғандар. Аҙаҡ Һөйөндөков Мәжит Ҡотдос улы яңынан бер мәрәй өйөп ҡуйған. 

Әүәле булған бер матур ваҡиғаны ла һөйләй әсәйем: Мәрәй тауҙа ике мәрәй араһынан мышы килеп ауылға ҡарап торған. Шундай илаһи күренеш булғандыр инде ул! 

Тағы ла #Ҡалтаташ тигән ҡаялы тау бар. Мәрәй менән Ҡалтаташ араһында #Ҡыһалан тигән урын бар. Шул Ҡыһаландан ары Ҡалтаташ бейек, ҡурҡыныс. Мал эҙләгәндә үҙәккә үтә торғайны. Бер яп - ялтыр боҙ мәлендә әсәйем мине шунда кәзә алып ҡайтырға ебәрҙе. Саҡ тотоп алып ҡайттым, ти. Шул мажаралы хәлде аҙаҡ төштәрендә күреп һаташа торғайным, ти. 

Ҡалтаташтың аҫтында #Борам_үҙәге - аҫтан өҫкә табан борон паром йөрөгән, тиҙәр. Унда һыу сығып ята - #Борам ҡоҙоғо. Һыуы бик тәмле, ти. 

Ары китһәң, #Селекле_тау. Ҡалтаташтың өҫтөндә айырым ҡая #Кәбәнташ. Унан аҫта Һаҡмар буйында #Борам. Йылға аръяғында #Малай_Ҡыуат ауылы булған. Һыу шәп булғас, Малай Ҡыуатҡа паром менән йөрөгәндәр. 

Зыярат сауҡаһынан шоссе буйы #Ялан тип атала. 

Зыярат сауҡаһының артынан боролоп төшһәң, #Аһылай_тауы. Шунан #Ҡылысбай. Ары китһәң, #Һатыу_туғайы, #Һатыу_йылғаһы. #Сәүкәташ - йылға буйындағы ҡаяташ. #Мәҙиносҡан_ҡаяһы ла бар.

Арыраҡ #Вәли_урманы. Вәли ауылының эргәһендә. 1954 йылда был ауылдан Ҡыуатҡа күсенеп бөтәләр. Һаҡмарҙың түбән яғында #Ҡорайыры, ул ҙур ялан. #Ҡорайыры_йылғаһы ла бар. 

Аръяғында аҫта #Ағасҡорған. Шунан һыу ташып эстеләр. Көйәнтәләп. Унда килеп тороп муйыллыҡ. Ҡомалаҡ күп инде. 

Шунан арыраҡ #Тоҙтапҡан. #Бешәлейер тигәне лә шунда. Юлдыбайға тиклем тағы ла #Алтат тигән ҙур ялан бар. 

Ҡыуат ауылының иң матур урыны - #Ҡаршытау. Унда ҡарағайлыҡ. Һыу буйында #Күгәрсенташ. Мәмерйәһе лә бар. Күгәрташ тиҙәр уны. Һыу эсендә #Чапай_ташы була торғайны. Һыуға һикерергә ҡулайлама булды. 

Һаҡмар буйын ауылдың йәшәгән кешеләре исеме менән билдәләй инеләр: #Батый_(#Фатима) тәңгәленә һыуға йөрөнөк. 

Унда, һыу эсендә, шарандар була торғайны. Шаран - һыу эсендә ҡаҙыҡ ҡатып үрелгән ситәндәр. Балыҡ тотоу өсөн ҡулайлама инде. Мәҫәлән, #Айнуш_шараны, #Ҡадир_шараны һ.б. 

Фәрит олатайҙар тәңгәлендә аслыҡ ваҡытында соҡор ҡаҙып, үлгән кешеләрҙе шунда күмгәндәр. Ҡыуат үлеге тип атала ул урын. 

Бер нисә йыл элек билдә лә ҡуйылған икән. Нисә кеше яталыр - берәү ҙә белмәй. Бөтөнөһөн дә бергә ерләгәндәр, кәфен-фәлән дә булмаған, тип һөйләй әсәйем. 

Ҡыуаттың иң матур ауылдарҙың береһе икәнен яҙғайным инде. Өләсәйҙәрҙең өйө эргәһендә генә Ҡаршытау булғас, шул матурлыҡҡа ҡарап һоҡланып туйып булмаҫ ине. Һаҡмарҙың теге ярында бейек текә тауҙа мәғрур ҡарағайҙар, ғорур ҡаялар, һыуында балыҡ ҡарпый, иң хәтерҙә ҡалғаны - ул шул тауға, ҡарағайлыҡҡа, ҡаяларға ҡаҡлығып кире килгән шаңдаҡ ине. Ҡаҙҙар ҡаңҡылдауы, балыҡ ҡарпыуы, тулҡындар тауышы, урман шауы- барыһы ла иҫ киткес матур.

Урман яғында сабынлыҡтар. Өләсәйемдең сабыны #Ишбирҙе_һарҡыуы. Ишбирҙегә барған юл эсендә инде. Матур ғына ике аҡланда ине бесәнлеге. Ундағы бөлдөргәнде, сейәне! Әйтеп килештерерлек түгел. Бесән мәлендә бер нисә мәртәбә барып, өләсәйҙәргә ярҙамлашып йөрөгәс, ул ер бик иҫтәлекле. Аҫта #Аҡмырҙа һыуы ағып ята. "Ҡайтҡас, ваҡыт булмай, тип, әсәйем шунан һыу алдырып, балаларын йыуындырып алып ҡайта торғайны," - тип һөйләй әсәйем. 

Аҡмырҙа #Кесе_Юлыҡҡа ҡоя, уныһы үҙ сиратында Һаҡмарға тоташа. Уның һыуы бигерәк тәмле. Ярында һәр төрлө ашарға яраҡлы үлән үҫә. Ҡаялы ерҙәре күп. Бара биргәс, #Ҡаратал. #Муһағөйө тигәне лә бар. Муһағәле тигән кеше булған, ул үсегеп, бер үҙе урманға китеп йәшәгән, тиҙәр. Бында #Дили_үҙәге. Делить һүҙенәндер инде. Ул бесәнлек. Арыраҡ - #Таҙғаҡ. Был яғында #Сыбы_һырты.

Бер инде яман ғәрәсәт мәлендә шунда бер үҙем илай-илай бесән күбәләнем, ти әсәйем. 

#Сатра - һабантуй урыны. #Сатра_тауы, #Сатра_тамағы. Юлыҡ менән Аҡмырҙа ҡушылған ер. Ул матур урында турслеттар үтер ине. Ярыштар, усаҡ яғыу. Һабантуй урыны тип тә йөрөтөлә. Элекке ысын һабантуйҙар шунда үтте инде. 

 

Зыярат сауҡаһынан һул яҡта юл аша #Һынташ_тауы. Эргәһендә аҡҡан #Һынташ_йылғаһы Һаҡмарға ҡоя. Плотина яғында #Үтәп_тауы. Башында тимер маяғы була торғайны. Үтәп түбәләсе эргәһендә #Имам_ҡоҙоғо.

Аҫта Ылайымбирҙе. Ул марҙыуалар ауылы. #Ылайымбирҙе_йылғаһы ла Һаҡмарға ҡоя. Үҙҙәренең зыяраты булды. 

Шул Ылайымбирҙенән түңгәүер ырыуы сиге башлана, тиҙәр. Был яҡ Әбделкәрим ауылына яҡыныраҡ. 

Шулай хәтерендә ҡалғанды бәйән итте әсәйем. Хәтерендә китаптар яҙырлыҡ мәғлүмәт, ҡиммәтле иҫтәлектәр. Ҙур рәхмәт уға.

Рафиҡова Л. Әсәйем Урманова (Мостафина) Ғәлиә Ғәлимйән ҡыҙының һөйләгәндәренән. (Хәтирәләре лә ҡушылып китә)

#Башҡортостан#Баймаҡ#Ҡыуат