Татарстандағы дуҫтарым-ҡәләмдәштәрем бөгөн мине шатландырҙы! «Ҡазан утлары» журналында шиғри шәлкемем сыҡты!
Танзиля Давлетбердина
Мин - йәй ҡыҙы. Һуңғы еләк булып Тамғанмын мин әсәм усына. Инде үҙем ҡорған ныҡ ояла Ҡошсоҡтарым ярһып осона. Инде үҙем йәшлек матурлығын Сабыйҙарға бүлеп таратам. Барыһына тигеҙ өләшәм мин, Барыһын да тигеҙ яратам. Хәҙер инде яйлап, көҙгә инәм, Шау биҙәкле йәйҙә тыуһам да. Көҙҙөң әсе еле тәҙрә ҡаға, Ишектәрҙе бикләп ҡыуһам да. Хәҙер инде һылыу йәшлегемде Ул һәм ҡыҙҙар ашығып ҡабатлай. Әммә күңелем йылдан-йыл яңыра, Тыуған кеүек ҡабат-ҡабат ай. Йәшлек төҫөм - балаларым барҙа Был күңелем ниңә бәҫәрһен? Көҙөм мине көтөп, көтөк булыр, Ә мин һаман йәйҙә йәшәрмен.
Вазифа. Хикәйә
Тәнзилә Дәүләтбирҙина Даниярҙың төнө бөгөн төн булманы. Карауатта тегеләй әйләнде, былай әйләнде. Ауырлы ҡатынын уятып ҡуймайым, тип диванға барып ятты. Баш аҫтындағы мендәре лә таш һымаҡ ҡаты тойолдо. Йоҡа юрғаны аяҡтарын өттө. Борғаланып ята торғас, һарыҡ һанарға булып китте. Белмәй һанамайҙарҙыр әле... Дөм ҡараңғы октябрь төнөндә стена буйлап берәм-һәрәм аңра һарыҡтар үтә башланы... Тора-бара улар, ҡаңғырышып, өй буйлап таралышырға булып китте. Тфү! Һыйыр һанаһаң да ваҡыт тиҙерәк үтер! Бары бер йоҡлап булмай! Данияр мендәрен иҙәнгә атып бәрҙе, юрғанын ырғытты...
«Возвращение». Танзиля Давлетбердина (о чеченском синдроме и о боли матерей и близких солдату людей). Перевод Сарии Ишемгуловой
Танзиля Давлетбердина Возвращение Василя до окончания трапезы не отводила от сына глаз. Вчера вернулся сын. К вечеру. В футболке, в брюках. В кроссовках. Какие были деньги, все отдал другу, с ним они в поезде вместе ехали. Что тут скажешь, самое главное – жив-здоров. Самое главное – рядом. Вначале сын как отрезал, сказал, что не пойдет в гости, позже как-то согласился. Вон он – загорелый, мослы да кости. Как родители крутятся возле него, а он ноль внимания. Словно в другом мире. Забрался в стеклянную посуду, никого не видит, никого не слышит...
«Ҡайтыу». («Возвращение»). Танзиля Давлетбердина. Рассказ на башкирском языке (о чеченском синдроме)
Ҡайтыу Вәсилә өҫтәл түрендәге улынан мәжлес бөткәнсә күҙен алманы. Кисә генә ҡайтты бит ул. Кисен. Футболкала, салбарҙа. Аяғында кроссовкалар. Поезда бергә килгән иптәшенә булған ғына аҡсаһын биреп ебәргән. Ярай, иң мөһиме – иҫән-һау. Иң мөһиме – эргәлә. Ҡунаҡҡа бармайым, тип ҡырт киҫһә лә, нисектер аҙаҡ ризалашты. Ана ул – ҡап-ҡара, яры ла һөйәк. Өрмәгән ергә ултыртмайҙар, өф итеп торалар, ә уның иғтибары ла юҡ. Үҙе бер донъяла һымаҡ. Быяла һауытҡа ингән дә, бер кемде лә күрмәй, бер кемде лә ишетмәй...
