Найти в Дзене
– Ай аллам! Теймә! Ебәр! Ғайса, ҡотҡар! Ғайса-а!!! Ярҙам ит
ярҙам итегеҙ! – ауыҙы томаланып, тыны быуылғанға тиклем ошоларҙы ғына ҡысҡырып өлгөрҙө Гүзәл, артабан тонсоғоп, йән асыуына тартҡылаша башланы. Айыуҙай оло кәүҙәнән, көслө ҡулдарҙан, сит парфюм еҫенән үҙенә ташланыусының Зәки икәнлеген аңғарҙы. Иренең оло улы. – Ғайса! Ғайса-а-а-а! – ауыҙын ҡаплаған ҡулды тешләргә маташҡас, тос йоҙроҡ Гүзәлдең уң сикәһенә килеп тейҙе, күҙҙәренән ут сәсрәне...
1 неделю назад
– Ә ниңә уны яҡын юлатмаҫҡа тырыштың? Бөтөнләй оҡшаманымы ни? Нимәһе оҡшаманы? Холҡо алама инеме әллә кеше ҡарағыһыҙ йәмһеҙ булдымы
? – Юҡ, төҫкә-башҡа арыу ғына ине, холҡо ла яҡшыға оҡшағайны. Ни бары... Ярай, минең типаж түгел, тип әйтәйем дә ҡуяйым. Мин, кем булһа ла – иң мөһиме, булһын, тип кем менәндер йөрөп, ҡыҙҙарҙы ымһындырып, бушҡа өмөтләндермәйем. Гөлсара, арабыҙҙа дистанция һаҡларға тырышыуымды белһә лә, барыбер мине үҙенә ҡаратырға ынтылды. Гел дә үҙенә саҡырҙы, һирәк-һаяҡ йомоштарын ҡушҡан булды. Ул һәйбәт ҡыҙ булғас, ҡаты бәрелә лә алманым, шулай ҙа бер-ике тапҡыр осрашҡас, эш күплегенә һылтанып, араларҙы яйлап һыуыттым...
3 недели назад
-- Һеҙ ҙә шулай тейегеҙ
Ул тере, ишетәһегеҙме? Тере! Тик ул бында ҡайтмай, ҡайтмайым, тигән, икенсегә өйләнгән, ә һеҙ сабыр ит тиһегеҙ. Нисек сабыр итергә, нисек? Өйрәтегеҙ! Минең йөрәгем күптән теткеләнеп бөткән. Мин бит уның өсөн, һөйгәнем өсөн йәшәнем. Шул һөйөү менән сабыр булдым, шул хисем мине аҡыллы итте. Мин хәҙер нимәгә таянырға тейеш. Минең таянысым ҡалманы, ошо хат минең өмөтөмдө үлтерҙе. Кеше үлмәйсә, өмөт һүнмәй, ти торғайны әсәйем...
3 недели назад
- Иреңде хөрмәт итеүең шулмы
? Иренең тос йоҙроғо Хәлиҙәнең баш осонда уйнаны. Шул арала көслө ҡулдар Хәлиҙәнең күкрәген ялмап алды, карауаттан күтәреп алып, әллә ҡайҙарға осорҙо. Башы өҫтәл тояғына бәрелеүҙән күҙҙәренә уттар күренде. - Хисаметдин, туҡта… мин хәҙер, - тип үтенде. Ләкин сығарынан-сыҡҡан иренең күҙҙәре томаланған ине. Бына ул ҡулына эләккән ултырғысты алып, өҫтәл яғына киҙәнде. “Үлтерә, биллаһи үлтерә, - тигән уй башын ярып үтте Хәлиҙәнең, бар көсөн йыйып, өҫтәл аҫтына тәгәрәне. Ултырғыс гөрһөлдәп өҫтәл өҫтөнә төштө, бер нисә һауыт-һаба шылтырап иҙәнгә ҡойолдо. - Кәнтәй, һин ҡайҙа? Үлтерәм!,- тип ажғырып бүлмәнән бүлмәгә югергеләне Хисаметдин...
1 месяц назад
— Эх, Әсҡәт, Әсҡәт, минең хистәрҙе аяҡ аҫтына һалып тапамаһаң, иҫән дә булыр инең әле, бәлки, — тип ҡуйҙы ул эстән генә
— Белә инең бит минең яратҡанды, тик ҡайҙа инде беҙҙең һымаҡ ауыл быҙауына ҡарау, һиңә ҡала ҡыҙы кәрәк булды. Хәҙер, ана, икегеҙгә лә икешәр метр ер етте... Әсҡәтте Мәфтуха бәләкәйҙән яратты. Ә унынсы синыфтарҙа уҡығанда уның йөрәгендә ысын мөхәббәт усағы дөрләй ине. Тик егет кенә уға ҡарата һалҡын булды. Күршеләренә ҡаланан ҡайтып йөрөгән, төҫкә-башҡа бик сибәр, үҙенә күрә аҡыллы ғына ҡыҙға күҙе төштө. Тегенеһе лә егеткә мөхәббәте менән яуапланы. Шулай ике арала оло хистәр хасил булып, дөрләне лә китте. Оҙаҡламай әсәһе буласаҡ киленен мендәргә баҫтырҙы, ауыҙына бал-май ҡаптырҙы...
1 месяц назад
Если нравится — подпишитесь
Так вы не пропустите новые публикации этого канала