3 года назад
КИТАП УҠЫРҒА ЯРАТАҺЫҒЫҘМЫ? Ә УНЫ ТӨПЛӘП, ТАУШАЛҒАН ЕРҘӘРЕН БӨХТӘЛӘП АЛҒАНЫҒЫҘ БАРМЫ? ХӘТИРӘЛӘРЕГЕҘ МЕНӘН УРТАҠЛАШЫҒЫҘ ӘЛЕ. Ә бына Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары китаптарҙы һаҡлап тоторға, кәрәк саҡта уны тейешле тәртипкә килтерергә өйрәнә. 2 класс уҡыусылары “Китапҡа ғүмер бүләк ит” акцияһында ҡатнашты. Улар китапханасы Тәнзилә Батыр ҡыҙы менән төрлө файҙалы эштәргә өйрәнде. Китап менән нисек һаҡсыл мөғәмәлә итергә, нисек уны ремонтлап алырға икәнен белде...
