ҮҘ ДОНЪЯМ. РЕЗЕДА УСМАНОВА
Юғалтыу
Бер йыл олатай оҙаҡ ҡына күренмәне. Күпмелер ваҡыттан килде ул. Бөтөнләй үҙгәргән: кәүҙәһе кесерәйеп сүгеп киткәндәй, һырҙары ла артҡандай, күҙҙәре лә моңһоу, элекке кеүек аралашыусан да түгел. “Инәйегеҙҙе юғалттым”,--тине күҙенә йәш алып... Редакциябыҙға күрмәлекле генә, оҙон буйлы, һылыу бер олатай килә торғайны. Бер килгәнендә үҙе һәм балалары исеменән әбейенә ҡотлау бирә, икенсе килгәнендә әбейе һәм балалары исеменән үҙенә ҡотлау бирә… Ошо хәл бер нисә йыл ҡабатланды… Ғәжәпләнеп, аптырап ҡарай инем мин уға...
Үҙ яйына ебәр...
Ҡайһы саҡ контролде ебәрергә кәрәк. Ағымға ҡаршы барып, ишкәкте ишеп, көстө бөтөргәнсе, ишкәкте ситкә ҡуйып, ағымға ышанырға мөмкин. Быны дөрөҫ, йәғни һөйөү һәм рәхмәт менән эшләгәндә, әйтеп бөтмәҫлек ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәһең. Томаланған аңды ағымда асып, ҡарашты күтәреп тирә-яҡ матурлығын күрәһең, күңелдән энергия һәм яҡтылыҡ килгәнен һиҙәһең һәм йөҙәһең, ҡулдарыңды...
Һайла...
Үҙебеҙ йәшәгән дәүерҙе әрләргә ярамай, ул быға лайыҡ түгел. Эйе, бөгөн ауыр, әммә ул БЕҘҘЕҢ дәүер, башҡаһы беҙгә бирелмәгән. Донъя ҙур тиҙлек менән үҫә һәм үҙгәрә, шул рәүешле тормошобоҙ ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс була бара. Беҙ шунда һәм кәрәк мәлдә барып юлыҡҡанбыҙ. Әгәр һин уға өлгөрмәһәң һәм үҙгәрештәрҙе ҡабул итергә әҙер булмаһаң, ваҡыт һине юл ситендә ҡалдыра ла артабан елә...
Бала күңеле далала...
Ҡыҙым төшкөһөн әхирәтенә барам тигәс, бер сәғәткә рөхсәт бирҙем. Тышта уйнарлыҡ түгел, бысраҡ. --Кеше маҙаһыҙлап ултырма, бер сәғәттән ҡайтырһың, - тип оҙаттым. Әйтеүем ҡолағының осона ғына эленгән дә юлда уҡ төшөп ҡалған, күрәһең. Китте лә батты быным. Әллә 3, әллә 4 сәғәттән шылтырата: --Әсәй, юғалтма мине, беҙ суши көтөп ултырабыҙ, суши ашағас ҡайтырмын...
Мәҙәни кимәл
Сибайҙа концерт үткән. Әлбиттә, мин ундай кимәлдәге концерттарға йөрөмәйем. Эшкә килеү менән коллегам күршеһенең фекерен еткерҙе. --Ниңә барған көнгә төштөм. "Йырсы" һуҡмыш. Йырсы менән бер рәттән блогерҙар сығыш яһаны. Оҡшаманы,--тигән ул. ("Йырсы"ны тырнаҡ эсенә алам, сөнки мин уны йырсы тип иҫәпләмәйем) Бөтә халыҡ "майикмәк", "хужабикә" тип иҫе китә бит инде... "На вкус и цвет товарища нет" тиҙәр. Шулай ҙа... Эйе, сирле кешенән көлөргә уйламайым. Донъя көтә икән--афарин! ("майикмәкте" әйтәм)...
