Найти тему
Шәриптә обелиск яңыртылды
«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты буйынса Шәрип ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә обелиск ремонтланды. Болоҡһоп ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, яңырған обелискты асыу тантанаһында ауыл халҡы, башланғыс мәктәп уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. — Өсөнсө көн тоташ ҡар яуғанда Һыҙланыуҙан тыуған шиғырын, Килер быуын аңлай алыр микән Кисерешен бөйөк шағирҙың? Дошман пуляһынан алған яра Оноттормай һуғыш дәһшәтен. Шағир күңелендә һәр саҡ йәнәш Ғорурлыҡ һәм нәфрәт йәшәтте... Шағир тиҫтерҙәре тыныслыҡты Яулағанға ҡан һәм тир түгеп, Тормош ауырлығын ғорур үтте, Йәшәмәне улар теҙ сүгеп...
1 год назад