sfd
Өфө ғалимдары металдың үтә һығылмалылығы буйынса донъя рекорды ҡуйҙы
Быйыл көҙ Рәсәй Фәндәр акдемияһының Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты 40 йыллығын билдәләйәсәк. Ул металдарҙан һәм яҡшыртылған үҙенсәлекле иретмәләрҙән ҡатмарлы формалы деталдәр булдырырға мөмкинлек биргән эшләнмәләре менән билдәле. Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәр итеүенсә, һынауҙарҙың береһендә хеҙмәткәрҙәр үтә һығылмалылыҡ буйынса рекорд ҡуйған – өлгө 4100 процентҡа һуҙылған. Эксперимент барышында металл махсус ҡоролмала, ҙур булмаған цилиндр формаһындағы мейестә йылытыла...