Найти тему
Шуны беләм... Нисек ауыр булғанын мин белмәйем, сөнки ул ваҡытта булманым мин, ҡурҡыныс һуғышты күрмәнем, ләкин шуны беләм: Ватан өсөн улар ғүмерҙәрен биргәнен. Булыр инеңме һин, әгәр улар Ватаныбыҙҙы һаҡламаһа? Булыр инемме мин, әгәр улар баш күтәреп дошмандарға ҡаршы яуаға әгәр ҙә ташланмаһа? Булыр инеме әле беҙҙең шул бар булған нәмәбеҙ? Әйт әле. Булмаҫ ине. Беҙ ҙә булмаҫ инек. Был барыбыҙға ла билдәле. Һуғыш тураһында мин уҡып беләм, дәрестәрҙән, кинола күреп. Һөйләйҙәр ине ололар, ветерандар, шуға күрә беләм ишетеп... Нисек ауыр булғанын мин күрмәнем, сөнки ул ваҡытта юҡ инем. Ләкин шуны беләм: Ватан өсөн улар ғүмерҙәрен биргәнен!... 1941-1945 йылдарҙа булған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм яу яландарында тороп ҡалған яугирҙарға бағышлана 8 май, 2023 Хутова Айсылу https://vk.comvk.com/...187
2 года назад
Бер һөйләшеү Бер һөйләшеү ҡапыл иҫкә төштө, Үтеп китте инде нисә ай, Хәтеремдә тороп ҡалыр хәҙер, Оноторға уны ярамай. Нимә әйткәнемде иҫләмәйем, Уныһы инде мөһим түгел. Тик хәтерҙә: "Аңламайым, зинһар, Русса әйтсе әле", - тигәне. "Ә мин һине: "Башҡорт икән,"-тимен". "Эйе, башҡорт, ләкин башҡортса Һөйләшмәйем, хатта аңламайым, Өйрәнгәнмен мин тик урыҫса." "Нисек инде? Ул бит туған телең. Туған телде белергә кәрәк." "Ә миңә кәрәкмәй. Башҡорт теле Миңә бер нимә лә бирмәйәсәк." Шулай икән бына. Туған телдән Хәҙер кеше үҙе баш тарта. Туған телен башта онота ла, Шунан милләтен дә юғалта... 14.12.20 (Ред:2021)
3 года назад
Бу икәү ай һәм кояш сыман иде, Алар* да бит бергә була алмый, Кояш айны күрә, ләкин аңа Бер ничек тә якыная алмый. (Ике йолдыз бергә булалмаган төсле, Алар да бит бергә була алмый). *Ай һәм кояш 18.11.21
3 года назад
Юл Кешеләрҙең ғүмере юл кеүек шул, Төрлөсә була кеше юлы: Ҡайһы саҡта гөл-сәскәләр осрай, Ҡайһы саҡта - еле, дауылы. Шул юлда кешеләр ҡайһы саҡта Абынып та йығылып ҡуялар. Кемдер ятып ҡала:"Торалмайым...", Ә кемдәре һикереп торалар. Һәр бер кеше үҙе һайлай юлын: Кемдер - туғай буйлап килгәнен, Кемдер- упҡынға алып барғанын, Кемдер- тау башына менгәнен. 27.11.21
3 года назад
Дочь предала родную мать Набежали тучи над домами, Солнца уж давно нам не видать, Эту боль не передать словами: Дочь передала родную мать. Дочь предала родную мать, И твари какой-то позволила, Нельзя таких людей прощать, Весь мир бы на них я обрушила... Автор: aj_kyzy Ред: Алина Бекетова
3 года назад