Әсәй тураһында иң матур өс шиғыр!
Әсәм ҡулдары Аямағас донъя сабый саҡты,
Ун етелә мине тапҡанһың да,
Мин етелә — Шартау битендә —
Тәүге ҡабат бергә бесән саптыҡ…
Шул көн иҫеңдәме һинең, әсәй?
Шул көн минең һәр саҡ иҫемдә. Моңланып бер кәкүк саҡырғанда,
Үҙең янып бирҙең салғымды.
Тыуып ҡына килгән ҡояш нуры
Үҙ салғымда уйнап сағылды. Һин эргәмдә ҡарап торҙоң, әсәй,
Көлөмһөрәп минең һелтәүгә,
Тик маҡтаған булдың, дәртләндереп,
Юнле сапмаһам да мин тәүҙә. Үҙ ҡулдарың менән күрһәттең һин:
«Тарыраҡ ал,— тинең,— алдыңды,
Ипләп кенә өйөрөп сап шулай,
Йөҙөн йәнсеп ҡуйма салғыңдың!..» Һыуҙай алып китте кескәй салғым,
Сәскәләрҙең ғүмере ҡыйылды...