Найти в Дзене
Ҡомалаҡ икмәге.
Рецептар өсөн ҙур рәхмәт. Ҡомалаҡ икмәген нисек бешергәнегеҙҙе яҙыуығыҙҙы һорайбыҙ тиҙәр. Ҡомалаҡ икмәге бешереүҙе мин ҙур эш ҙур эш итеп күрәм.Икмәк баҫҡан көндә бер ергә лә сыҡмайым, башҡа эштәр планлаштырмайым. Бөгөн тик икмәк бешерәм.Ул бер көндө ала. Әсеткене элек ҡәртәсәйем , әсәйем мәрхүмәләр эшләне.Нишләптер , уларҙан отоп ҡалмағанмын. Үҙем ҡомалаҡ йыйырға яратам, әсетке эшләй белмәйем.Дөрөҫөн яҙам.Сөнки хәҙер әсетке эшләү серҙәрен һорап алып китәсәктәр. Ҡомалаҡ әсеткеһен йылдар буйы инде Флюзә еңгәйемдән һәм ҡоҙағыйымдан , еңгәйемдең әсәһенән генә алам...
5 лет назад
Нимә ул бәхет ? Һеҙ бәхетлеме ?
Нимә ул бәхет ? Бәхетле булыуҙы һәр кем үҙенсә аңлайҙыр.Был темаға мин күптән уйлап йөрөһәм дә , яҙырға ҡыйыулыҡ туплай алмай йөрөнөм ошоғаса. Мин кешеләр менән күп аралашам , күп һөйләшәм .Күптәр миңә үҙ хәлен һөйләй , серҙәрен сисә.Әллә күпме серҙәрҙе һаҡлаусы серле һәм бикле һандыҡ та әле мин. Ышанып тапшырылған серҙәрҙе доньяға сәсергә уйымда юҡ. Ләкин , мине уйланырға мәжбүр иткән хәлдәр донья тулы икән. Ун ике йыллап ваҡыт үткәндер.Розалиәм мәрхүмәкәйем бар ине. Нурсиләм бәләкәс кенә ине. Бер танышым үҙенә ҡунаҡҡа эй саҡырҙы ,эй саҡырҙы...
5 лет назад
Барановирус.
Кешеләр илай, ҡайғыра.Талаша талаша магазин кәштәләрен бушата.Ә минең йән көйә.Иртәгә миңә биш кеше заказ эшләне.Ә минең шәкәрем юҡ.Магазинда ла юҡ. Көрөшкәмде тотоп шәкәр һоранырға сығырғамы икән ауыл буйлап...
5 лет назад
Талант
Нимә ул талант ? Кем нисек уйлай ? Бөтәһенә лә биреләме ул ? Белеүегеҙсә алты бала тәрбиәләп үҫтереүсе әсәмен. Алты бала. Бер ҡарында яралып, бер ғаиләлә үҫһәләр ҙә, алтыһы алты төрлө.Төҫкә башҡа оҡшаш булһалар ҙа , холоҡтар төрлө, теләктәре һәм хыялдары башҡа, уй фекерҙәре һәм тормошҡа ҡараштары һәр береһенеке айырым. Ғаиләләге иң ҙур бала Фәнүр улыбыҙ.Илаҡ булды тыуғанда.Иркә булды.Тиктормаҫ , йүгереп йөрөй. Үҫә килә таланттары асыла башланы.Ҡурай уйнарға теләге ҙур ине.Беренсегә бармаҫтан ҡурай мәктәбенә барҙы...
5 лет назад
ҡара вирус
Үҙ проблемаларыма күмелеп , күҙгә аҡ ҡара күренмәй йөрөгәндә,әҙерәк кенә интернетҡа инмәй торғайным ,бөтә донья шау гөр килә имеш. Сибайҙан бер ҡатын смс ебәрә лә ебәрә.Анау бер ҡара вирус килә тейме шунда.Миңә тимәһә йәшел вирус килһен тип әрләргә булдым баяғыны.Өлгөрмәнем.Заблокировать итеп тә ҡуйғандар үҙен. Бәләкәй саҡта донья бөтә тип һүҙ таралғаны иҫтә ҡалған. Ныҡ ҡурҡа һәм ҡайғыра торғайным.Ләкин , донья бөтмәне.Аллаға шөкөр итәйек. Әллә ниндәй имеш мимештәр күп булды бит.Бер йылды Ахырызаманды нисек ҡурҡып көттөк...
5 лет назад
Алтын бөртөгө.
Алты йәшлек Замир йүгереп өйгә инде лә шым ғына әсәһе янына килеп баҫты.Түрбашта ҡамыр баҫып тороусы Фирзинә, бойоғоп шымтайып ҡалған балаһына йылмайып ҡараны. - Минең алтын бөртөгөмә ни булған? Берәйһе ҡыйырһыттымы әллә балаҡайымды? - Әсәй! Тыума нимә була ул? - Аһһ! - Фирзинә янындағы ултырғысҡа сүгәләне.Йөрәген ҡапыл ҡоршау ҡыҫтымы ни. - Илгиздең әсәһе мине тыума тип әрләне.Минең атайым юҡмы? Әсәй, ҡайҙа минең атайым?! Фирзинә белә ине бит ошо көндөң ҡасан булһа ла берәй заман килеп етерен.Һәм улының был һорауҙы ла бирәсәген аңлай ине...
285 читали · 5 лет назад
Көмөш тәңкә
Сафия кер йыуырға тип мунсаһына һыу тултырып , мейесенә ут тоҡандырҙы ла өйөнә инде. Өйҙәре ҙур уларҙың. Заманса итеп төҙөлгән матур йорт, өйҙөң эсе бүлмәләргә бүленгән.Мейесте күптән боҙоп ырғыттылар,торбалар үткәрелгән,газ менән йылытыла.Кухняны ла икегә бүлдереп эшләтте ул.Бешерә торған яғы айырым,ашай торған яғы айырым.Хатта туалеты ла өйҙә.Әлегә ауылда ундай өйҙәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Мөйөштәге газ плитәләге кәстрүлдә тәмле еҫтәр аңҡытып ит ҡайнай.Хәҙер ире Зарифы ҡайтып инер.Ҡайтыуына аш өлгөртә һалыр кәрәк...
303 читали · 5 лет назад
Бер семтем бәхет.
Нурзия менән Айҙарҙың тормошо башҡаларҙыҡынан , әллә ни айырылмай ине.Айҙар мәҙәниәт һарайының директоры булып эшләне, Нурзия рус теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлаған дипломлы булһа ла, эшләмәне.Атаһы ла ҡыҙын гел әрләр ине, икмәк серетеп биш йыл буйы өйҙә ятыр өсөн уҡыттыммы? Ләкин, Нурзияның иҫе китмәне, өйөндә лә эше күп уның. Биш һыйырҙы һауырға, һөтөн эш итергә лә елкә кәрәк әле.Ҡырҡлаған һарыҡ аҫранылар, ҡош- ҡортоноң иҫәбе юҡ.Барыһы ла Нурзияның арҡаһында инде,Айҙар клубтан ҡайтып килмәй...
528 читали · 5 лет назад
Яҙмыш .
Әхиәр ҡарт мәрхүм булған , тигән хәбәр йәшен тиҙлегендә ауылға таралды. Кемдер, бер алкаш кәмене тип һүҙ ҡуйыртты , икенселәре , тыуымдан ҡалмағас үлемдән ҡалыу юҡ , иманын юлдаш итһен тиеү менән сикләнде . Үлгәс үлгән инде , ишеттеләр ҙә оноттолар . Бары тик ғүмер буйы күрше йәшәгән Миңһылыу ғына , хәбәрҙе ишетеү менән уларға юлланды. Ире Фәтих тә теләр - теләмәҫ кенә эйәрергә мәжбүр булды . Урамдағы февраль айының сатлама һыуығы өйгә лә килеп ингәнме ни , өй эсе тыштан да һыуығыраҡ ине .Ҡот осҡос ташландыҡ өйгә , эскелектең ояһы булған ергә кем килһен инде ...
949 читали · 5 лет назад
Бәхетле булырға бойорам!!!
Ҡорманғәле менән Шәүрә ауыл клубында танышҡайнылар . Шәүрә әхирәте Гөлсирә менән уларҙың ауылына ҡунаҡҡа килгәйне . Оҙон буйлы , бөҙрә сәсле сибәр егет , бәләкәс кенә , йөҙөнән йылмайыу китмәгән Шәүрәне тәү күреүҙән яратты . Оҙон сәстәре яурыны буйлап таратылған , билле зәңгәр күлдәк , тағалы ялтыр ҡара туфлиҙары үҙенә килешеп торған ҡыҙ , уртала орсоҡтай өйрөлә ине. Тыҡылдата баҫып бейеүсе ҡыҙ күптәрҙең һушын алғандыр . Ҡыҙ менән егет матур ғына дуҫлашып киттеләр . Егет яусы ебәреп , ҡыҙҙың ата әсәһенең ризалығын да алғайны ...
536 читали · 5 лет назад
Һуңлаған ярлыҡау
Йәйге отпускыны алғас , йыл һайын тыуған яҡтарына ялға ҡайтҡан йәштәр , яңы тыуған улдарының ҡырҡы тулыр - тулмаҫтан юлға йыйынды . Мансурҙың тағы ла бер аҙнаһыҙ эшенән китә алмаҫын белһә лә , Фирүзә сыҙамай ашҡынды. Ниңәлер тыуған яҡтарына ныҡ ҡайтҡыһы килгән ҡатын , иренә мөлдөрәп ҡараны . Йөрәкһегән ҡатынын тыя алмаҫын аңлаған ир ,ҡатыны менән сабыйын поездға ултыртып ебәрергә , ә үҙе биш йәшлек ҡыҙы менән аҙаҡ барырға булды . Фирүзәне улы менән купеға урынлаштырып ,хушлашып сыҡҡас , Мансур перронда поезд күҙҙән юғалғансы тороуын белде ...
719 читали · 5 лет назад
Хыянат…
Әлфинурҙы Самат менән әхирәте Фаягөл таныштырғайны . Самат Фаягөлдөң егете Илгиздең дуҫы булып сыҡты . Ошоғаса һайланып йөрөгән ҡыҙ , Саматты күргәс саҡ иҫе китеп йығылманы . Баш- көллө ғашиҡ итте егет ҡыҙҙы . Самат та ҡыҙҙы оҡшатты , һушын юғалтып йығылырлыҡ булмаһа ла , унан башҡаны йөрәге ҡабул итмәйәсәген аңлағайны инде. Йәштәр өйләнешеп һәүетемсә генә донья көтөп алып киттеләр .Ир эшләне , ҡатыны өйҙә балаларын тәрбиәләп ултырҙы . Әлфинур харап шәп ҡатын булып сыҡты . Самат бер ҙә үкенмәне...
847 читали · 5 лет назад