Өфөлә Башҡортостан телдәренең яһалма зиһен технологияларында үҫеше тураһында һөйләшеү үтә 30 сентябрҙә Өфөлә «Башҡортостандың тел һәм мәҙәни мираҫы: мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы яһалма зиһен өлкәһендә ҡулланыу мөмкинлектәре» тигән презентация сессияһы үтә. Ҡатнашыусылар тел моделдәрен өйрәтеү өсөн ниндәй материалдар кәрәклеге һәм республика телдәре һәм мәҙәниәте тураһындағы мәғлүмәттәрҙе һанлы проекттарҙа нисек ҡулланып булыуы тураһында һөйләшә. Осрашыу 15:00–17:00 сәғәттә Геном үҙәгендә үтә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 32/2Б. Сараға студенттар, журналистар, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар, педагогтар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм эшҡыуарҙар саҡырыла...
Башҡортостан гәзите
Радик Юлъяҡшиндың кәләше: "Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймай"
Билдәле башҡорт йырсыһы Радик Юлъяҡшиндың (сәхнә исеме —Элвин Грей) ҡатыны Инзилә 1999 йылдың 2 мартында тыуған. Күптән түгел интервьюһында ул иренең ижади командаһындағы роле, йәмәғәтселеккә мөнәсәбәте һәм ни өсөн уның төп эше ғаилә тормошон алып барыу икәне тураһында һөйләй. Инзилә иренең эшенән дә ситтә ҡалмауын белдерә. Мәҫәлән, Элвин Грейҙың концерты булғанда уның "Өфө Арена"ла рация тотоп йөрөгәнен күреп ҡалалар. Ул команданың эшен күҙәтеүен һәм күп кенә ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҡатнашыуын аңлата...
Депутат яугир әсәһенең бесәнен ташып биргән
2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, бөгөн махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе "Симба" позывнойлы яугирҙың әсәһе Венера Сәйәхова сабынынан бесәнен алып ҡайта алмай йөрөгәнендә, Бөрйән районының Ҡолғана ауылы советы депутаты, "Ағиҙел" лагеры начальнигы Илшат Мөхәмәт улы Ҡулбирҙин ял көндәрендә улдары Тимур, Инсаф менән үҙ техникаһында өс рейс яһап, уның бесәнен ташып биргән. - Илшат Мөхәмәт улына ғаиләбеҙ исеменән ҙур рәхмәт. Уның ғаиләһенә именлек, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, эштәрендә, балаларының уҡыуҙарында уңыштар теләйбеҙ...
Дмитрий Медведев: "Өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ"
Дмитрий Медведев Берҙәм тауыш биреү көнөнөң һуңғы йомғаҡтары 25 сентябрҙә билдәле буласағын белдерҙе, әммә «Берҙәм Рәсәй»ҙең 2021 йылдағы һөҙөмтәләрен уҙып китеүе асыҡ. - Тәү сиратта, һайлаусыларыбыҙҙы үткән һайлауҙарҙа партияның тарихи уңыштары менән ҡотлайым. Әлеге ваҡытта «Берҙәм Рәсәй" граждандарҙың яҡынса 58 процент тауышын алған. Ә беҙҙең кандидаттар 200-ҙән ашыу бер мандатлы округта еңде, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дмитрий Медведев. - "Берҙәм Рәсәй" үҙенең һөҙөмтәләрен яҡшыртты һәм Дәүләт Думаһында үҙенең буласаҡ фракцияһына конституцион күпселекте тәьмин итте...
