Найти в Дзене
Покупайте СтеллыИ дарите их за контент
53 минуты назад

Күпме ашағаныңды ла белмәҫһең...

Ашағанда күҙен телефондан йәки китаптан алмаған күренеште һәр берегеҙ күргәне барҙыр. Был бигерәк тә йәш быуынға хас. Уҡый-уҡый ашау ғәҙәте яҡшыға килтермәүен белһәк тә, ҡул һелтәйбеҙ. Ә бит уйланырлыҡ кире яҡтары бар. Ашаған саҡта телефондан нимәлер ҡарап, уҡып ултырыу иғтибарығыҙҙы шунда йүнәлтә. Баш мейеһе смартфондағы мәғлүмәтте эшкәртеү менән мәшғүл булғас, аҙыҡтың тәменә, еҫенә бик иғтибар бирә алмай. Һөҙөмтәлә ашап туйғанығыҙҙы ла тоймай ҡалыуығыҙ, кәрәгенән күберәк ашап ташлауығыҙ ихтимал...

1 час назад

Ни өсөн үҙаллы антибиотик эсергә ярамай?

Тамаҡ ауыртһа, йүткереү йонсотһа, күптәр дарыуханаға йүгерә лә антибиотик һорай. Ә был дарыу күп осраҡта ярҙам итмәй. Һыуыҡ тейеү, йүткереү һәм тамаҡ ауыртыуы йыш ҡына вирустан барлыҡҡа килә. Антибиотик иһә бактерияларға ҡаршы көрәшә, вирустарға уның ҡыҫылышы юҡ. Был турала табиптар иҫкәртә. Ни өсөн был ҡурҡыныс? Антибиотикты урынһыҙ ҡулланыу бактерияларҙың дарыуға өйрәнеп китеүенә килтерә. Һөҙөмтәлә дарыу уларға тәьҫир итмәй башлай. Белгестәр иҫәпләүенсә, бактериялар йыл һайын донъяла 5 миллионға яҡын кешенең ғүмерен ҡыя...

1 час назад

"Алтын һөт"тө эшләүе еңел генә

Был шифалы эсемлек иммунитетты нығыта, ҡартайыуҙы аҡрынайта, холестеринды кәметә, тын алыуҙы иркенәйтә, кәйефте күтәрә тиҙәр. "Алтын һөт"тө маркетплейстарҙан яҙҙырып алырға ла, үҙеңә эшләргә лә була. Төп ингредиенттары - куркума, кардамон, дәрсен (корица), имбир, ҡара борос. Тик улар оҙаҡ һаҡланып ятмаған, иҫкермәгән булһын. Өҫтәмә шыйыҡса – һөт, бал. Бер порция шифалы эсемлек өсөн бер балғалаҡ куркума порошогы, яртышар балғалаҡ йә бер ботаҡ онталған дәрсен һәм имбир (порошок йәки ҡырғыстан үткәрелгән...

1 час назад

Һигеҙенсеһе - Алламир!

Ҡалтасы районында йәшәгән яугир ғаиләһендә оло шатлыҡ – Эльвира һәм Илдар Хафизовтарҙың һигеҙенсе балалары донъяға килде. Улдарына ата-әсә ғәҙәти булмаған яңғырауыҡлы исем ҡушҡан – Алламир! Ата-әсәгә райондағы ЗАГС бүлексәһендә тантаналы шарттарҙа улдарының тәүге документын – тыуыу тураһындағы таныҡлығын тапшырҙылар. Ғаилә башлығы Илдар Хафизов - махсус хәрби операцияла ҡатнашып, демобилизацияланған хәрби ветеран...

3 часа назад

Атайымды дәүләт иҫәбенә ерләгеҙ...

— Әйтеп торам бит – атайың Камил вафат булды! — тип ҡысҡырҙы әбей. — Йөрәге түҙмәгән. Табип әйтә, йоҡлағанда киткән, ти. Мин инде ерләү агынтлығына шылтыраттым. Гөлләмә, табут, йыназа һәм транспортҡа заказ бирҙем. Өҫтәүенә ҡырҡ кешелек мәжлес. Туғандар киләсәк. Иҫәпләнеләр – 185 мең кәрәк. Аҡсаны картама ебәр. Хәҙер үк. Ринат сынаяғын аҡрын ғына өҫтәлгә ҡуйҙы. Борсолоу һәм ҡаушауҙан йөҙө ағарып китте. Был һөйләшеүҙе ишетеп торған ҡатыны, ҡулдарын кухня таҫтамалы менән һөртә-һөртә яҡыныраҡ килде. — Ниндәй йөҙ һикһән биш мең, Наилә инәй? — тип ҡысҡырып һораны ул трубкаға...

4 часа назад

«Аҡ торналар бейегән ерҙә» яҡут фильмы башҡорт телендә ҡуйыласаҡ

«Сайсары Синема» компанияһы төшөргән ғаилә драмаһы тамашасыларҙы 1960 йылдарҙа Яҡутияға алып китә. Сюжет үҙәгендә - умыртҡа һөйәгенә ауыр йәрәхәт алған Ваня исемле малай. Уның атаһы әсәһенең фажиғәле үлеменән һуң һирәк осраған изге торналар бейегән ил тураһында легенда һөйләй, улын әсәһенең уларҙың береһе булыуына ышандыра. Әкиәт бала өсөн имандың төп символы һәм бирешмәҫкә этәргес була. Фильмдың режиссеры - Михаил Лукачевский. Картина Арктикалағы «Золотой ворон» фестиваленең Гран-приһына, Минскиҙағы...

Покупайте СтеллыИ дарите их за контент