102 подписчика
Республикала аҙ килемле күп балалы ғаиләләргә мәктәп формаһы өсөн аҡсалата компенсация ҡаралған.
Хәҙер ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла бирергә мөмкин. Документҡа премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Компенсация биреү өсөн Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы яуаплы була. Быға тиклем ҡарар үтәлеше Мәғариф министрлығы контролендә ине. Мәктәп формаһы өсөн компенсация ике йылға бер тапҡыр бирелә. Башҡортостанда 75 мең күп балалы ғаилә бар. Уҙған йылда уларға ярҙам өсөн 1 миллиард 250 миллион һум йүнәлтелде.
Около минуты
10 августа