102 подписчика
Һөйөнөслө яңылыҡ:
2026 йылдың 20 июленән Өфө агломерацияһындағы Дим — Иглин маршруты буйынса йөрөгән «Ласточка» һәм «Финист» ҡала яңы электропоездарында мәғлүмәт рус һәм башҡорт телдәрендә яңғырай. Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙең яңы стандарты Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы сиктәрендә индерелде.
Башҡорт теленә тәржемәләрҙе әҙерләүҙә Башҡортостан Республикаһының Терминология комиссияһы ҙур эш башҡарған. Аудиояҙмаларҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы дикторы Гүзәл Мөхәмәтйәнова уҡыған.
Около минуты
7 августа