Найти в Дзене
102 подписчика

Башҡортостанда башҡорт телен яһалма интеллект технологияларында үҫтереү буйынса мөһим эш башланды.


Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкселегендә эшсе төркөм булдырылды. Уның маҡсаты — башҡорт теле һәм мәҙәниәте буйынса текст, аудио һәм визуаль материалдарҙан торған датасеттар туплау.

Проекттың тәүге һөҙөмтәһе лә бар — башҡорт телендәге тауышландырылған аудиокитаптарҙан торған асыҡ датасет донъя күрҙе. Был эш башҡорт теленең цифрлы мөхиттә һәм яһалма интеллект өлкәһендә үҫеше өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
Башҡортостанда башҡорт телен яһалма интеллект технологияларында үҫтереү буйынса мөһим эш башланды.
Около минуты