102 подписчика
🌿 Өфөнөң Дим районы халҡы яратҡан ял урынын – Кустарев күле ярҙарын таҙартыу өсөн берләште.
«Яркий» биҫтәһендә үткән экологик акцияла 740 кеше ҡатнашып, 6 саҡрым яр буйын сүп-сарҙан таҙартты һәм 32 кубометр ҡалдыҡ йыйҙы.
Бындай изге башланғыстар ҡалабыҙҙы таҙа һәм матур итә, тәбиғәтте һаҡлау һәр кемдән башланыуын йәнә бер ҡат иҫкә төшөрә. Сара «Экологик именлек» милли проекты барышында ойошторолдо.
Около минуты
2 дня назад