102 подписчика
🪖 Тыл һәм фронт берҙәмлеге: яугир ирекмәндәр менән осрашты
«Башҡортостан» полкы яугире, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Радик Динәхмәтов Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылы ирекмәндәре менән күреште.
Осрашыу барышында ул Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә даими ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе. Радик Динәхмәтов билдәләүенсә, һәр маскировка селтәре, һәр гуманитар ярҙам, хат яугирҙәргә көс-дәрт өҫтәй, уларҙы өйҙә көтөп тороуҙарын иҫкә төшөрә.
Ирекмәндәр үҙҙәренең көндәлек эшмәкәрлеге, гуманитар ярҙам йыйыу һәм яҡташ яугирҙәргә ярҙам итеү хаҡында һөйләне. Осрашыу фронт менән тылдың берҙәмлеге Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индереүен тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Около минуты
2 дня назад