15 подписчиков
Республика йәмәғәтселеге Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазинды иҫкә ала.
Бөгөн уның вафат булған көнө. Коллегабыҙ Әхәт Мотаһар улы радио тыңлаусыларға утыҙ йылдан ашыу көн һайын хәйерле иртә теләне, телетапшырыуҙар алып барҙы.
Танылған дикторҙың тыуған яғы Учалыла “Диктор тауышы” конкурсы уҙғарыла, тыуған ауылы Яңы Байрамғолда Мортазиндар музейы булдырылды. Йыл һайын Өфөлә Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир ойошторолоп килә.
Өфө һөйләй,
Сәғәт һуғыу менән,
Радиолғысты асам йыш ҡына.
"Өфө һөйләй", - тиеп таныш тауыш,
Әйтер кеүек, шуға ашҡынам.
Ваҡыт үтә барыр, йылдар, айҙар,
Һыуҙары ла ағыр, ауыр ҡаялар.
"Юлдаш" һөйләп торор, уны тыңлар,
"Юлдаш" менән булыр, юлдаштар.
"Өфө һөйләй". Әйткән һүҙҙәреңде,
Иҫтә тотоп, барам эҙеңдән.
Әйтелерҙәр, төбәп әйтер һүҙҙәр,
Өфө һөйләр, тыңлар, хәтерләр...
Илнар Әхмәтгәрәев.
Беҙ МАХ каналында: http://max.ru/uldash_fm
Около минуты
13 марта