15 подписчиков
🎉УРА! Һөйөнсө! "Юлдаш" — ил кимәлендә иң яҡшыһы!
«Вместе Медиа. Контент» фестивалендә «Юлдаш» радиоһы юғары еңеү яуланы, тип Санкт-Петербургтан коллегабыҙ, продюсер Илнур Рамазанов һөйөнөслө хәбәр еткерә.
Иң ҙур ҡыуанысыбыҙ — Өфө-Аренаны гөрләткән, 6 мең тамашасыны берләштергән "Юлдаш"тың 25 йыллыҡ юбилейына арналған халыҡ-ара йыр фестивале коммерция проекттары араһында беренсе урынға лайыҡ булды. Был масштаблы проекттың абруйлы эксперттар тарафынан юғары баһаланыуы — һәр беребеҙ өсөн оло мәртәбә.
Еңеүҙәр быны менән генә сикләнмәй:
«Ҡараш» проекты (авторы — Миләүшә Ғәлиева) һәм «Мираҫ» тематик тапшырыуы (авторы — Гүзәл Зарипова) — өсөнсө урынға сыҡты. Афарин, коллегалар!
Рәхмәт , тоғро тыңлаусылар! Бергә булдырҙыҡ! 25 йыл бергә! 💚
Около минуты
21 марта