Найти в Дзене

📌Дрондарға ҡаршы система яҡшы эшләй


⚡️Бөгөн Украина ҡораллы көстәренең Башҡортостандың сәнәғәт предприятиеларына сираттағы һөжүме кисектерелде – “Газпром нефтихим Салауат”ҡа йүнәлтелгән ике пилотһыҙ осоу аппараты бәреп төшөрөлдө.

❗️Дрондарға ҡаршы система ваҡытында һәм теүәл эшләгән. Иң мөһиме, граждандарҙан береһе лә зыян күрмәгән, объекттарға ла ҡаты теймәгән.

💯Был система предприятиеларҙа актив һәм пассив һаҡлау сараларынан тора:
✅мөһим объекттар тирәләй махсус һаҡлау ҡоролмалары;
✅Рәсәй оборона министрлығы менән берлектә эшләнгән һауа хәүефе тураһында хәбәр итеү механизмы;
✅урындарҙа дрондарҙы юҡ итеүсе махсус командалар эшләй.

💥Әйткәндәй, ваҡ пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы көрәшеү еңел түгел, бының өсөн мәргәнлек кәрәк. Әммә беҙҙең подразделениелар үҙ эшен яҡшы башҡара.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барыһын да шәхси контролгә алған.

Дошмандар илебеҙ тылына мәкерле һөжүм итеп, халыҡты ҡурҡытырға һәм ғауға ҡуптарырға маташыуы көн кеүек асыҡ. Бындай мәлдә тыныслыҡ һаҡлау мөһим. @
📌Дрондарға ҡаршы система яҡшы эшләй  ⚡️Бөгөн Украина ҡораллы көстәренең Башҡортостандың сәнәғәт предприятиеларына сираттағы һөжүме кисектерелде – “Газпром нефтихим Салауат”ҡа йүнәлтелгән ике пилотһыҙ
Около минуты