Найти в Дзене

Тынлыҡ тураһындағы законға төҙәтмәләр

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары «Граждандарҙың тыныслығын һәм тынлығын тәьмин итеү тура­һында»ғы законға төҙәтмәләр ҡа­бул итте.
Мәҫәлән, ғәмәлдәге ҡануниәт тарафынан торлаҡ зоналарҙа уйындар үткәргәндә төндә тауышланыу ты­йыл­ғайны. Төндә һыҙғырырға, ҡыс­ҡы­рырға, тауыш көсәйтеүсе ҡорол­малар ҡулланырға ярамай. Яңы закон төндә шау-шыулы уйындар үткәреүҙе тыя. Был дәүләт власы органдары йәки урындағы үҙидара органдары ҡарары йәки ризалығы менән ойошторолған күмәк сараларға ҡағылмай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, законға яраш­лы, эш көндәрендә - 23.00 сә­ғәттән 7.00 сәғәткәсә, ял һәм байрам көндәрендә 23.00 сәғәттән 9.00 сә­­ғәткә тиклемге ваҡыт арауығы төнгө ваҡыт тип һанала.
Около минуты