Найти в Дзене
21 подписчик

Мөслимә Шаһибал ҡыҙы Ҡаҙаҡҡолова (Оло өләсәйем Сәлимәнең һеңлеһе)

1906 йылда Ҡаҙаҡҡол ауылында тыуа. Ауыл мәҙрәсәһендә уҡый. Ҡөрьән-Кәримде яҡшы үҙләштереп, уны ғүмеренең аҙағына тиклем онотмай.
Атаһы Шаһибалға бөр көн ике туғаны Исхаҡ Нөхөв килеп төшә. Бәләкәй Мөслимә ул замандағы күренекле шағир Дәртмәнд (Мөхәмәтзакир Рәмиев), Туҡай шиғырҙарын ятҡа һөйләп ултыра. Быны ишетеп Исхаҡ Шаһибалға:
-Шаһибал! Был ҡыҙың бик зирәк булғыры. Һин уны урыҫ мәктәбенә уҡырға бир, - тип кәңәш бирә.
Һуңынан Исхаҡ, Мөслимәнең башына мин генә еттем, тип үкенеп йөрөй, сөнки Мөслимә бөтә күңелен белем алыуға биреп, тыуған яҡтарын ҡалдырып, ят яҡтарға йүнәлә һәм бөтә ғүмерен ситтә үткәрә. Күбәләк-Тиләү волосы үҙәге Ҡаҙаҡҡол ауылында яңы мәктәп асыла. Бында урыҫ теле дәрестәрен Өфөнән килгән йәш уҡытыусылар – Зәйнәп һәм Мәрйәм исемле ҡыҙҙар алып бара.
Мөслимә мәҙрәсәне ҡалдырып, ошо мәктәпкә уҡырға бара. Уны тамамлағас, атаһы Мөслимәне Верхнеуральск реаль училищеһына уҡырға урынлаштыра. Уҡыу процесы бында юғары кимәлдә алып барыла. Уҡыусылар урыҫ телен, урыҫ һәм сит ил классиктарын, юриспруденция, физика, математика, химия, Рәсәй тарихын, дәүләт ҡоролошон, этикет, йыр-музыка, каллиграфия яҙыуын, бейеү дәрестәрен өйрәнәләр. Мөслимә үҙенең иҫ киткес моңло тауышы менән башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡара. Бер йәй Өфөнән килгән судья менән Мөслимә өҫтөндәге бер ҡат күлдәгендә Өфөгә ҡасып китә һәм башҡорт халыҡ драма театрына актриса булып эшкә урынлаша. Уның портреты танылған артистар менән бергә театр фойеһын да биҙәй.
Мөслимә артабан да белемен арттырыу юлдарын эҙләй. Әммә был ваҡытта буласаҡ халыҡтар атаһы партияның синфи көрәш концепцияһын ҡулланып, власть башына- бөйөклөккә үрмәләгән сағы була.
Олатаһы Сәәйфелмөлөк старшина, атаһы Шаһибал мәзин булғас, Мөслимәгә юғары уҡыу йорттарының ишектәре ябыҡ була. Шулай ҙа белемгә, фәнгә мөккибән бирелгән Мөслимә паспортын алыштырып, олатаһының ярты исемен алып, Ҡаҙаҡҡолва Мөслимә Мөлөк ҡыҙы булып Ҡазанға юллана. –Ленин уҡыған университетта уҡыясаҡмын – тип әйтер була ул, һәм ысынлап та маҡсатына ирешә - юридик факультетҡа инә. Уны уңышлы тамамлағас, аспирантурала уҡый, диссертация яҡлай, юридик фәндәр кандидаты тигән ғилми исемгә лайыҡ була. 1936 йылда Өфөгә ҡайтып, бер районда судья булып эшкә урынлаша. Эш документтары менән тултырылған портфелен йөкмәп, ат эйәрләп атланып, Мөслимә Өфө урамдарын күп тапай.
1937 йылда илдә репрессия көсәйгәс, туғандарының төплө кәңәше менән Мөслимә Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Фрунзеға йүнәлә. Бында ул 1946 йылға тиклем юстиция министры урынбаҫары вазифаһын башҡара. Артабан уны Мәскәүгә саҡырып алып, РСФСР-ҙың Юғары судының баш юрисконсульты итеп тәғәйенләйҙәр.Таганка районынан фатир бирәләр. Мөслимә Ҡаҙаҡҡолова күп тапҡыр СССР Юғары Советының депутаты итеп һайлана. Бында ул яуаплы дәүләт эштәрен башҡара.
Мөслимә тыуған яҡтарын бик һағынып иҫкә ала, тик күп йылдар үткәс, 1955 йылдарҙа ғына тыуған ауылы Ҡаҙаҡҡолдо ҡатып күрә ала. Ғәҙәттә ул Магнитогорск аэропортынан такси менән Верхнеуральскиға тура туғандары Исхаҡ Нөхөвтарға килеп төшә. Жәүҙәт Исхаҡ улы уны үҙ Победаһында Ҡаҙаҡҡолға килтерә торған булған. Мөслимә Ҡаҙаҡҡолға еткәнсе туҡтауһыҙ башҡорт халыҡ йырҙарын ихлас йырлап, йөрәгенән ташып сыҡҡан һағыштарын баҫа.
Мөслимә Шаһибал ҡыҙы ошондай яуаплы урында эшләүенә ҡарамаҫтан, ваҡыт табып Башҡортостандан Мәскәүҙә уҡыусы студенттарҙың уҡыу барышы, йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһына. Быны беҙ мәшһүр композиторыбыҙ Заһир Исмәғилев миҫалында күрәбеҙ. З.Исмәғилев Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының һуңғы курсында уҡығанда үҙенең диплом эше итеп Салауат Юлаев операһын яҙа башлай. Консерватория сәхнәһендә ошо операнан өҙөктәр уйнағанда тыңлаусылар араһында Мөслимә Шаһибал ҡыҙы ла була. Опера яҙылып бөткәс, уны тәүҙә консерваторияның партком улытырышнда тикшерәләр һәм 17 пункттан торған етешһеҙлек табалар. Опера авторын милләтселектә ғәйепләп, консерваториянан ҡыуҙырталар. Мөслимә Ҡаҙаҡҡолова үҙенең дәрәжәһен файҙаланып Заһир Исмәғилевты бер йылдан яңынан консерваторияла тергеҙеүгә өлгәшә.
(Юлай Мостафин яҙмаларынан)
Мөслимә Шаһибал ҡыҙы Ҡаҙаҡҡолова (Оло өләсәйем Сәлимәнең һеңлеһе) 1906 йылда Ҡаҙаҡҡол ауылында тыуа. Ауыл мәҙрәсәһендә уҡый. Ҡөрьән-Кәримде яҡшы үҙләштереп, уны ғүмеренең аҙағына тиклем онотмай.
3 минуты