Найти в Дзене
21 подписчик

Бала саҡта Фәхерниса тигән әбейҙең яҙмышы тураһында өләсәй һөйләй торғайны. Рыбаковтың яҙмаларында ла Фәхерниса хаҡында уҡығайным. Уларҙың бер үк кеше икәнлеген яңыраҡ ҡына белеп ҡалдым!


Фәхерниса Шаһибал ҡыҙы (Сәлимә өләсәйҙең бер туған апаһы)
Ҡаҙаҡҡол йорт старшинаһы Сәйфелмөлөк Ҡаҙаҡҡоловтоң ҡатыны Сәлиха менән Әлтерәш сотниктың ейәне Нөх – бер туған, ә Сәйфелмөлөктөң балалары Шаһибал, Ғабдулла, Хәбибулла Исхаҡ Нөхов менән ике туған була. Шаһибалдың балалары –Фәхерниса, Хәйерниса, Мөслимә, Сәлимә, Шакир, Ғабдулланың Нәсиха һәм Хәлисә исемле ҡыҙҙары була. Хәбибулланың балалары Хәбибрахман, Ғүмәр, Рауза исемле. Шулай уҡ Исхаҡ Нөхөвтың ике туғаны Шаһимырҙан Мәғәфүров Сораман ауылында йәшәгән. 1921 йылғы аслыҡ ваҡытында Шаһимырҙан байтаҡ ауылдаштарын үлемдән ҡотҡарып алып ҡалған тип һөйләйҙәр.
1894 йылдың йәй урталарында ҡаҙаҡҡолдар Уралдағы Ҡараҡбаҫҡан йортонан Ҡабыҫта йортҡа күсеп ултырғас, уларға Верхнеуральскиҙа йәшәгән Ырымбур губернаһыының халыҡ мәғарифы мәктәптәренең начальнигы Гавриил Рыбаковтың улы Сергей килеп төшә. Ул ошо йылда Петербург университетының тарих, филология, юридик факультеттарын, Петербург консерваторияһын тамамлап, Ҡаҙаҡҡол башҡорттарының йыр-көйҙәрен нотаға һалып, яҙып алыу һәм уларҙың көнкүрешен өйрәнеү менән шөғөлләнә. Азамат байҙан яңы тирмә ҡорҙороп, үҙенең тәржемәсеһе менән йәйләүҙә йәшәй, һуңынан Сергей Рыбаков "Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта" тигән хеҙмәтен баҫтырып сығара. Сергей башҡорттарҙың көслө, физик һәм рухи яҡтан таҙа, бер ҡатлы, ышаныусан, киң күңелле, асыҡ, эскерһеҙ, рәхимле, шәфҡәтле, ҡунаҡсыл, иленә тоғро, урыҫтар менән яҡшы мөнәсәбәттә булыуҙары, шикләнмәйенсә балаларын урыҫ мәктәптәренә биреүҙәре, башҡорт балаларының үтә лә һәләтле булыуҙары тураһында һоҡланып яҙа.
-Ҡаҙаҡҡол башҡорттары исламдың тоғро улдары булһалар ҙа, татарҙарҙа булған фанатизм уларҙа бөтөнләй осрамай, - тип яҙа ул.
С.Рыбаков Фәхерниса тураһында ишетеп, уға үҙенең китабында байтаҡ урын бүлә. Уны иң ғәжәпләндергәне Фәхернисаның Мәҫкәү ауылында кейәүҙә булып, ирен яратмай, шәриғәт ҡанундарын боҙоп, ирен ташлап атаһы йортона ҡайтып китеүе була. Был инде Ҡаҙаҡҡол ҡатын-ҡыҙҙарының башҡа мосолман доньяһынан айырмалы рәүештә үҙаллылығын, ул заманда күрелмәгән азатлыҡ менән файҙаланыуҙарын күрһәтә.
Йәйләүҙә Сергей Фәхернисаны осратып, уның етеҙ хәрәкәтле, эшсән, матур йәш ҡатын булыуына һоҡланып яҙа. Оҙаҡламай Фәхерниса Ҡарағужа ауылынан Илһам исемле егеткә кейәүгә сыға. Уларҙың улдары – хәрби летчик һуғышта батырҙарса һәләк була. 1944 йылда Фәхернисаға улы өсөн байтаҡ ҡына аҡса сыға. Шул йылдың яҙында район үҙәгенән аҡсаһын алып, йәйәүләп юлға сыҡҡан Фәхерниса әбейҙе Рәсүл-Ишкен юлында талап, үлтереп китәләр.
(Юлай Мостафин яҙған, ҙур рәхмәт уға!)
#историябашкир #сергейрыбаков #учалинскийрайон #история #казаккулово
2 минуты