21 подписчик
Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының "Эрмитаж" залында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Рушания Бәҙретдинованың күргәҙмәһе эшләй. Авторҙың экспозицияға ҡуйылған картиналары Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналған. Ижади эштәрҙә ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек, тарихи хәтер темалары һүрәтләнгән. Рәссам уларҙы махсус хәрби операция башланғас яҙа башлаған. Күргәҙмә 15 майға тиклем эшләй.
Инеү бушлай.
Около минуты
12 мая 2024