Найти в Дзене
21 подписчик

Өфө йүкәләре

Беҙҙең хаҡта ла әле
Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр.

Күптәр был йырҙы баш ҡала аллеяларын биҙәгән йүкәләргә һоҡланып уҙған саҡта халыҡ шағирының илһамы уянғандыр ҙа, шиғыр юлдары тыуғандыр, тип уйлайҙар. Улай түгел икән шул!

Был турала композитор Рим Хәсәнов бына нимә яҙа:

Яҙыусылар союзында ла, Композиторҙар берлегендә лә элек пропаганда бюроһы бар ине. Был бюро- лар көслө эш алып бара. Ай һайын яҙыусылар һәм йырсы-композиторҙар, автобустарға тейәлешеп, райондар, ауылдар буйлап йөрөй, халыҡ менән осраша. Шунда Назар ағай мине үҙе менән бергә йөрөтә башланы. Шағирҙар шиғыр уҡый, мин, гитара сиртеп, уларҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙарымды башҡарам.

Бер мәл Стәрлетамаҡ– Ишембай яҡтарында йөрөп килеп, төнгә ҡалып ҡына ҡайтып торабыҙ. Пушкин – Карл Маркс урамдары тирәһендә бер ағайҙы оҙаттыҡ, артабан Назар Нәжмигә сәй эсергә юлландыҡ. Ул тирәлә боронғо йыуан-йыуан йүкәләр үҫә ине. Беҙ шул йүкәләр аҫтынан тын ғына атлап барабыҙ. Назар ағай: «Был йүкәләр беҙгә тиклем дә әллә күпме йылдар ултырған, кемдәрҙелер иҫләйҙәр инде. Беҙҙән һуң да шаулап үҫеп, сәскә атып беҙҙе хәтерләрҙәр әле...» тине шул саҡ. Был һүҙҙәр минең йөрәккә килеп инде лә күңелдә моң сиртте. «Назар ағай, бер шәп кенә шиғыр яҙ әле, – тим, – ә көй бар инде!» «Өфө йүкәләре» тап шул мәлдә яралды.
#берйыртарихы
Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр.
1 минута